Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2024, 05:12

Һынамыштар

*Беренсе сентябрҙә йылы булһа – бөтөн көҙ йылы булыр. *Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Бешкән һоло яңынан йәшәрә икән – көҙ йонсоу була.

*Ағастарҙа ваҡытһыҙ һары япраҡтар күренһә, иртә көҙгә.

*Әбейҙәр сыуағында ҡанатлы ҡырмыҫҡалар күп булһа – көҙҙөң аяҙ һәм ҡыштың һалҡын булыуына.

*Үрмәксе ауҙары үҫемлектәр буйынса һуҙылһа – йылыға.

*Миләш емеше күп булһа, көҙ ямғырлы, аҙ булһа – ҡоро була. 

*Йәй еүеш һәм көҙ йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла.

*Ағаста япраҡ ҡойолоп бөтмәй ҡалһа, ҡыш һыуыҡ була.

*Япраҡтар ҡойолоу һуңлаһа – һалҡын һәм оҙон ҡышҡа.

*Ҡоштар йылы яҡҡа берҙәм китһә, ҡыш ҡаты була.

*Көҙ аҙағында серекәй күбәйә икән, йылы ҡышҡа.

 

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас