Ғаилә башлығы Латиф Әмирйән улы ата-бабалар төйәгенә ғүмерлеккә берегеп, уның ырыҫын арттырыуға тос өлөш индереүе; ә Фатима апай үҙе килен булып төшкән ауылдың киләсәге, халыҡ мәнфәғәте өсөн күрһәткән фиҙәҡәр хеҙмәте менән генә түгел, тәбиғәттән бирелгән асылына һәм намыҫына ғүмер баҡый тоғролоҡ һаҡлап, ярамһаҡланыуҙы, икейөҙләнеүҙе белмәйенсә һәр ваҡыт ғәҙел һүҙле, ҡыйыу йөрәкле булып ҡала белеүе, тормош күгендә балҡып-янып йәшәүе менән оло ихтирамға лайыҡ.
Фатима Рәфғәт ҡыҙын был ерҙәргә йомарт күңелле итеп алтын көҙҙәр яралтҡан. Ул (ҡыҙ фамилияһы Аҡкилдина) Ҡалай ауылында 1954 йылдың 17 сентябрендә донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, 5 –се класҡа Мораҡ 2 – се урта мәктәбенә уҡырға бара. Белемгә лә, спортҡа ла әүәҫ ҡыҙ 7-се кластан һуң уҡыуын Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында дауам итә. 1968-1971 йылдарҙа бында белем алған осорҙа ул лидерлыҡ һыҙаттары, математика фәнен еңел үҙләштереүе менән айырылып тора, һәр яҡлап алдынғылар сафында була. Мәктәптән һуң ул заманда айырыуса иң абруйлыларҙан һаналған изге һөнәрҙе һайлай. 1976 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика бүлеген уңышлы тамамлап, үҙенең хеҙмәт юлын Үрге Бикҡужа төп дөйөм белем биреү мәктәбендә математика уҡытыусыһы булараҡ башлай.
Бер йылдан ул Бикбулат ауылы егете – Латиф Әмирйән улына тормошҡа сығып, ғүмерен был йәмле төбәк менән бәйләй. Үткер һүҙле, төплө белемле, көслө холоҡ-фиғелле, әммә һәр ваҡытта нәзәкәтле гүзәл зат булып ҡала белгән мәғариф эшсәне тиҙ арала килен булып төшкән ауылына берегә, йәмәғәтселек һәм етәкселек иғтибарын үҙенә йәлеп итеп тә өлгөрә. Ике йыл уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән белгестең иңдәренә 1982 йылда директор вазифаһы йөкмәтелә. 1998 йылға тиклем Фатима Рәфғәт ҡыҙы алдына ҡуйылған бурыстарҙы ҙур намыҫ менән атҡара, төп эшенән тыш ауыл һәм район йәмәғәт тормошоноң да эсендә ҡайнай. 1990 - сы йылда, илебеҙ өсөн болғансыҡ осорҙа, мәктәп коллективы менән Башҡортостан суверенитетын яҡлау маҡсатында ойошторолған ижтимағи - сәйәси сараларҙан, митингтарҙан ситтә ҡалмай. Шул йылда, аҙаҡ 1995 йылда Өфөлә үткән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының 1 – се һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 1-се съездына Күгәрсен делегацияһы вәкиле булараҡ барһа, һуңыраҡ 2000 йылда уҙған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының 2 – се съезында Президиум ағзаһы булып һайланып, мәртәбәле сарала йәмәғәтселек алдында сығыш яһау бәхете тейә.
Таһыллы, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға талапсан директор етәкселек иткән осорҙа Бикбулат мәктәбен тамамлаған уҡыусылар араһында урта һөнәрселек кенә түгел, күпләп юғары уҡыу йорттарында белем алғандарҙың, педагогик йүнәлештә уҡығандарҙың һаны бермә-бер арта. Бикбулаттар спорт, мәҙәниәт өлкәһендә лә һынатмай. 1988 – 1993 йылдарҙа мәҫәлән Бикбулат мәктәбе уҡыусылары саңғы ярыштарында биш йыл рәттән беренсе урындан төшмәй.
Үҙе математика уҡытыусыһы булыуға ҡарамаҫтан нәфис әҙәбиәт өлгөләренән бер ҡасан да айырылмаған Фатима Рәфғәт ҡыҙы урындағы халыҡтың мәҙәни, рухи яҡтан үҫешенә лә битараф ҡала алмай. Наҙлы Эйеге, әллә ҡайҙан саҡырып торған Эйәрлетауы менән арбаусы был ожмах утрауын әҙип дуҫтары, фронтовик яҙыусы – Шакир Янбаев һәм уның ауылдаштарына оло хөрмәт йөҙөнән ул матур замандарҙа кемдәр генә килеп күрмәй һәм яңы ижади асыштарға илһам алып китмәй! Зәйнәб Биишева, Шакир Янбаев, Мостай Кәрим, Рафаэль Сафин, Сафуан Әлибаев кеүек әҙиптәр һәм башҡа күп шәхестәрҙе бикбулаттар гел яҡты йөҙ, милли аштар менән йылы ҡаршы алып, йәнле осрашыуҙарҙы йылы мөхиттә, тейешле кимәлдә үткәрә. Ә Фатима Сафина мәктәп коллективы менән берлектә төп ойоштороусылар сафында була.
Мәктәп һәм район тормошондағы намыҫлы хеҙмәте өҫтән юғары баһалана, 1994 йылда ул “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исеменә лайыҡ була. Был иһә уға тағы ла яңы көс-дәрт өҫтәй, ошо мәлдә ул Бикбулат ауылында яңы типтағы мәктәп төҙөтөү идеяһы менән яна башлай һәм, ысынлап та, уны бойомға ашыра. Фатима Рәфғәт ҡыҙы башланғысында төҙөлгән мәктәп үҙе Урал ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән дәүерҙә лә (1998-2002) күренекле шәхестәрҙе, урындағы халыҡты үҙенә йәлеп итеп, был йәмле төбәктең рухи терәге, белем һәм мәҙәниәт усағы булыуҙан туҡтамай.
Фатима Рәфғәт ҡыҙының иңдәренә тик көслө зат вәкилдәре күтәрә алырҙай булып тойолған ауырыраҡ, яуаплыраҡ бурыстар йөкмәлгәндә, ауылдарҙа тап зәңгәр яғыулыҡ ингән осор була. Шул нигеҙҙә тыуған мәьәләләрҙе хәл итеү, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыу, унан тыш эскелек менән көрәшеү, ауылдың төҙөклөгө өсөн яуап биреү, һайлауҙар, бөтмәҫ ҡағыҙ эше... – барыһын лайыҡлы күтәрә, атҡара көслө рухлы етәксе. 2005 йылда педагогик хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булғас та, ул 2010 йылға тиклем Бикбулат ауылы мәктәбендә математиканан уҡыта.
*****
*Тик ниндәй генә намыҫлы хеҙмәт юлын үтмәһен кеше, яуаплы вазифа биләмәһен (яҙмабыҙ геройының 20 йылы етәксе ролендә үткән), барыбер ҙә кеше хаҡында күпселек уның ғаиләһенә, нәҫел-нәҫәбен лайыҡлы дауам итеүсе балаларына ҡарап төп фекер йөрөтә. Хәҙер инде аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, үҙ ояһын ҡороп береһенән-береһе матурыраҡ балалар үҫтереп ятҡан өс улдың, өс ир-азаматтың изгелекле, оло йөрәкле әсәһе лә, тормош юлдашының ышаныслы, тоғро ҡатыны ла ул Фатима Рәфғәт ҡыҙы.
Өҫтә билдәләп үткәнсә, Фатима менән Латиф Сафиндарҙың тормош һуҡмағынан бергә-бергә иңгә-иң терәшеп атлауҙарына тиҙҙән ярты быуат була. Биш тиҫтәгә яҡын ғүмер арауығында, әлбиттә, был һоҡланғыс парҙың йортонда ла һауыт-һаба шылтырамай тормағандыр, әммә, боронғолар әйтмешләй - береһе ялҡын булғанда, икенсеһе боҙ булып, ике араға ел-ямғыр индермәй, бер-береһенә булған ихтирам хисен ғүмер көҙҙәренәсә һаҡлап ҡала алған улар. Икенсе яртыһы – был ауылдың мәрәкәсел, йор һүҙле, тормошҡа әүҙем ҡарашлы, әрһеҙ затынан булған Латиф Әмирйән улы совхоздар гөрләгән мәлдә ферма мөдире булып эшләй, хәләл ефетенең һәр эшен хуплап-маҡтап, шәхси хужалыҡта уға һәр саҡ ныҡлы терәк булып тора.
Намыҫлы хеҙмәт юлында улар улдарына тейешле йөрәк наҙын бүлеп, ғәзиздәренә лайыҡлы белем алырға ла ярҙам итәләр. Иң өлкәне – татыу ғаилә ҡороп район үҙәгендә төпләнгән Альфред сәскәләй өс ҡыҙы өсөн өлгөлө атай, ғүмерлек йәре - Мораҡ үҙәк район дауаханаһының яуаплы хеҙмәткәре, табибы булған Эльвира Рәжәп ҡыҙы өсөн ныҡлы терәк-таяныс булып тора. Уртансыһы Урал, кинйәләре Илшат та үҙ парҙарын, тормошта үҙ урынын тапҡандар, икеһе лә Өфөлә йәшәй, һөйөклөләре менән бер ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер бүләк иткәндәр.
- Аллаға шөкөр, бөгөн өс улыбыҙ, килендәребеҙ “әсәй-атай”, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ “өләсәй-олатай” тип йән атып тора; яҡындарыбыҙҙың һөйөү-наҙына, ауылдаштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙҙың ихтирамына күмелеп йәшәйбеҙ. Тимәк, ғүмерҙәр бушҡа үтмәгән, - ти Фатима менән Латиф Сафиндар.
Сәстәренә сал төшкәндә лә йөрәктәрендә тормошҡа, тирә-яҡҡа булған тәрән һөйөүҙәрен, дәрт-ялҡынын һүндермәгән, һаман да ауыл тормошонда ҡайнап һәм ауылдаштарына терәк булып, йәмле Бикбулат еренең ҡотон, йәмен арттырып йәшәүсе матур парҙың бәхет туҫтаҡтары артабан да мөлдөрәмә тулы булһын! Алсаҡ йөҙҙәренән үҙҙәрен ҡауыштырған йәшлек яҙҙарының нуры китмәһен!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Фотолар – ғаилә архивынан.