Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2024, 12:03

Яман шештән һаҡлай!

Яман шешкә ҡаршы һәр көн бер аш ҡалағы балға бер балғалаҡ корица ҡушып ашағыҙ.

Яман шештән һаҡлай!
Яман шештән һаҡлай!

Корица менән бал ҡушылмаһы (бер өлөш корицага биш өлөш бал) ашҡаҙанды ауырыуҙарҙан, организмды вирустарҙан һаҡлай, йөрәкте нығыта.
***
 Быуындар ауыртҡандан: бер стакан йылы һыуға бер аш ҡалағы бал һәм ярты балғалаҡ корица һалығыҙ. Эсемлекте һәр көн иртән һәм кис эсегеҙ.

***
Холестерин күләмен кәметеү өсөн сәйгә бер балғалаҡ бал менән бер семтем корица һалығыҙ.

***

Һалҡын тейгәндән көнөнә өс тапҡыр бер аш ҡалағы балға 1/4 аш ҡалағы корица ҡушып ашағыҙ.

***

Арығанлыҡтан бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ бал һәм ярты балғалаҡ корица һалып эсегеҙ.

***
Йоҡоһоҙлоҡтан бер стакан йылы һөткә бер аш ҡалағы бал, ярты балғалаҡ корица һәм әҙ генә мускат сәтләүеге һалып, йоҡларға ярты сәғәт ҡала эсегеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: