Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь , 09:26

Әсә һағышы

Сибәғәтте еңел машина ауылына тиклем керетеп ҡуйырға уйлағайны,егет ҡаршы килде."Рәхмәт,ҡустым!Инде ауыл осо күренгәс ҡалған яғын үҙем"-тип,такси хаҡын бирҙе лә,еңел генә сумаҙанын ҡулына алып,төшөп ҡалды. Шунда уҡ танауын, шундай саф көҙ һулышы ҡытыҡланы.Тыуған яҡ һауаһы, ниндәй татлы,һулап туйғыһыҙ.Сибәғәт байтаҡ ҡына күккә ҡарап торҙо.Хатта болоттарҙа икенсе төрлө кеүе бында.Ауылының бейек тауҙарына,сәстәрен талғын елгә тараған аҡ ҡайындарға,нәҙекәй бил талдарға ҡарап бер аҙ һоҡланып торҙо.Көҙгө тәбиғәт иҫ китмәле.Һағындырған.Түҙмәне, юл ситенә төшөп усына тупраҡ алып,ауыҙы тәңгәленә алып килде,еҫе һуң шул тиклем тәмле.Бейек тауға менеп бар йыһанға ҡысҡырғыһы килде:”Әсәкәйем,мин ҡайттым!”-тип.Ана алыҫта бәләкәй генә күл йәйрәп ята,бала саҡта иптәштәре менән ҡолас таштап һыу керерҙәр ине.Үҙҙәренең туған йорттары артында ғына сылтырап йылға аға ине. Ауылға ҡарай ике саҡрымдай йәйәүләп атларға кәрәк.Тау итәгендә күптән әхирәткә күскән ауылдаштары, атаһы,туғандары ята,улар ҙа улыҡайҙарын һағынып көтөп ала алмай, ап-аҡ кәфендә"беҙ,бында балаҡайым,хәлебеҙҙе белеп һуғылып кит"-тип,ҡул болғап тораларҙыр

Әсә һағышы.(Хикәйә)
Сибәғәтте еңел машина ауылына тиклем керетеп ҡуйырға уйлағайны,егет ҡаршы килде."Рәхмәт,ҡустым!Инде ауыл осо күренгәс ҡалған яғын үҙем"-тип,такси хаҡын бирҙе лә,еңел генә сумаҙанын ҡулына алып,төшөп ҡалды. Шунда уҡ танауын, шундай саф көҙ һулышы ҡытыҡланы.Тыуған яҡ һауаһы, ниндәй татлы,һулап туйғыһыҙ.Сибәғәт байтаҡ ҡына күккә ҡарап торҙо.Хатта болоттарҙа икенсе төрлө кеүе бында.Ауылының бейек тауҙарына,сәстәрен талғын елгә тараған аҡ ҡайындарға,нәҙекәй бил талдарға ҡарап бер аҙ һоҡланып торҙо.Көҙгө тәбиғәт иҫ китмәле.Һағындырған.Түҙмәне, юл ситенә төшөп усына тупраҡ алып,ауыҙы тәңгәленә алып килде,еҫе һуң шул тиклем тәмле.Бейек тауға менеп бар йыһанға ҡысҡырғыһы килде:”Әсәкәйем,мин ҡайттым!”-тип.Ана алыҫта бәләкәй генә күл йәйрәп ята,бала саҡта иптәштәре менән ҡолас таштап һыу керерҙәр ине.Үҙҙәренең туған йорттары артында ғына сылтырап йылға аға ине. Ауылға ҡарай ике саҡрымдай йәйәүләп атларға кәрәк.Тау итәгендә күптән әхирәткә күскән ауылдаштары, атаһы,туғандары ята,улар ҙа улыҡайҙарын һағынып көтөп ала алмай, ап-аҡ кәфендә"беҙ,бында балаҡайым,хәлебеҙҙе белеп һуғылып кит"-тип,ҡул болғап тораларҙыр.Ҡәберлек эсендә шундай һиллек, талғын ғына ел иҫә.Аяҡ аҫтындағы көҙгө япраҡтар ҙа бер-береһе менән шыбырлашҡан кеүек;”Сибәғәт,иҫән бит!”. Егет туғандарының ятҡан урынын эҙләп ары китте.Әле,йәшел күлдәген сисергә ашыҡмаған ҡарағас төбөндәге ҡара өйөмдә бер аҡ яулыҡлы сибек кенә әбей үҙ алдына һөйләнеп ҡабат,ҡабат тупраҡ өйөмөн һыйпай.Ситтән ҡараһаң иҫе алышынған кешегә оҡшай.”Туҡта атайымдың ерләнгән урыны шул тирәлә ине бит,һуң?”-тип,ир ашығып алға атланы.”Әсәй,әсәкәйем!”-ҡысҡырып өндәшәйем тиһә,тауышы сыҡмай.Ауыҙ ҡыуышлығында йәшеренеп тора ла ҡала.Атлайым тиһә,итек табаны бер батҡаҡҡа йәбешеп ҡалған кеүек.Ҡулын һуҙайым тиһә,уныһы күтәрелмәй.Үҙен үҙе ҡулға алып ,ҡапыл ҡурҡытмайым тип,шым ғына баҫып әсәһе янына сүгәләне лә;”Әсәй!”тип яҡынының сибек кенә ҡулдарын үҙенең устарына һалып һыйпаны. Әбей ултырған еренән ҡымшанмай ғына;”Улым,һин дә минең Сибәғәтемдең хәлен белешергә килдеңме,рәхмәт,инде”-тигәс кенә.Ир ҡара өйөмдең өҫтөндәге имән бағанаға ялтыр хәрефтәр менән яҙылған үҙенең исем фамилияһын уҡып шаңҡып,әсе күҙ йәштәре аша;”Әсәй,әсәкәйем! мин,улың Сибәғәтең иҫән бит!?”-тип,әсәһен ҡосаҡлап һыңҡылдап илап ебҙе.”Ии,улымды ила әйҙә,илаһаң ана шулай күңел бушап,еңел булып ҡала ул,әле бабай менән бесән сабып ҡайтып килдек тә,мин төшөп ҡалдым улымдың өҫтөн һары япраҡ ҡаплағандыр тип.Шуны һепереп төшөрҙөм.Һин балам кем булаһың,берҙә генә сырамыта алмайым.Беҙҙең ауыл кешеһе түгелһеңдер.Былай булһа таныр инем”-тип,һаман үҙенекен һөйләй. Егет аптырап әсәһенә текләп ҡараны.Әллә бөтөнләй күҙҙәре күрмәһә шуға танымай микән.”Әсәй,мин ҡайттым, ныҡ ҡына яраланып, бик оҙаҡ госпитальдә яттым.Әйҙә өйгә ҡайтҡас һөйләшербеҙ”-тип,яҡынын ипләп кенә торғоҙҙо ла ҡайтыу яғына ыңғайланылар.Ауылға ингәнсе икеһе лә тәрән уйға батып атланылар.Урамда осраған ҡайһы бер ауылдаштары баш һелкеп кенә үтеп киттеләр.Улар ҙа бәлки уның ысын иҫән икәнен баштарына ла керетеп сығармағандарҙыр.Ап аҡ сәсле бите шрам менән тулы,уң яҡ аяғы аҫҡаған яшыҡ ҡына ирҙе кем таныһын инде.Үҙ йорттарына килеп еткәс кенә, күршеләре Ғатаулла бабай ғына килеп күрешкәс,бер аҙ текләп торғандан һуң”Сибәғәт,әллә һин инде,улым?.Иҫән,иҫәнһең бит!”. Күҙендәге йәшен еңе менән һөртөп,ҡосаҡлап алды.”Бына ҡалай ҡыуаныс,оло шатлыҡ бит был,туғандар,ауылдаштар өсөн,кискә Гөлбоҫтан инәң менән кереп сығырбыҙ,донъя хәлдәрен һөйләшербеҙ,ярар балам бар кер,юлдан бик арып ҡайтып киләһеңдер”-бабай хушлашып та тормай,йәтеш кенә кәүҙәһе менән йүгерә атлай ҡайтыу яғына ашыҡты.Өй эсе элеккесә, берҙә генә үҙгәреш һиҙелмәй.Төп яҡта тәҙрә төбөндә ултырған һары япмалы өҫтәлдә,үҙенең фотоһүрәттәре,ниндәйҙер конверттар матур ғына итеп теҙеп һалынған.Сибәғәт бындағы хәлде ҡәберлектә үк аңлаған ине. Түр яҡта сәй табыны әҙерләп йөрөгән әсәһе янына килеп тағы ҡосаҡлап, башын һалып, ябынған аҡ яулығын оҙаҡ күҙен йомоп еҫкәп,торғандан һуң;”Әсәй,таныныңмы инде мине?”-тине.”Эй,үҙ балаңды нисек танымайһың инде,ошо көндәргә тиклем ҡайларҙа ғына аҙашып йөрөнөң икән?”-тип,үкһеп илап ебәрҙе.Әҙерәк тынысланғас,сәй табыны артында байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар,икеһенең дә кәйефтәре күтәрелеп киткәндәй булып,Раҡия әбей аласыҡтан ит алып кереп ҡаҙан тултырып аш һалды.Өй эсен тәмле йәш ит һурпаһы ялмап алды.Сибәғәт өҫтөн алыштырып тышҡа сыҡты.Эшләнәһе эштәр бик күп икән.Байтаҡтан ирҙәр ҡулы теймәгәне күренеп тора.Оҙон көйө утын алып килеп ауҙарғандар.Уныһын көндәр торғанда бысып яраһы кәрәк.Тик бына йөрәге генә урынында түгел,һаман әсәһе өсөн көйәләнә.Утын ярып өйгә кереткәйне.Ҡараһа төп яҡта әсәһе баяғы фотоһүрәттәрҙе ҡарап кем менәндер һөйләшә ине.Тиҙ генә аяҡ кейемен сисеп янына уҙҙы.”Ошо бабайға күпме әйтәм,мин, матурлап һалған әйбергә теймә тип,юҡ тыңламай.Ҡарале бына быныһы беренсе класҡа барғанда велосәпит алып биргәйнек шуны менеп әллә кем булып торған була,быныһы һалдат сағындағыһы.Ә,былары беҙҙе һағынып яҙған хаттары!”.Егеттең иҫе китте хәҙер ниндәй хат булһын инде,етмәһә конверт тышында бер ниндәйҙә һуғылған мисәт тигән тамға юҡ.”Әсәй,ашың бешеп сыҡты шикелле,һурпа эске килеп китте”-тигән булды.Уныһы ултырған еренән саҡ ыңғырашып ҡаҙан янына китте.Ул да булмай геүләшеп күршеләре килеп инделәр.Инәй егетте ҡосаҡлап күҙенән йәш эркеп ғәйепле төҫтә;”Ии,улымды,беҙ һине күптән гүр эйәһе итеп ҡуйҙыҡ бит”-тине.”Инәй,берәүҙә ғәйепле түгел,был билдәһеҙ һуғышта.Кемдер берәү һеҙҙе яҡларға,һаҡларға тейеш,ине.Ҡартатайымдар ҙа ниместе туҡмап,еңеү яулап,беҙгә рәхәт,тыныс тормош бүләк иттеләр.Мин дә ил алдында үҙ бурысымды үтәнем. Эйе,тик шуныһы ауыр, мине иртәрәк ҡара тупраҡ аҫтына һалғандар.”-тине,ауыр көрһөнөп.Ғатауылла бабай;”Ярар,әбей бар ана,киленгә булыш,беҙ улым менән саф һауа һулап,алабыҙ”—тип,егеткә”Әйҙә”тигәндәй баш һелкте.Күктә йым,йым итеп йондоҙҙар балҡый,алыҫта тау артында”Саҡ”,”Суҡ”тауышы ишетелеп ҡала,кәртә аҫтындағы йылға ла “мин дә бында яҡында ғынамын”тигәндәй сылтыр тауышын ишеттерә буғай. Ҡарт шырмый, ҡуйынындағы аҡ башын,кеҫәһенән ике телем икмәген сығарып,стаканы ла янында бит әле.”Әйҙә улым,тот әбейләр был шайтанды барыбер үҙ итмәйләр,һиңә генә тип алып килдем”-тине.Егет шаяртып;”Олатай һин,вис запаслы йөрөйһөң ул?,”Әә,мин нимәгә разведка ла хеҙмәт иткән тиһең”-тип,күҙ ҡыҫҡан булды ла;”Был,ҡарт төпсөнә тип,уйлама, һине тәүҙә хәбәрһеҙ юғалды тинеләр,унан һуң күптә үтмәне ҡара цинк табут алып килделәр.Эй,улым әсәйеңдең ни тиклем өҙгөләнгәнен дуҫыңа түгел дошманыңа бирмәһен,уның күргәндәрен хатта дәфтәр түгел китап яҙырлыҡ.Нисәмә балаһын ер ҡуйынына һалды бит ул,атайың унан һуң ике ағайың.Берҙән бер таянысы һин генә инең был яҡты донъяларҙа.”Хәбәрһеҙ”-тигән һүҙҙе ишетһә лә ышанманы,бүтән әсәйҙәр ҙә шулай итерҙәр ине.Йөрөнө,эҙләне.Күпме запрос ебәреп ҡараны.Үҙен,үҙе тынысландырмаҡсы иттеме икән,һин булып хат яҙа ла икән,конвертҡа һалып,тышына үҙ исем фамилияһын ҡуйып почтаға ебәрә икән.Тәүҙә почтальонка ҡыҙыҡай был хәлгә аптырағайны,һуңынан ул да күнде,ҡапҡағыҙға конверт ҡыҫтырып китә башланы.Әсәйең ала ла беҙгә алып килеп уҡыта.Йәнәһе лә һин уға хәлеңде белгертәһең,икән.Улын һаман да тере килеш күҙ алдында тотоп,башҡаларға ла шуны еткерҙе.Һорашҡан һәр кемгә”Юҡ,һау шәп, аҙна һайын хаты килеп тора,Аллаға шөкөр,бер нисә көндән ҡайтам тип яҙа”тиер ине.Унан инде бер нисә ай үткәс табутыңды алып килделәр,туғандарың”астырабыҙ”-тип күпме генә ҡыр талашһалар ҙа астырманылар,өҫтән шундай приказ булған икән.Ерләп аятыңды уҡытҡас,әсәйең ҡайҙалыр юҡ булды.Беҙ ни ярай ҡайғынан да,кешенән дә арығандыр ял итһен,бимазаламайыҡ тип,бер ике көн кермәнек.Ауыл халҡы менән өс көн эҙләнек.Ярай бәхеткә күрә бер урыҫ мужик, ҡатыны менән алып килделәр.Уларҙың ауылында аҙашып йөрөгән.Һорашһалар”Улымды,эҙләйем!”-тип,әйтеүҙән башҡа һүҙ һөйләмәй икән.Ярай бер әбей танып ҡалған беҙҙең ауыл кешеһе икәнен.Духтыр саҡыртып укол һалдырып,бер аҙна түшәктә ятты.Шунан һуң яйлап алышына башлағанын һиҙҙек.Бер ҡараһаң һин дә мин танып, матур итеп һөйләшә, икенсеһендә инде һинең фотоһүрәтең менән һөйләшә башлай.Көн һайын тиерлек кешеләр зыяратҡа инеп барғанын күрәләр.Хәҙер үҙебеҙҙә уның был ҡылығына күнегеп бөттөк.Эй,улым”Әсә һәм бала”икегеҙ ҙә күпме яфалар күреп,ҡара ҡайғыларға дусар булғанһығыҙ.”Егеттең йөҙөнә ҡарап;”Үҙгәргәнһең улым, күҙем насарыраҡ күрһә мин дә һине алыҫтан танымаҫ инем”-тине.Сибәғәт бер аҙ ауыҙындағы тәмәкеһен оҙон итеп һурғандан һуң.”Беҙҙе учебканан һуң шунда уҡ,һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһенә оҙаттылар,көслө алыш барған ваҡытта беҙҙең рота минаға эләкте. Күптәребеҙ яу яланында ятып ҡалдылар.Мин инде ҡалғанын иҫләмәйем.Аңым берсә инә,юғала.Үҙемде үлек хәлендә хис иттем.Күрәһең шул ваҡытта мине”үлгәнгә”һанағандар.Бер нисә айҙан ғына иҫемә килдем.Төш күрҙем.Әсәйем оҙон аҡ таҫтамал ырғытып мине упҡындан тартып алды.Әйтерһең бар күлдәк,ыштан эстәренә таш тултырғандармы.Бөтә тәнем,башым ҡыйралып килә.Шунда ла мин үҙемдә көс таптым.Тиккә генә аҡ таҫтамал күренмәгән.Ышаныс менән”Барыбер,аяҡҡа баҫасаҡмын,әсәйем хаҡына!"-тинем.

“Ярай,улым.Ҡалғанын һөйләп торма.Мин дә юҡты һорашып ултырам,ҡарт бабай.Уңалып та өлгөрмәгән яраңа,тоҙ һалып.Әйҙә,керәйек.Өйҙәгеләрҙең өҫтәлдәре әҙерҙер инде”.Ысынлап та әсәһе өҫтәл тирәләй йүгереп нимәһен ҡуйып,алып ултыртырға белмәй.Ғатауылла бабай өҫтәп бер,икене түңкәргәс моңло,ҡалын тауыш менән “Уйыл”ды һуҙып ебәрҙе.Ауылдың бер мәжлисенән дә ҡалдырмайҙар. Уның халыҡ йырҙарын белмәгәне юҡ.Нисек һүҙләрен иҫендә ҡалдыралыр.Ул да булмай ишек шаҡынылар.Егет барып асһа шатлыҡтарынан күҙҙәренән осҡондар сығарып Наил дуҫы менән Илдар ҡустыһы тора.Эй,киттеләр былар Сибәғәтте түбәгә тиклем күтәреп.Рәҡиә әбей уларға ҡарап ҡыуанысынан илай ҙа,көлә.Һөйләшеп,йырлашып ултырып көҙгө төн дә һиҙелмәй үткән дә киткән.Иртәгеһен егетте мәктәпкә, уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙылар. Мәктәп директоры,класс етәксеһе Вәлимә Ураловна күҙҙәрендәге йәштәренә ирек ҡуйып, оҙон итеп телмәр тоттолар.”Шул тиклем аҡыллы,эшсән,спорт яратыусы,гел бишлегә генә уҡыған яугир Сибәғәт ағайығыҙҙы беҙ” Герой!ышаныслы ил һаҡсыһы”итеп алдан уҡ күрә инек.Тик шуныһы һаман ауыр йөк, йөрәктәрҙе телгеләй,үҙеңдән алда тимер табутыңды иптәштәреңдең өйгә алып килеүҙәре!?,әсәйең,туғандарың,һинең алдыңда барыбыҙ ҙа ғәйепле кеүекбеҙ,ә шулай ҙа боронғолар әйтеүенсә оҙон ғүмерле булырһың, яугир егет”-тип һүҙен тамамлап,иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар.Һүҙ алыусылар,үҙ фекерҙәрен әйтеүселәр күп булды.Сибәғәт тә ҡыҫҡаса телмәр тотто.Унан һуң өлкән класс уҡыусылары гитарала уйнап күңелгә үтерлек йырҙар йырлап матур концерт бүләк иттеләр.Егет күңеле күтәрелеп әсәһе янына ашыҡты.Рәҡиә әбей улын да көтмәй йәһәтләп мунса тоҡандырып йөрөй.Яу яланына оҙатҡан ваҡытта әсәһе ниндәй шәп,тулы кәүҙәле,шартлап торған ҡатын ине,кешегә бер әйтһә,тураһы менән тәгәрәтә әйтә торғайны.Иренән илле биштә генә тол ҡалһа ла бирешмәне өс улын да аяҡҡа баҫтырҙы.Йылайырҙан бынамын тигән ҡарағай бура һатып алып,шуны эш итеп сыҡтылар.Кәртә тулы мал булды.Малайҙары;”Әсәй,кинйәкәйең әрме сафына китһә,үҙеңә генә ауырға тура киләсәк.Ҡыҫҡартайыҡ”-тиһәләр ҙә тыңламаны.”Улыма,Алла бирһә,иҫән һау хеҙмәт итеп ҡайтһа, килен алып туй үткәрһәк мал артмаҫ күмәрти һатһаң аҡсаһы ла күҙгә күренәсәк!”-тип,ҡырҡа ҡаршы килде.Иң өлкән ағалары йәштән йөрәк сире менән яфалана ине,башы дауахананан сыҡманы,шуға ла өйләнергә ынтылманы.Йәштәр араһына ла бик сығып барманы.Ҡырҡ биш йәшендә генә гүр эйәһе булды,атаһының ҡырҡы ла сыҡмайса.Уртансы ағалары ауылда алдынғы механизатор булып эшләне.Эй,үҙе бигерәк алсаҡ,эшкә шәп ир уртаһы.Колхозда ни,баҫыу эштәрен тамамлаумы,йә башҡа сәбәптәр килеп сыҡһа байрам яһайҙар ине.Ағаһынан күп тә тормай,эскән килеш мотациклға ултырып сығып китеп,ярҙан аунап ҡына вафат булды.Әсә иңдәренә күпме ҡайғы төштө.Шулай булыуға ҡарамаҫтан Рәҡиә әбей, һыҡранманы,һынманы,һыр бирмәне.Иң кинйәкәйен Тыуған ил,башҡорт халҡы өсөн лайыҡлы улы итеп тәрбиәләп,берҙән беренең күңелен һүндермәйем тип,үҙен көслө,ныҡ тотто.Тик,улының һуңғы яҙған хатында ғына;”Әсәй,беҙ һуғышҡа инәбеҙ”-тигән,яҙыуын уҡығас,баштары әйләнеп, кәүҙәһен ҡара болоттар араһында йөҙгән кеүек хис итте.Йоҡоһоҙ төндәр.Күп уйланыуҙан баштары ауыртты.”Әлегә,хәлем бар саҡта”-тип,малын һатып,Сибәғәтенә ҡапыл да ғына кәрәкһә тип,аҡсаларын йыйнап барҙы.Әсә кеше,үҙ хәленең яйлап мөшкөлләнгәнен һиҙә ине.Һаташып,тилереп сыҡҡан төндәре әҙ булманы.Тимер табутты алып килгәндән һуң да,төндәрен сығып китеп таңға ҡәҙәр,ҡәберлеккә барып әйләнер ине.Улы булып хат яҙып,үҙен тынысландырып та ҡараны.Юҡ,шул һулҡылдаған йөрәкте алып таштап,яңынан ҡуйып булһасы.Берҙән бер таянысын ер ҡуйынына һалғас.Һыуға ташланмаҡсы булып та ҡараны.Кире уйланы;”улы терелеп торор ҙа әсәһен эҙләр.Унан,балаҡайын кем ҡаршы алыр һыуыҡ өйҙә?”-тип,үҙен үҙе йыуатты.Ана шундайыраҡ уйҙар буталды әсә мейеһендә.
Көн яйлап кискә ауышты,эҫе мунсала рәхәтләнеп парланып сығыуға әсәһе тәмле генә итеп,эсәк бауырҙан бәлеш бөрөп мейескә тыҡҡан.Өй эсенә йәм биреп ултырыусы самауыр сәйен эскән арала, көндөҙгө осрашыу тураһында һөйләштеләр.Егет киләсәкке пландары менән уртаҡлашҡан булды. Ҡыуанышып ултырһалар ҙа,һаман әсәһенең йөҙө берсә болоҡһоп,яҡтырып киткәнен һиҙҙе улы.Рәҡиә әбейҙең күңеле һаман ҡара тупраҡ аҫтындағы балаҡайы менән бергә ине шул.Яйлап ҡара ер өҫтө үҙенең аҡ юрғанын ябынды.Ҡыш үҙенең сатлама һыуыҡтары менән маҡтанған кеүек.Айҙың башында уҡ әсе бурандарын ебәрҙе.Сибәғәт утындарҙы ярып,өйгә индереүгә яҡын булһын,тип ышыҡ ергә ташып өйөп ҡуйғайны инде.Тыштағы,өйҙәге бар эштәрҙе үҙе башҡарҙы.Ҡапыл һыуыҡ төшкәнгәме әсәһе әҙерәк сирләп алды.Ауылдың фельдшеры;“ҡан баҫымы күтәренке,ҡул эшен тотмаһын,инде”-тип, иҫкәртеп китте. Әҙерәк йүнәлгән һымаҡ булғайны,үҙ һүҙле әсәһе тыңлай буламы;”Сибәғәтемдең аяғы өшөйҙер инде,мин үҙем йылыла ултырыу менәнме”-тип,бәйләнеп бөтмәгән башалтайын ҡулына алып.”Бала бауыр ите”боронғоларҙың һәр әйткән һүҙҙәре тап килә шул.Әсәһе, егеттең күҙ алдында һүнде,һүрелде.”Эх,йә шул ваҡытта ғына башҡа иптәштәре менән бергә яу яланында ятып ҡалһасы.Әсәһе шул ҡайғы менән килешер ҙә ҡуйыр ине.Ул,хәҙер ике Сибәғәт араһын да яна бит.Береһе үле,икенсеһе тере.Егет яҡынының ҡайғыһын аңлап,үҙе тилерер хәлгә етте.”Нишләргә,әллә ҡалаға ҙурыраҡ дауаханаға алып барырғамы?”
Бурандар тымып,көндәр аяҙға тартты.Төн көндөҙгө һымаҡ яп-яҡты.Алыҫта, йондоҙҙар йымылдаша.Егет әҙерәк урам буйлап йөрөп әйләнергә булды.Наил дуҫына һуғылды.Сыр-сыу килешеп ике игеҙәк малайҙары ҡаршыһына йүгереп сыҡтылар;”Ағай!атай әйтә һинең ике миҙалың бар тине,беҙгә күлһәтәле”тип ныҡыштылар.Аталары улдарына ҡарап көлөп тора.Сибәғәт;”Егеттәр,иртәгә миңә ҡунаҡҡа килһәгеҙ,шунда мин уларҙы икегеҙгә лә бүләк,итәм йәме,ә былай уларҙы кеҫәгә һалып йөрөтөргә ярамай!”-тип,әйтеп саҡ ҡотолдо.Байтаҡ һөйләшеп ултырғандан һуң,дуҫы һорай ҡуйҙы;”Алда ниндәй пландар,эш тураһында уйламайһыңдыр әле,ял ит,яраларың уңалһын!”-тип,кәңәшен еткерҙе.”Шулай, күңел яралары уңалырмы икән дуҫҡай?,әсәйемдең көн,төн өҙгөләнеүҙәрен күреү,Аллаһы Тәғәләнән бирелгән һынау булдымы әллә?”-тип,егет ауыр көрһөндө.Ҡайтырға сыҡҡас,рәхәтләнеп ҡышҡы һауаны еҫкәне.Ауылдың икенсе урамында клуб,уйынға сыҡҡан йәштәрҙең көлөшкән тауыштары ишетелеп ҡала.Һуң булһа ла күршеләренең өйөндә лә, ут баҙлап тора,берәй ҡунаҡтары барҙыр.Бөгөн ял көнө бит әле.Үҙҙәрендә ҡараңғы әсәһе ял итәлер.Өйгә ингәс төпкә инеп торманы,яҡынының йоҡоһон бүлдермәҫ өсөн,бесәй шикелле генә баҫып үҙ бүлмәһенә үтте.Оҙаҡ күҙҙәренә йоҡо килмәй ятты.Тик таң алдынан ғына йоҡлап киткәйне унда ла һаташып,атаһын,ағаларын күреп уянды.Әсәһе күптән уянып ваҡ төйәк менән булышалыр.Уға ла тышҡа сығып бер нисә бөртөк һарыҡтарға бесән ырғытып,аҫтарын таҙартырға кәрәк.Өй яғылмағанға оҡшай.Торғас та һерелдәп алды.Ул тороуға әсәһе иртүк яғып,йылытып ҡуя торғайны.Әллә,уны көтмәйсә һарайҙа йөрөй микән?.Бушлатын эләктереп,быймаһын кейеп тышҡа сыҡты.Юҡ.Аптырап күршеләренә һуғылды,унда ла баш ҡына һелктеләр.Ҡайҙа китергә мөмкин,таң менән?.Әсәһенең электән ундай ғәҙәте юҡ,кемгәлер барып,оҙон көн буйына сәй эсеп,хәбәр һатырға.Әҙ генә кеше килеп ултырһа ла түҙмәй,ул сығып китһә;”Күпме эште,ҡалдырҙы инде”тиер,ине.Туҡта әллә тағы зыяратҡа киттеме,булмаҫ?”-тип, үҙен тынысландырғыһы килде.Шунда ла аяҡтары ауыл осона табан тартты.Мөрйәләрҙән төтөндәр быҫҡый,урамда бер әҙәм осраманы.Таң атһа ла күктәге йондоҙҙар һаман йымылдашалар.Зыяратҡа юл бармы икән,һуң?,бар.Һуңғы бурандарҙан һуң кемдер бата сума юл һалған.Эскә үтте,ниндәйҙер шомлоҡ,күңелен биләп алды.Йәшел күлдәкле ҡарағай янына табан атланы.Йөрәге ҡурҡыныс хәлде алдан һиҙгерткән кеүек,даһырлап тибә башланы.Бына атылып сыға инде.Хәлһеҙ аяҡтарын һөйрәп саҡ барып етеп,тәүге ҡайтҡандағы кеүек,бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе;”Әсәй,әсәкәйем!!!Нишләнең?был мин,улың тере бит,тор әле,тор, өшөйһең бит!”-тип, әсәһенең күптән ҡатҡан кәүҙәһен ҡосаҡлап иланы ла,иланы.Бер береһенә һыйынып ятҡан ҡәбер өҫтәре матур итеп,яуған ҡарҙан таҙартылған да,яндарындағы буш урынға ҡаты имән таяғы ҡаҙалған ине.Яңғыҙ әсәнең ҡайғыһын күптән уртаҡ иткән,оло ҡарайғай ҙа егет менән ҡуша илағандай,шыптырҙатып ҡәбер өҫтөнә йәшел энәләрен ҡойҙо.
 
Автор:
Читайте нас: