Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2024, 10:55

Милли кейем көнө

Мәғариф учреждениеларында – мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла милли кейемдәр көнө бик күңелле үтә. Балалар уҡырға милли кейемдәрҙә йәки милли кейем атрибуттарында килә һәм уҡытыусылар менән берлектә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша: тематик стендтар төҙөй, күргәҙмәләр биҙәй, асыҡ класс сәғәттәре, күңелле тәнәфестәр һәм башҡа мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнаша.  Мәҫәлән, М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһында башланғыс класс уҡытыусылары З.Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбе педагогтарын үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Сәйфуллина Зәлиә Юлай ҡыҙы, Ҡыҙрасов Юлай Вәлиша улы, Камалеев Дмитрий Витальевич балаларға милли кейемдәр тураһында йөкмәткеле мәғлүмәт еткергән, милли музыка ҡоралдарында ла уйнап күрһәткән. Балаларҙың күңелдәренә үтеп инеп, уларға рухи байлыҡ өләшеп, байрамға йәм өҫтәгән музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәрен еткерә гимназия уҡытыусылары.

Мәғариф учреждениеларында – мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла милли кейемдәр көнө бик күңелле үтә. Балалар уҡырға милли кейемдәрҙә йәки милли кейем атрибуттарында килә һәм уҡытыусылар менән берлектә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша: тематик стендтар төҙөй, күргәҙмәләр биҙәй, асыҡ класс сәғәттәре, күңелле тәнәфестәр һәм башҡа мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнаша.
 Мәҫәлән, М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһында башланғыс класс уҡытыусылары З.Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбе педагогтарын үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Сәйфуллина Зәлиә Юлай ҡыҙы, Ҡыҙрасов Юлай Вәлиша улы, Камалеев Дмитрий Витальевич балаларға милли кейемдәр тураһында йөкмәткеле мәғлүмәт еткергән, милли музыка ҡоралдарында ла уйнап күрһәткән. Балаларҙың күңелдәренә үтеп инеп, уларға рухи байлыҡ өләшеп, байрамға йәм өҫтәгән музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәрен еткерә гимназия уҡытыусылары.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас