Ейәнсура районының Үрген ауылында ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫкән ул Розалия Мөхәммәт ҡыҙы Вәлидова. Өсөнсө класҡа тиклем Сирғол ауылында йәшәй, унан әсәһе менән Мораҡҡа күсенеп, уҡыуын әлеге Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белеү биреү мәктәбендә дауам итә. Уны тамамлағас, һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Тормош иптәше - Яңы Хвалын егете Илдар менән дә нәҡ ошо йылдарҙа танышып, ҡауышалар. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар.
Илдар иһә тамырҙары менән Ураҡай ауылынан. Ата-әсәһе Яңы Хвалындың бәләкәй генә утарҙан үҫеп, гөрләп торған сағында эшкә баралар һәм шунда төпләнеп тороп та ҡалалар.
- Ҡасандыр ауыл ҙур ғына булған ул, үҙҙәренең май һығыу, колбаса эшләү цехтары булған, яңы өйҙәр төҙөгәндәр. Ситтән күптәр күсеп килгән.
Әле иптәшем Себерҙә “Сургутнефтегаз” ойошмаһында вахта ысулы менән эшләй. Ғаилә өсөн тырышып, беҙҙе матди яҡтан мохтаж булмаҫлыҡ итеп тәьмин итергә ынтылып тора, уға рәхмәтлемен, - ти Розалия.
Бөгөн улар дүрт балаға – Камелия, Нуралия, Нурсолтан һәм Ирада исемле һөйкөмлө ҡыҙ һәм малайҙарға атай-әсәй. Өлкән ҡыҙҙары һынлы сәнғәтте үҙ иткән, әлеге көндә ул Өфөлә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында 10-нынсыла уҡый. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫ ҡыҙ киләсәк һөнәрен дә тап ошо йүнәлеш менән бәйләмәксе, тырыш уҡыусы туғыҙынсы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған. Икенсе ҡыҙҙары Нуралиә Күмертау ҡалаһында Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусыһы. Шайморатов класында белем алған ҡыҙ ысынлап та, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге, рухлы булыуы менән айырылып тора. Бәләкәйҙәре – биш йәшлек Нурсолтан менән өс йәшлек Ирада балалар баҡсаһында йөрөй. Әйткәндәй, күп балалы әсә үҙе лә ун йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.
- Бала саҡтан яратам сәскәләрҙе. Һыу һипкән һайын улар менән һөйләшәм, күңелемде баҫам. Гөл –сәскәләргә, баҡса эшенә мөкиббән ғашиҡ булған Разия өләсәйем тәрбиәһен күреп үҫтем. Ниндәй генә сәскә, ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫтермәне ул баҡсаһында! Матурлыҡты күрә белгән, күңеле, булмышы менән тоя белгән бик егәрле өләсәй ине ул.
Хәтеремдә, ҡалала паркта йөрөп ятабыҙ, теҙелешеп кенә үҫкән төрлө төҫтәге сәскәләргә һоҡланып йөрөнөк тә, орлоҡланғандарын минән йыйҙыртып алғайны. Хәҙер ул сәскәләрҙең исемен дә беләм, бер йыллыҡ георгиндар булып сыҡты, өләсәйем иҫтәлеге итеп үҙем дә яратып үҫтерәм. Ә розаларҙы тәүҙә беҙҙең яҡта үҫмәйҙер тип уйлай торғайным. Шундай наҙлы ла, ғорур ҙа сәскәләр Франция, Англия кеүек зауыҡлы яҡтарҙа ғына үҫтерәләр һымаҡ тойолғайны.
Бынан егерме йылдан ашыу элек апайым Ейәнсура баҙарында Туймазы питомнигының ике розаһын һатып алып бирҙе. Береһе - ҡыҙыл, икенсеһе - аҡ.Үҙенә лә икене алды. Алып ҡайттым, ултырттым, ағы гөлйемешкә әүерелде, ә ҡыҙылы ҡәҙимге үҫеп китте, әсәйемдең баҡсаһында ултырып ҡалды. Был өйгә күскәс, үҙемә алып ҡайтып ултырмаҡсы булып, ҡаҙып алдым. Әммә уның тамыры төпкә лә, киңлеккә лә ныҡ таралған (алға китеп әйтеп үтәйем: бер урында оҙаҡ йылдар үҫкән сәскәләрҙе ҡаҙып маташырға кәрәкмәй, барыбер мандымай). Күсерергә тырышыуым бушҡа булды, китмәне.
Ә үҫтерге килә! Эҙләп таптым тап шундай төрҙәрен. Ул ваҡытта исемдәрен дә белмәй инем, хәҙер беләм: йылына бер генә сәскә ата торған үрмәле“фламентанц” тигән роза булып сыҡты. Ныҡ тәрбиә һәм иғтибар яратҡан сорт, үҫтереүе ҡатмарлы, әммә мин уны тәүге сәскәм булараҡ һаман да яратып бағам. - Әңгәмәсемдең сәскәләр тураһында бирелеп китеп һөйләгәнен бүлдермәй тыңлайым. Нисек тәрбиәләргә, ниндәй сорттарға өҫтөнлөк бирергә, ниндәй ашламалар менән туҡландырырға – өс йылдан ашыу ғына розалар үҫтерә башлап та, был хәтлем дә мәғлүмәтле булырға мөмкин икән тип хайран ҡалам.
- Сәскә менән “сирле” тип әйтер инем үҙемде. Берәй матур, ят роза күреп ҡалһам, уның турала уҡып, өйрәнеп, яҙҙыртып алам. Киләсәктә ишәйтеп һатыу теләге лә бар, әммә ваҡыт еткерә алмайым, балалар ҙа бәләкәй. Әлегә сәскә үҫтереү процесы менән ҡәнәғәтләнәм. Яҙ еткәнен һағынып көтөп алам. Баҡсаға бер инеп китһәм, аш тураһында ла, башҡа эш тураһында ла онотоп, көнө буйы йөрөй алам. Шуға яҡындарыма “бер сәғәттән артыҡ йөрөй башлаһам,ҡысҡырығыҙ” тип әйтеп ҡуйғанмын, - тип йылмая Розалия.
Сәскә оҫтаһының күҙәтеүҙәре буйынса, беҙҙең ерлектә Канада розалары тиҙ нығынып үҫеп китә. Шулай уҡ немец, инглиз сәскәләре көслө була, ти ул.
- Һәр үҫемлек кеүек улар ҙа туҡландырыуҙы ярата. Иртә яҙҙан (ҡайын бөрө тиртә башлағандан мәлдән) миҙгелгә яраҡлы ашламалар (азотлы, аммиак селитраһы, мочевина – хәҙер һәр төрлө ашламалар күп) индереп, тәрбиәләйбеҙ. Уға тиклем ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлау сараларын күрәбеҙ, һабағының тере, һутлы еренә тиклем ҡырҡып, “мирамистин”, “зеленка” йә спирт кеүек нәмәләр менән эшкәртәбеҙ.
Быйылғы ямғырлы һауа торошо розаларға ла кире йоғонто яһамай ҡалманы. Ҡайһы бер төрҙәре, айырыуса француз селекцияһы, сирләне, әле һаман мандый алмай ултырғандары бар. Көл һибәм, фунгицидтар менән эшкәртәм.
Йәйгеһен яңы һабаҡтар ебәрһен өсөн сәскә атҡандан һуң бер нисә тапҡыр ҡырҡам. Был осорҙа магний сульфаты менән туҡландырыу отошло. Әйткәндәй, сәскә ултыртҡанда “прививка” урынын 2-6 см тәрәнлектә ҡалдырыу яҡшы, шулай иткәндә ҡыуаҡлыҡ көслө була, - тип кәңәштәрен дә еткерә.
- Роза үҫтерергә теләүселәргә шуны әйтер инем: ҡурҡмағыҙ, роза климатҡа тиҙ яраҡлаша, уны тик ваҡытында бағырға ғына кәрәк.
Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа матурлыҡҡа ынтыла, гүзәллеккә ғашиҡ булалыр ул. Кемдер ярангөлдәрен яратып үҫтерә, гортензия тип иҫе киткәндәр бар, бына мин роза сәскәһенә ғашиҡ. Балаларымдың да ғорурланыуҙарын тойоуы күңелгә рәхәтлек, кинәнес бирә, - ти раузалар батшабикәһе Розалия үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында.
Роза –ҡырыҫ сәскә. Әммә матурлыҡҡа ынтылған гүзәл зат ҡырыҫлыҡты ла наҙға әүерелдерә белә.
Тырышлығы, уңғанлығы, нескә күңеле менән ерҙә матурлыҡ тыуҙырыусылар, донъяны гөл иткән ҡатын-ҡыҙҙар булғанда ил-йортобоҙҙан ҡот китмәҫ әле.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Лиана Ибраһимова һәм ғаилә архивынан алынған фотолар.