Ҡабаҡ сәләмәтлекте һаҡлай, организмдағы витаминдар, микроэлементтар һәм минералдар ҡытлығын тулыландыра. Уның сағыу төҫө күҙ күреү һәләтен нығытыусы А-бета – каротин витаминына бай булыуы хаҡында һөйләй. Ҡабаҡ - аҙыҡ эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе күҙәнәкле туҡыма сығанағы ла. Ҡабаҡ орлоҡтары сей көйөнә файҙалыраҡ.Йомшаҡ өлөшө үт һәм бәүел ҡыуҙырыу сифатына эйә.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, уның организм өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. В төркөмө һәм Е, С, РР, Т витаминдары нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, тынысландырыу, йоҡоно һәм хәтерҙе яҡшыртыу үҙенсәлегенә эйә. Арыу-талсығыуҙан, ҡуҙғыусанлыҡтан арынырға ярҙам итә. С витамины һытҡыларҙан ҡотолдора, тырнаҡ һәм сәстәрҙе нығыта, А һәм Е витаминдары иртә ҡартайыуҙы һәм йыйырсыҡтарҙы иҫкәртә. Каротинды электән үк тәбиғи антибиотик тип йөрөтәләр, ә К витамины ҡан ойошоусанлығын яҡшырта. Йәшелсә орлоҡтары эсәк паразиттарынан ҡотолорға ярҙамлаша, ә һуты һыуыҡ тейгәндә бик файҙалы.
Ҡабаҡтан ҡайнатма
1 килограмм ҡабаҡҡа 2 әфлисун, 1 лимон, 300 грамм шәкәр, ярты стакан һыу алабыҙ. Ярты стакан һыуға шәкәр һалып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Сироп ҡайнап сыҡҡас, ит турағыстан үткәрелгән ҡабаҡты, әфлисунды, лимонды ҡушабыҙ һәм бутайбыҙ. Талғын утта бер нисә минут ҡайнатабыҙ. Һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.
Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәгән мәғариф ветераны Таңһылыу Вәлиева ҡабаҡтан повидло ғына эшләй. Тәмле һәм шифалы ҡабаҡ повидлоһын нисек эшләү сере менән дә ихлас уртаҡлашҡан. "Бер тигеҙ ҙурлыҡтағы ҡабаҡтарҙы алырға кәрәк, сөнки үтә эреләре тигеҙ бешмәй, ҡатыраҡ булыуы ихтимал. Мин был юлы биш ҡабаҡтан эшләнем. Ике табаҡ сыҡты.Ҡабаҡтарҙы йыуып, тышын әрсегәндән һуң, телгеләп, бүлгеләп, ҙур кәстрүлгә һалып быҡтырҙым һәм ит турағыс аша үткәреп алдым. Сей көйө үткәрергә лә мөмкин, тик ит турағыс ауыр үткәрә. Әҙер массаға ит турағыс аша үткәреп күрәгә (300-400 грамм тирәһе, самаһын һәр кем үҙенсә самалай инде) һәм 3-(4) лимон ҡуштым. Тик лимонды тәүҙә үҙен генә һыуҙа бешереп алаһың - йомшаҡ ҡына булып бешә ул. Күрәгә менән бергә ит турағыстан үткәреп, ҡабаҡҡа ҡушып, шәкәр һалып, ярты сәғәт ҡайнатаһың. Ҡабаҡ сөсө, күрәгә - шәрбәт, шуға күрә шәкәрҙе лә тәменсә һалырға кәрәк. Мин һәр табаҡҡа бер килонан саҡ ҡына күберәк һалдым. (Үҙегеҙ тәмләп ҡарап, самалағыҙ).Бәлешкә лә бара, һөҙмәгә лә (сей эремсек), аҡ һәм ҡыҙыл эремсеккә лә хатта талҡанға ла ҡушып танысҡап һалып ҡуйырға була.
Ҡабаҡтан һут
Уны әҙерләү бик ябай. Ҡабаҡты ҡабығынан таҙартаһың. Шәкәр шаҡмағынан ҙурыраҡ итеп турайһың. Дүрт килограмм ҡабаҡҡа ярты килограмм шәкәр, ике балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡабаҡты һауытҡа тултырғас, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың. 15-20 минут ҡайнар һыуҙа бешерәһең. Бешкәнен бысаҡ менән сәнсеп ҡарарға була. Бешкән массаны блендер, йә булмаһа бәрәңге төйә торғаны менән иҙергә. Пюре һымаҡ булғас, шәкәр, кислота ҡушабыҙ. Ҡайһы бер кеше әфлисун һала, уның урынына магазин һуты һалырға була. Бер ҡап персик, алма йәки әфлисун һуты ҡушып 10 минутлап ҡайнатаһың да стерилләнгән банкаларға һалып, ябып ултыртаһың. Әсемәй ҙә, ҡапҡасы атылмай ҙа.