Күрше Ейәнсура районының матур тәбиғәтле Сирғол ауылында донъяға килгән Әнисә апай Шәрипова.
Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте факультетын һайлай ҡыҙ.
Һуңғы курста уҡығанда үҙенең яҡташы – Ейәнсура районы егете Рәфҡәт Ғәлим улы менән сәстәрен-сәскә бәйләй.
Хеҙмәт юлын Үрге Бикҡужа мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Тәүге сабыйҙары Руслан донъяға килеп, Йомағужа ауылында коттедж төҙөп сыҡҡас, 1988 йылда “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Һәм бына шул осорҙан алып, йәмғеһе 36 йыл, үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡара ул! Ошо йылдар эсендә ул балаларға туған телдән һабаҡ та биргән, тәрбиәсе лә булған. Әлеге көндә иһә йәнә башҡорт теленән уҡыта.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Әнисә апай тырыш хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булған, быйыл иһә уға юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылған.
Әйткәндәй, бәхетле әсәй, бейем, өс ейән-ейәнсәре булған бәхетле ҡәрсәй ҙә ул. Бынан 27 элек тормош иптәше Рәфҡәт Ғәлим улы фажиғәле вафат булғанда, уға ҡырҡ та тулмаған була. Көслө рухлы ҡатын тормоштоң ауыр һынауынан бөгөлөп төшмәй, аталарынан 10, 12 йәшлек кенә булып ҡалған улдарын ысын ир-егеттәр итеп тәрбиәләй, уларға юғары белем алырға ярҙам итә, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Бөгөн инде Руслан да, Артур ҙа аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, әсәләренә, ғаиләләренә ныҡлы ҡалҡан булған ир-егеттәр. Руслан Өфө иҡтисад һәм сервиз академияһында белем алған, кәләше – Әбйәлил ҡыҙы Гүзәл менән Йомағужала йәшәй, әлеге көндә вахта ысулы менән Мәскәү ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр.
Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияның юридик факультетын тамамлаған Артур тормош иптәше – Ағиҙел ҡалаһы ҡыҙы Эльза менән Өфөлә төпләнгән, әлеге көндә төҙөлөш компанияһында эшләй.
Әнисә апай үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Ул - урындағы һайлау комиисияһы ағзаһы, йыл да һайлауҙарҙан ситтә ҡалмай, “Гәрәбә” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы булараҡ, ауылда уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡумыҙҙа оҫта уйнай, төрлө кисәләр өсөн йөкмәткеле сценарийҙар яҙа. Эш араһында гөрләтеп донъя көтөргә, аллы-гөллө сәскәләр, баҡса тултырып еләк-емеш үҫтерергә лә ваҡыт таба.
Уның хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙән уҡырһығыҙ.