-4 °С
Болотло
Кәрәк:
2 килограмм кәбеҫтә,
2 килограмм помидор,
1 килограмм һуған
1 килограмм кишер алабыз.
Кәбеҫтәне, помидорҙы, һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Кишерҙе терканан үткәрәбеҙ. Йәшелсәләрҙе ҙур кәстрүлгә һалабыҙ, 0,5 грамм үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 11 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы уксус, 11 бөртөк ҡара борос һәм 5 лавр япрағы һалып утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң бер сәғәт ҡайнатабыҙ һәм банкаларға тултырып, ҡапҡастарын нығытып ябып ҡуябыҙ.