Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2024, 08:45

Раузалар батшабикәһе Розалия

 Гөл-сәскә яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр. Әммә бөтә булмышы менән исеменә есеме тура килеп торғандар һанаулы. Розалия тигән исем “раузаларҙың иң матуры” тигәнде аңлата. Гөл баҡсаһында йөҙҙән ашыу хуш еҫле, күҙҙең яуын алып торған раузалар үҫтергән гүзәл затты “раузалар батшабикәһе” тип әйтмәй ҙә мөмкин түгел. Өй эргәһе күҙҙәр ҡамашырлыҡ: бер мөйөштә хуш еҫле зәңгәр лаванда үҫһә, наҙлы розалар араһында ләлә сәскәләре, дельфиниум, астралар, үрмәгөлдәр тирбәлә.  Ейәнсура районының Үрген ауылында ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫкән ул Розалия Мөхәммәт ҡыҙы Вәлидова. Өсөнсө класҡа тиклем Сирғол ауылында йәшәй, унан әсәһе менән Мораҡҡа күсенеп, уҡыуын әлеге Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белеү биреү мәктәбендә  дауам итә. Уны тамамлағас, һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Тормош иптәше - Яңы Хвалын егете Илдар менән дә нәҡ ошо йылдарҙа танышып, ҡауышалар. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар.

 Гөл-сәскә яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр. Әммә бөтә булмышы менән исеменә есеме тура килеп торғандар һанаулы. Розалия тигән исем “раузаларҙың иң матуры” тигәнде аңлата. Гөл баҡсаһында йөҙҙән ашыу хуш еҫле, күҙҙең яуын алып торған раузалар үҫтергән гүзәл затты “раузалар батшабикәһе” тип әйтмәй ҙә мөмкин түгел.

Өй эргәһе күҙҙәр ҡамашырлыҡ: бер мөйөштә хуш еҫле зәңгәр лаванда үҫһә, наҙлы розалар араһында ләлә сәскәләре, дельфиниум, астралар, үрмәгөлдәр тирбәлә.

 Ейәнсура районының Үрген ауылында ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫкән ул Розалия Мөхәммәт ҡыҙы Вәлидова. Өсөнсө класҡа тиклем Сирғол ауылында йәшәй, унан әсәһе менән Мораҡҡа күсенеп, уҡыуын әлеге Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белеү биреү мәктәбендә  дауам итә. Уны тамамлағас, һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Тормош иптәше - Яңы Хвалын егете Илдар менән дә нәҡ ошо йылдарҙа танышып, ҡауышалар. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас