Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2024, 10:50

Милли кейемдәрҙә – беҙҙең рухи асылыбыҙ

 Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, Милли кейемдәр көнө йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнелә. Яңы ғына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, был көн күп милләтле республика халҡында ҙур танылыу алды һәм йыл да киң форматта билдәләнә: үҙ халҡының тарихына, милли йолаларына битараф булмағандар милли кейемдәрҙә төшкән фотоһүрәттәрен социаль селтәрҙәргә һала, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында төрлө саралар уҙа.

 Милли кейемдәр көнөнә арналған сара йома көндө З.Биишева исемендәге ял паркында ойошторолдо. Байрамды алып барыусылар - Гөлдәр Ғөбәйҙуллина менән Зарема Наҙарғолова был датаның нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне, төрлө костюмдарҙың һәм биҙәүестәрҙең тарихы менән таныштырҙы. 

З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, район мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтары сараны сағыу сығыштары менән биҙәне. Байрам һәр ваҡыттағыса дөйөм бейеү һәм флэшмоб менән тамамланды. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас