Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентября 2024, 09:50

Ярты быуат үткән ярты йылдай...

Тиҫтә-тиҫтә йылдар күрешмәһәң дә, аралашмаһаң да күңелгә шул тиклем яҡын, ҡәҙерле кешеләр була, шулай бит?! Һеҙ һүрәттә күргән апай-ағайҙар ҙа 50 йыл эсендә нисәмә тапҡыр ғына күрешкәндәрҙер... Әммә улар , әйтерһең дә, кисә генә мәктәпте тамамлап, төрлөһө төрлө һуҡмаҡтан киткән...

Ярты быуат үткән ярты йылдай...Ярты быуат үткән ярты йылдай...
Ярты быуат үткән ярты йылдай...

  Күрше Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһындағы данлыҡлы мәктәп-интернатын  1954 йылда тамамлаған егет-ҡыҙҙар быйыл Мораҡ ауылында осрашты.

  Был сараны 10-сы “Б” класының әүҙем ҡыҙҙарының береһе булған , хәҙер инде Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нафиҡова Венера Сәлмән ҡыҙы ойошторған.

 Һабаҡташтар осрашыуға ҡәҙерле остаздарын  – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байморатов Вәли Ғәбит улы менән химия уҡытыусыһы Фатима Муллағәли ҡыҙын да саҡырған.

 Матур хеҙмәт һәм ғүмер юлы үткән ағай-апайҙар: гөрләтеп донъя көткән, балалар үҫтергән,  үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарған. Улар араһында уҡытыусылар, китапханасы, балалар баҡсаһы, почта етәкселәре, инженер-технолог, химзаводта мастер-лаборант, ауыл Советы идарасыһы, музей хеҙмәткәре, механизатор-комбайнсы, шоферҙар, слесарҙар, Себер яҡтарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар бар. Ҡартай-ҡәрсәй, олатай- өләсәй булыу бәхетен татығандар.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас