Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентября 2024, 11:40

Тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары

Күгәрсен урмансылығы бер нисә участка урмансылыҡтарынан тора. Беҙҙең бөгөҙгө һүҙебеҙ - Күгәрсен участка урмансылығы һәм уның тырыш эшсәндәренең береһе – мастер Илмир Шәрипов тураһында. 

Тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсыларыТәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары
Тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары

Ул 1-се Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫә. Күгәрсен урта мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, “Октябрь” совхозы бүлексәһендә тракторсы булып эшләй башлай. 2001 йылда Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Һөнәр алғас, хеҙмәтен әсәһе Рәмилә Йәнгир ҡыҙы ғүмере буйы эшләгән Дәүләтҡол һөт-тауар фермаһында мал ҡараусы булып дауам итә. Артабан кейек фермаһында, Рәшит Хәлитовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй.”Күгәрсен урмансылығы”на Илмир 2014 йылда ваҡытлыса килешеү буйынса ғына килә һәм ошо көнгәсә тырышып, үҙ бурыстарын теүәл үтәп, оло намыҫ менән эшләп йөрөй. Тәүҙә пилорамсы булып тир түгә ул, үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле егетте торараҡ мастер итеп үрләтәләр. Илмир Рәфҡәт улының эше күп – урманды даими рәүештә колонтролдә тоторға, обход үткәрергә, тәрбиәләргә, янғындарҙан һаҡларға, һәр миҙгелдә төрлө ҡырҡыу эштәрен башҡарырға, ҡайын орлоҡтарын йыйырға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә утын әҙерләргә, делянкалар бүлергә, яҙ һәм көҙ айҙарында үҫентеләр ултыртырға кәрәк. Урман И.Шәрипов өсөн күптән инде икенсе өйөнә әйләнгән. Ул үҙен урмандың ысын хужаһы итеп тоя, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, үҙ эшен теүәл үтәй.

- Өлкән мастер Илгиз Шәрипов, тракторсы Юнир Әбйәлилов менән бергәләп эшләйбеҙ, - тип һөйләй Илмир Рәфҡәт улы. – Уның өсөн техникабыҙ – “МТЗ-1221” тракторы бар, кәрәк икән пилораманы эшләтәбеҙ. Иң мөһиме, урманды яратырға, уны белергә, тәбиғәт закондары буйынса йәшәргә кәрәк, тап шул саҡта ул һинең өсөн күп серҙәрен аса. Әммә еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны ни тиклем ҙур һәм көслө булмаһын, ул һәр саҡ беҙҙең яҡлауға мохтаж. Беҙҙең бурыс – уны һаҡлау, -  ти үҙ бурыстана яуаплы ҡараусы белгес. Илмир Рәфҡәт улын хеҙмәттәштәре лә тыйнаҡлығы, эшкә яуаплы ҡарауы, намыҫлы булғаны өсөн ихтирам итә, ул үҙе лә һәр саҡ үҙ өҫтөндә эшләй, был өлкәне күберәк өйрәнергә һәм белергә тырыша. Клиенттары – олоһо, кесеһе менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба.

 Илмирҙы ауылдаштары ысын ауыл кеше булғаны өсөн бик хөрмәт итә, ул үҙенең ҙур шәхси хужалығын да бына тигән итеп алып бара.

 

 

Автор:
Читайте нас