Сәскә һеркәһе - аҡһым, витаминдар, ферменттар, минераль тоҙҙар, углеводтар, май кислоталары, үҫемлек гормондары сығанағы. Быларҙың барыһы ла – кешенең организмы өсөн бик ҡиммәтле продукт. Бал менән бергә сәскә һеркәһе тағы ла яҡшыраҡ дауалау сараһына әүерелә. Һеркәле бал кешенең эндокрин системаһына бик яҡшы йоғонто яһай, ҡан составын яҡшырта, анемия һәм нурланыш ауырыуынан да файҙаһы ҙур. Эс ҡатыуҙарын, энтероколит, дисбактериозды дауалай. Липид алмашын нормалләштереп, холестеринды, триглицеридтарҙы кәметә.
Йөҙөмлө бал
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары булған кешеләр өсөн иң яҡшы бал. Йөзөмдә калий күп, ә ул бал менән бергә бик яҡшы үҙләштерелә. Бындай бал инсульт кисергән кешеләр өсөн яҡшы. Ул атеросклероздан, гипертония, нервы системаһы көйһөҙлөктәренән ҡотолоу өсөн дә әйбәт. Инфаркттан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫыу өсөн, йөрәк ишемияһы һ.б. йөрәк сирҙәренән, шулай уҡ быуын ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн, йөҙөмлө-лимонлы бал ҡулланыу кәңәш ителә.
Йыуылған лимонды 0,5 сантиметр ҡалынлыҡтағы телемдәргә турайҙар. 1 стакан балға 1 лимон һәм 2 аш ҡалағы ҡара йөҙөм алына. Ҡатнашманы өҫтө ябыҡ банкаға һалып һалҡынса урында һаҡлайҙар һәм ашарға 20 минут ҡала көнөнә 3 мәртәбә берәр ҡалаҡ ҡабул итәләр.
Инжирлы бал
Йөрәк ҡағыуҙан, бронхиаль астманан, күкрәк ситлегендәге ауыртыуҙарҙан, температуранан файҙалы. Ул һалҡын тейеүҙән һәм тын юлдары ауыртыуҙарынан бик яҡшы сара.
Бронхиттан интегеүселәргә төнгә ҡаршы 2 балғалаҡ инжирлы бал менән 1 стакан ҡайнар һөт эсеп ятыу файҙалы буласаҡ.
Миндаль менән
Әлеге сәтләүекле бал организмды таҙарта, бөтөн ашҡаҙан-эсәк системаһына әкрен генә, әммә ышаныслы ярҙам итә. Ул эсәк системаһындағы төрлө йәрәхәт-яраларҙы төҙәтә, хатта ҡайһы бер шештәрҙе лә бөтөрөргә ярҙа итә.