Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2024, 11:05

Ҡыпсаҡ йыйынында Ырымбур башҡорттары ла булды

Сая башҡорт ҡыҙҙарының береһе -  ниндәй генә милләт араһында йәшәһә лә үҙ телен, башҡорт рухын юғалтмаған Аурика Салауат ҡыҙы Ишҡыуатова байтаҡ ваҡыт Һарыҡташ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булған, бөгөнгө көндә ул - БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Ырымбурҙағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе. 

Ҡыпсаҡ йыйынында Ырымбур башҡорттары ла булдыҠыпсаҡ йыйынында Ырымбур башҡорттары ла булды
Ҡыпсаҡ йыйынында Ырымбур башҡорттары ла булды

Аурика Салауат ҡыҙы ҙе һымаҡ рухлы, сая  ике ул үҫтергән, икеһе лә эшҡыуар, бер улы –Ишҡыуатов Денис Шәкүр улы әлеге көндә Ырымбурҙа үҙәк мәсеттә мәҙрәсә һала икән.

 

- Ҡыпсаҡ ырыуы йыйынына 30 кешенән торған делегация менән килдек. Арабыҙҙа Ырымбур ҡалаһы,  Ҡыуандыҡ, Яңы Сергеевка, Переволоцкий, Октябрь райондары башҡорттары бар.      

 Башҡортостан менән даими бәйләнештәбеҙ. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергәбеҙ, тип әйтергә була. Быйыл Ырымбурҙы һыу баҫты, шул мәлдә тап Башҡортостан беҙгә ныҡ ярҙам итте.

 Күптән түгел Табын ырыуы йыйынында булырға тура килде. Бөгөнгө йыйын да бик оҡшаны, шул тиклем рухлы, юғары кимәлдә үтте, - ти Аурика Салауат ҡыҙы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас