Йома көндө Фатимаға ҡот ҡойорға өләсәһе килде. Ҡыҙҙарының шыпа үҙгәреп ҡайтыуына, һаман да килделе-киттеле йөрөүенә аптыраған, күҙе һуҡырайып ҡуймаһын тип ҡурҡҡан ата-әсәһе был йоланы атҡарыуға ҡаршы булманы. Ҡоймаҡ ҡойолоп, йома сәйе әҙерләнде. Шул саҡ уларҙың өйө ҡаршыһына Фатимаға таныш әлеге машина килеп туҡтаны, унан матур кейемле ят бер ир менән ҡатын ғына төшкәнен күреп, ҡыҙ тиҙ генә йомош тапҡан булып, һарайға сығып йәшенде. Оҙаҡ ҡына ултырҙы ул иҫе китеп. Өләсәһе эҙләп табып, өйгә ингәндә, теге ят кешеләр, сәй эсеп бөтөп, уны ғына көтөп торалар ине. Рөстәм үҙе килмәгән, ата-әсәһен ҡыҙ һоратырға ебәргән, риза булһа, ҡунаҡҡа алып ҡайтырға ҡушҡан икән. Үәт, мыҡты нәмә, өләсәһе әйтмешләй. Фатиманың туғандары ла, килгән ҡунаҡтар ҙа - барыһы ла был сәйер хәлгә аптырау ҡатыш юғалып ҡалғандар. Ни булыр? Хәҙер Фатима хәтерләмәй инде нимә тип яуап биргәнен дә, нисек йыйынып, машинаға сығып ултырғанын да. Төш булдымы, өн булдымы – уға барыбер ине. Шулай ҙа була икән. Ул үҙен таныманы, башҡалар өсөн дә элекке Фатима юҡ ине инде.
Шулай йәшәп киттеләр тип әйтеүе генә анһат хәҙер. Рөстәм - район етәкселегендә эшләгән билдәле кешеләр ғаиләһенән ине, тыумыштан зәғиф бала булған, холҡоноң ауырлығы ла шунандыр. Әммә булдыҡһыҙ һәм мыжыҡ түгел. Яҡшы уҡыған, күп нәмәне китаптар аша үҙ аллы өйрәнгән. Бухгалтер һөнәре алып, район мәғәриф бүлегендә эшләй икән. Компьютерҙар күренә башлағас та, бөтә күңелен шуға һалып, барлыҡ программаларҙы үҙләштергән. Өйҙән ултырып ҡына тағы бер урында эшләй, ата-әсәһенән күптән башҡа сығып, үҙ фатирында йәшәй ине ул. Ҡыҫҡаһы, үҙ йүнен үҙе күрә. Фатима уны бер күреүҙән яратҡанғамы, бер генә етешһеҙлеген тапманы, уға һоҡланып, һәр эшенә, һәр һүҙенә иҫе китеп, хайран ҡалып йәшәне. Шундай аҡыллы, талантлы, матур егет тормош юлдашы итеп ниңә уны һайлағанын ғына аңламаны ул. Ярай әле һыйыр һөҙгән күҙе тиҙ йүнәлде, эҙе лә ҡалманы. Һәр яҡлап иренә тиң булырға, уға ярҙам итергә тырышты. Юҡ, улар өйҙә генә ултырманы, парлашып төрлө ерҙәргә йөрөнөләр. Ирен ҡултыҡлап атлай алмаһа ла, Фатима уның коляскаһы янынан барыуы өсөн дә шат һәм ғорур ине. Социаль селтәрҙәрҙә дуҫтары күп Рөстәмдең, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, күп мохтаждарға спонсор ярҙамы ойоштора, йыйындарҙа ҡатнаша, сығыштар яһай, сит илгә сәйәхәттәргә йөрөйҙәр. Фатимаға ла иренә тиң булыр өсөн күп уҡырға, күп нәмәгә өйрәнергә тура килде. Ҙур урындарҙа үҙен тоторға, нисек кейенергә, нисек һөйләшергә – оялып тормай, барыһын да иренән һорай, ә ул интернеттан кәрәк мәғлүмәтте табып бирә. Бына бит, Фатима ла бер аңра ауыл ҡыҙы түгел икән дә, барыһын да тиҙ генә һеңдерә, өйрәнә һала, белергә ынтылып ҡына тора. Иренең кәңәше һәм ярҙамы менән ситтән тороп элемтә колледжын тамамланы, почта бүлексәһендә эшләй хәҙер. Ауылдаштары был нәзәкәтле, сибәр ҡатында элекке Фатиманы саҡ таныйҙар. Туғандары менән дә һирәк күрешәләр, юғары идеялар менән йәшәгән йомоҡ кейәүҙәрен ят итәләрме, уның менән ни һөйләшергә белмәй аптыраналармы, ҡунаҡҡа килергә лә, үҙҙәре саҡырырға ла бик ашҡынып тормайҙар. Йылына бер осрашыу шул ауылдарында ата-әсәһенә, олатай-өләсәйҙәренә аят уҡытҡанда була. Ә Фатима үҙ яҙмышына ҡыуанып бөтә алмай, һөйөп-һөйөлөп йәшәй. Бәхет ошолай буламы икән, тип уйлай. Һаман балалары булмауы ғына эсен бошора. Дауаханаға барыуҙан ире ҡырҡа баш тартты. “Була ул!”- тине ышаныслы итеп. Фатима ла ышанды, ниндәйҙер йәшерен өмөт менән баҡыяс тәңкәһенән айырылманы, төндәрен мендәр аҫтына һалһа, көндөҙ кеҫәһендә йөрөттө. Аллаһтан бала һораны. Иренә әйтмәй генә, үҙҙәренә күрше йәшәгән гинеколог ҡатынға барҙы шулай ҙа. Ул бер ниндәй сир ҙә, тайпылыш та тапманы. “Башыңды дауаларға кәрәктер, бәлки”, - тип күрше ҡалаға таныш психологына ебәрҙе. Ысынлап та, Фатиманың йәшләй генә урланып, оло ирҙән хурланып, күңел тетрәнеүҙән, ҡайғынан психикаһы ҡаҡшаған булып сыҡты, бер нисә тапҡыр гипноз менән дауаланыу ярҙам иткән кеүек булды. Үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙҙе. Ирен тағы ла нығыраҡ ярата, уға тартынмай наҙлана башланы, үҙе лә ихлас иркәләй уны. Тормошондағы тағы бер мөғжизә ине был. Һәм, ысынлап та, күктәр уларға һөйөү емешен – ошо улдарын бүләк итте. Ныҡ булһын, сәләмәт булып үҫһен тип, Тимербулат тип ҡуштылар балаға. “Атаһының сире балаға ғына күсмәһен инде! Бәхетебеҙгә күҙ теймәһен!” - тип теләне Фатима, улының баш кейеме эсенә йәшереп кенә бетеү тәңкәһен тегеп ҡуйҙы. Рөстәм, улы тыуғас, тағы ла дәртләнеберәк донъя көттө, инвалидтар өсөн махсус машина алды, уны йөрөтөргә үҙе лә уҡып, таныҡлыҡ алды, Фатиманы ла уҡытты. Улына ла, ҡатынына ла иғтибары, һөйөүе көслө ине ирҙең. Республикала барған төрлө йәмәғәт эштәренән, халыҡ йыйындарынан да ситтә ҡалманы ул. Көндәр-төндәр буйы компьютерынан айырылманы, кемгә һүҙ ярҙамы, кемгә финанс ярҙамы кәрәк – бөтәһенә лә өлгөрҙө. Шундай бәхет тулҡындарында йөҙгән саҡтарында Фатима иренә йыш ҡына:
- Рөстәм, һин ни өсөн миңә өйләндең ул? Нисек иғтибар иттең икән миңә? - тип бәйләнә.
- Күҙҙәрең светофорҙың йәшел уты һымаҡ баҙлап янып, үҙенә саҡырып тора ине бит!
- Юҡсы, күҙем бинт менән ҡапланған ине лә...
- Бер генә йәшел ут яна ине шул. Күҙем төшкән инде шунда һыңар күҙеңә.
- Шаярма әле, ысынын әйт!
- Йәшел күҙҙәрең ғәйеплеме, әллә һинең күҙеңде һытҡан АҠыШ мөгөҙөмө? Һыйыр һөҙмәһә, һин больницаға килмәҫ инең, мин һине күрмәҫ инем. Ә һин үҙең нисек риза булдың һуң миңә кейәүгә сығырға?
- Яраттым бит... Бер күреүҙән.
- Бына... икебеҙгә лә яуап табылды!
Тормоштары түңәрәкләнеп, бәхет эсендә ни бары ете йыл ғына йәшәп ҡалдылар, Рөстәмдең тыумыштан килгән сире тағы көсәйҙе. Ул тағы тиҙ ҡыҙыусан, тупаҫ булып китте, дарыуҙарын да, файҙаһыҙ тип, йүнләп эсмәй ыҙалатты. “Израилдә парапарезды уңышлы дауаларға күптән өйрәнгәндәр, операция яһайҙар, заявка ебәрҙем”, - тип өмөтләнеп яуап көттө. Фатима иренә үҙ йәнен бүлеп бирергә лә әҙер ине. Ул Рөстәм менән Тимербулаттан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай хәҙер. Иренең хәле насарланғас, эшен ҡалдырып торҙо, төндәрен йоҡламай, ире янынан китмәй, уның йыш ҡына компьютерҙа нимәлер ашығып баҫҡанын өндәшмәй генә күҙәтеп ултыра. Үҙе әйтер әле, тип ирен бимазаламай, төбәшмәй. Латифа инәһенән ҡалған ҡомартҡы баҡыясын иҫкә төшөрөп, көмөш тәңкәне Рөстәм ятҡан мендәр мөйөшөнә тегеп ҡуйҙы. “Эй, Раббым, ярҙамыңдан ташлама беҙҙе, иң ауыр саҡтарымда ошо тәңкәмдең көсөн тойҙом. Хәләлемә лә шифаһы тейһен”, - тип белгән доғаларын уҡыны, тиҙ генә өйрәнеп, намаҙға баҫырға ла әҙер ине... Ләкин ата-әсәһе, ҡатыны күпме генә көс һалмаһын, Хоҙайҙан ялбарып һорамаһын, Рөстәмдең ауырыуы көсәйҙе. Өфө, Мәскәү докторҙары бер нисек тә ярҙам итә алманы, ә йәһүд табиптарынан яуап килеп өлгөрмәне, ире артыҡ бәләһен һалмай бер айлап ҡына ятты ла, ҡатыны менән улын етем ҡалдырып, шым ғына баҡый донъяға күсте.
Атаһынан бик бәләкәй ҡалған Тимербулатты яңғыҙ үҫтереүе еңел булманы Фатимаға. Үҙе гел ҡыҙҙар араһында үҫкәнгә, улын нисек ысын ир итеп тәрбиәләргә белмәй ине ул. Малайын берҙән-бер тип, атайһыҙ ҡалды тип, артыҡ иркәләп ташламайыммы икән, тип борсолдо. Хәҙерге иркен замандың, етеш тормоштоң шауҡымы Тимербулатты үҙ ауҙарына урай башлағайны инде, әсәһен бик тыңлап бармай, кистәрен сығып китеп юғала. Әсә һиҙә: малай тәмәкене лә, һыраны ла татып ҡараны, ҡомарлы уйындар менән дә таныш. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һөҙөмтә бирмәй, Булат ҡарышмай ҙа, әрләшмәй ҙә. Көлә лә ҡуя. Кемдән ярҙам йә кәңәш һорарға? Ҡайны-ҡәйнәһе оло кешеләр инде, улдарының үлеменән һуң ныҡ бирешеп киттеләр. Нимә тип тағы ҡайғыға һалаһың инде уларҙы? Фатима үҙ алдына ире менән һөйләште, кәңәшләште, Тимербулат тураһында һөйләне, Рөстәмдең китаптарын, төрлө ҡағыҙҙарын аҡтарҙы. Шундай көндәрҙең береһендә ул иренең компьютерында һаҡланған документтар, фотолар араһында “Улыма” тигән айырым папка күреп ҡалды. Нисек иртәрәк иғтибар итмәгән һуң?! Рөстәм ныҡлап ауырый башлағас та улына төбәп бик күп хаттар яҙған икән дә! Атайһыҙ бала юлдан яҙып китмәһен, хаталанмаһын тип кәңәштәрен, уйҙарын теҙгән, үҙ тормошонан миҫалдар килтергән, бәхеткә, уңышҡа килтергән серҙәрҙе асҡан. Бөтә яҙмышын һүрәтләгән бер әҙәби әҫәр ҙә кеүек ине ул! Улының 18 йәшенә тиклем һәр йыл һайын ҡабатланған тыуған көнөнә берәм-берәм тәғәйенләнгән ине улар. 8-10 йәштәренә яҙылғаны ябайыраҡ, артабан хаттар етдиерәк китә, талапсан атайҙың йөрәк һүҙҙәре. Эйе, бәләкәй малайҙың хәтерендә атаһы йыш ауырып карауатта ятҡан инвалид булып ҡына ҡалғайны инде. Ләкин уның үҙенә атап яҙған хаттарын уҡығас, аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Ана, ниндәй аҡыллы, көслө һәм хәстәрлекле булған икән атаһы! Оҙаҡ уйланып йөрөнө, етдиләнде егет, хаттарҙы йыш асып, ҡабат-ҡабат уҡыны, 16-18 йәшенә тәғәйендәрен дә уҡып бөттө. Араларында видео-хаттар ҙа күп ине. Ике ир кешенең ултырып һөйләшеүе, кәңәшләшеүе кеүек ине уға. Аңлашылмаған урындарын әсәһенән һорашты, дөрөҫләтте. Атаһын тере кеүек хис итә башланы. Атайым көслө ихтыярлы, белемле, талантлы кеше булған, тигән фекере нығынды, уның тураһында ғорурланып һөйләр булып китте. Тырышып уҡыны. Атаһының сире менән ҡыҙыҡһынды, шул осорҙа табип булыу теләге көсәйҙе. Юғары уҡыу йортонда ла нәҫел сирҙәрен ныҡлап өйрәнде, уҡыуын тамамлап, невролог булып китте, әле аспирантураға инергә уйлай, ә кәләше Гөлдәр – балалар табибы.
“Бына, Рөстәм, улыбыҙҙы үҫтерҙем, уҡып сыҡты, һиңә оҡшап, башлы ла, һәләтле лә, матур ҙа... Бөгөн туйы. Аллаһыма мең шөкөрҙәр итәм, тормош юлымда осрағаныңа, миңә мөхәббәт һәм бала бәхете биргәнеңә... Етеш донъя ҡалдырҙың, мохтажлыҡ һәм етемлек тойманыҡ, фото-видеоларың, хаттарың менән йыуандыҡ. Рәхмәт һиңә, берҙән-бер мөхәббәтем...”
Фатиманың уйҙарын һыу юлынан ҡайтып килгән туй бүлдерҙе. Ана, йәштәр ниндәй шат, ниндәй бәхетле! Күҙҙәр теймәһен! Биҙрәләр мөлдәрәмә тулы!
- Көмөш тәңкәгеҙҙе ҡабул иттеме Аҡшишмә?
- Эйе, әсәй, ҡояшта ялтырап ятып ҡалды!
Барыһына ла бәрәкәтле ғүмер теләп ятһын баҡыяс тәңкәһе!
Зилә Псәнчина, Күгәрсен районы Мораҡ ауылы.