Ринат Мораҡ ауылында Зөлфиә Айрат ҡыҙы менән Зиннәт Әхтәм улының татыу ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында эшләүсе әсәһе, оҙаҡ йылдар юл төҙөү-ремонтлау идаралығында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тракторсы булып тир түккән атаһы өс балаһын да үҙҙәре өлгөһөндә егәрле, тырыш итеп үҫтерә, матур тәрбиә һәм белем алырға ярҙам итә. Ринат Мораҡ 1-се урта мәктәбендә 8-се класҡа тиклем белем алғас, артабан уҡыуын Өфөлә Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә. Мәктәпте тамамлағас, тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй, әрме хеҙмәтен Екатеринбург ҡалаһында тимер юл ғәскәрҙәрендә үтә.
Бала сағы, үҫмер йылдары ауыл ерендә үткән егет артабанғы яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләүҙе хуп күрә һәм Наумовкалағы ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. 2013 йылда дипломлы йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын тыуған районында “Тәүәкән” хужалығында башлай. Бер аҙ тәжрибә туплағас, район ветеринария станцияһына күсә.
- Эш оҡшаймы? - тип һорайбыҙ йәш белгестән.
- Оҡшай, - ти ул ихлас йылмайып. – Коллектив һәйбәт, бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ, оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле ағай-апайҙар һәр яҡлап ярҙам итәләр, белмәгән ерҙә өйрәтеп, яңылышҡан ерҙә төҙәтеп ебәрәләр. Беҙҙә эш өсөн барлыҡ шарттар бар, махсус кейем менән тәьмин итәләр, эш хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек.
Мин яуаплы булған Мораҡ участкаһына 20-гә яҡын ауыл ҡарай, беҙ ошо ауылдарҙағы малдарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, килешеү буйынса фермер хужалыҡтары менән эшләйбеҙ. Яҙ һәм көҙ айҙарында ғәҙәттә малдарҙы вакцинациялау, төрлө ауырыуҙарҙы асыҡлау маҡсатында ҡан алыу кеүек бурыстарҙы үтәһәк, йәй, ҡыш айҙарында мөрәжәғәттәр буйынса урындарға сығыу, консультациялар биреү, малдарҙы дауалау кеүек эштәр менән мәшғүл булабыҙ. Хеҙмәтләндергән ауылдар халҡының малдары тураһында мәғлүмәт базаға индерелеп барыла.
Өфө районының Авдон ҡошсолоҡ фермаһында ҡош киҙеүе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаштым, шулай уҡ Иркутск өлкәһендә командировкала булып ҡайттым, - ти Ринат Зиннәт улы үҙенең эше тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп.
Эшләгән эшеңде күрә, баһалай белһәләр, эшләүе лә күңелле. Ә район ветеринария станцияһы ул йәһәттән етәкселектән уңған. Хеҙмәтен яратып башҡарған, намыҫлы хеҙмәт иткән йәш белгес былтыр Ветеринарҙар көнөндә район хакимиәтенең Рәхмәт хатын алһа, Авдондағы ҡош киҙеүе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн БР Ветеринария идаралығы рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Сер түгел: хәҙер йәштәрҙең күбеһе ҡаланы һайлай, ауыл еренә ҡайтырға ашығып бармай. Ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, Ринат “ҡалала ла беҙҙе ҡушҡуллап көтөп тормайҙар, ауыл хужалығы өлкәһен һайлағанмын икән, тимәк, ауыл ерендә йәшәргә, эшләргә тигән маҡсат ҡуйғанмын”, тине. Ысынлап та, ауылда тыуып, ошо мөхиттә тәрбиәләнгәндәргә, ошо ялан-баҫыуҙары, эркелешеп йөрөгән малдары айырыуса яҡын һәм ҡәҙерле. Үҙ ерем, үҙ яғым тип янып көйөүселәр генә уға мөкиббән китеп хеҙмәт итә ала.
Илгиз МӘХМҮТОВ, райондың баш ветеринария табибы:
- Беҙҙең хеҙмәткә хайуандарҙы йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙарҙан һаҡлау, мал продукттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, район территорияһына республика сиктәренән төрлө ауырыуҙар индермәүҙе булдырмау кеүек мөһим бурыстар һалынған. Коллектив менән алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәйбеҙ, эштең тейешле дәрәжәлә ойошторолоуы һөҙөмтәһендә районда эпизоотик хәл имен.
Башҡортостан Хөкүмәте, төбәк Башлығы һәм БР-ҙың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән район ветеринария станцияһының, уның участкаларының матди-техник базаһын нығытыуға ярҙам күрһәтелә, беҙ кәрәкле биопрепараттар менән тәьмин ителгәнбеҙ, төрлө кимәлдәге лаборатор тикшереүҙәр даими үткәрелеп тора.
Беҙҙең коллектив татыу, берҙәм, бөтә ғүмерен ветеринария тармағына бағышлаған тәжрибәле белгестәр ҙә, үҙ эшен яратып башҡарған йәштәр ҙә бар. Ринат Яҡупов - йәш, өмөтлө хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе. Ул үҙ эшен яҡшы белә, үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара. Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, бөтәһенә лә һаулыҡ,ғаилә именлеге теләйем!