Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2024, 10:35

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...”

Халҡыбыҙҙың йөрәк түренән сыҡҡан “Азамат” йырында йырланғанса, ир-егеткә ҡайҙа ғына барырға, ниҙәр генә күрергә тура килмәй шул! Юҡҡа ғына уларҙы көслө зат тип атамайҙар: ғаиләһе, яҡындары өсөн генә түгел, тыуған ере, иле өсөн дә яуаплылыҡ нәҡ улар иңендә. Бөгөнгө геройыбыҙ  ҙа тыуған иле өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булған ысын ир-егет, ул Украинала  махсус хәрби операция башланғас ситтә ҡала алмаған, 2023 йылдың башында контракт төҙөп, ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ҡулына ҡорал алған.

Ҡадир ауылында ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән Тарихсы (яҡташыбыҙҙың яуҙағы позывнойы – “Тарихсы”). Ябай, эшһөйәр ата-әсә балаларын әпәүләп үҫтермәй, улдарына иң тәү сиратта хеҙмәт тәрбиәһе бирә. Тырышып уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү, өйҙәге утын-бесән әҙерләү, көтөү көтөү, баҡса үҫтереү, атай-әсәйгә мал ҡарашыу кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙе атҡарыу, каникулдар ваҡытында колхозға ярҙам итеү был егеттәр өсөн ғәҙәти хәл һанала. Шуғалыр ҙа улар физик яҡтан ныҡ, көслө рухлы булып буй етә.

 1988-1990 йылдарҙа яҡташыбыҙ ил алдындағы хәрби бурысын үтәй - Көнбайыш Украинала Эске эштәр ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

 1988 йылдың 7 декабрендә Әрмәнстан Республикаһында  көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә 25 мең кеше һәләк була, 514 мең кеше емереклектән зыян күрә. СССР Ҡораллы көстәре подразделениелары, шул иҫәптән Ҡадир ауылы егете хеҙмәт иткән махсус тәғәйенләнештәге часть, фажиғә урынына иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә. Спитак ҡалаһындағы ер тетрәүҙең ҡот осҡос эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан һалдаттарҙы артабан Әрмәнстан менән Азербайжан халҡы араһында Таулы Ҡарабах өсөн барған конфликтты яйға һалыуға йәлеп итәләр.

 1990 йылдың майында хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан егет юғары белем алыу ниәте менән Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Йәш булһа ла төплө аҡыллы, уйсан егетте төркөмдәштәре генә түгел, уҡытыусылары ла бик хөрмәт итә.

  1992 йылдың көҙөндә осетин һәм ингуш халҡы араһындағы ҡанлы бәрелеште туҡтатыу өсөн йәнә хәрбиҙәр йәлеп ителә. Беҙҙең яҡташыбыҙ Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөй һәм тыныслыҡ урынлаштырыусы сифатында хәрби хеҙмәткә юллана. Үҙе өсөн яҡындарының борсоласағын, төн йоҡламай ут йотасағын яҡшы аңлай ул, шуға ла ата-әсәһен “Себергә эшкә китәм” тип ышандыра. Был һуғыштан өлкән сержант контузия алып, яраланып ҡайта.

 Билдәле булыуынса, махсус хәрби операция - Тарихсы өсөн өсөнсө хәрби хеҙмәт. Ҡатыны менән алты ул үҫтергән уҙамандың был аҙымы ныҡлы уйланылған - ил һағына баҫыуы ҡапыл ғына ҡабул ителгән осраҡлы ҡарар түгел.

- Улдар үҫтергән атай бит мин, улар өсөн өлгө булырға тейешмен. Ғаиләнән бер кеше булһа ла ил һаҡларға тейеш тип уйланым. Кемдер, бәлки, аҡса эшләргә киткән, тип тә уйлайҙыр. Әммә улар төптө хаталана, - ти Тарихсы.

Ысынлап та, тормошта аяғында ныҡлы баҫып торған, үҙенең техникаһы, пилорамаһы булған булдыҡлы ир ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итерлек аҡсаны бында ла эшләй. Әммә уны илһөйәрлек, яуаплылыҡ тойғоһо алға әйҙәй. Әйткәндәй, уның ағалары ла махсус хәрби операцияға барырға теләк белдерә, әммә өлкәненең ғаризаһын йәш буйынса кире ҡағалар, яуаплы вазифа биләгән икенсе ағаһына юғарынан рөхсәт бирмәйҙәр.

 Уҙған йылдың сентябренән Росгвардия составындағы  С.Юлаев исемендәге батальонда “БТР” механигы булып хеҙмәт итә яҡташыбыҙ. Билдәле, ут эсендә йөрөгән егеттәргә еңел түгел, әммә ул был турала “Төрлө хәлдәр була инде, уйын уйнап йөрөмәйбеҙ бит”, - тигән бер һөйләм генә әйтеп, һүҙҙе икенсегә бороуҙы хуп күрҙе.

 Башҡорт егетенең яуҙа һынатмауына һис шик юҡ, уның Салауат Юлаев исемендәге батальонға нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы Артур Йомағужин ҡулынан  Шайморатов миҙалын алыуы ла шуны раҫлай.

 Әлеге мәлдә яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, ҡатыны, кесе улы менән “Янғантау” шифаханаһында ял итә.

- Оло улдарым мине аңлап ҡараһа ла, кесе улым сит тарафтарға юлланыуымды ауыр кисерҙе. Шуға ла һанаулы ғына ял көндәрендә уға күберәк иғтибар бүлергә тырышам, - ти ошо көндәрҙә ҡабат алыҫ юлға сығасаҡ яугир.

 Уға ихлас йөрәктән хәйерле юл теләйбеҙ. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, унда ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙарға бөтә илде ҡыуандырып, тыуған ергә, тыуған йортона әйләнеп ҡайтырға насип булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас