Бикестә күркәм өйҙәр күп, әммә, миңә ҡалһа, иң матуры нәҡ уларҙыҡы һымаҡ. Әллә ҡайҙан нур бөркөп, ҡот уйнап торған йортта ысын мәғәнәһендә татыу, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйған, бер-береһен хөрмәт иткән, эшһөйәр, бөтмөр хужалар йәшәй.
Әлфирә апай оҙаҡ ауылдар фельшдер –акушерлыҡ пунктында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Мәктәпте тамамлағас, күңеле ҡушыуы буйынса Өфө ҡалаһының 1-се медицина колледжына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Теләүембәт ауылында башлай. Ул йылдарҙа йәш белгескә өс ауылда йәшәгән 1500 ашыу кешене хеҙмәтләндерергә тура килә. Бикес фельдшер-акушерлыҡ пунктына күскәс, уның ҡарамағында 400-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Йәшләй генә эш башлаған хеҙмәт йылдарын Әлфирә Ғәфүр ҡыҙы әле булһа, һағынып иҫкә ала.
- Эшемде яратып башҡарҙым. Ауыл халҡы ла йылы ҡабул итте. Ауыл фельдшерының эше еңел түгел: ҡара төндә лә күҙ терәп, өмөт бағлап килеүселәр була, уларға ярҙам итәһең; пунктҡа килә алмаған өлкән инәй-олатайҙарҙың өйөнә йөрөп укол һалаһың, ҡан баҫымдарын үлсәп, кәрәкле дарыуҙарын алып ҡайтып бирәһең; бәләкәй балаларға патронажға йөрөйһөң; йәш әсәләргә бала бағыу нескәлектәрен өйрәтәһең; отчет – ҡағыҙ эштәрен дә ваҡытында эшләп барырға кәрәк...
Хәтерҙә, бәләкәй генә “ГАЗ” машинаһында ауырлы ҡатынды район үҙәгенә алып китеп барам. Төнгө сәғәт дүрттәр тирәһе. Оло юлға сыҡҡас, машина боҙолдо ла ҡуйҙы. Берәү туҡтамай, етмәһә, ҡойоп ямғыр яуа. Шофер ауылға йүгерҙе. Беҙҙе бер машина туҡтап алып китте. Дауаханаға барып та еттек, сабый ҙа тыуҙы. Ошондай көсөргәнешле мәлдәр һәр фельдшер, һәр табип эшендә булып тора, әммә барыбер ҙә яраттым эшемде, - ти Әлфирә апай.
Уның эше республика, район етәкселеге тарафынан да лайыҡлы баһалана. Төрлө йылдарҙа бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары Әлфирә апайҙың үҙ эшенең оҫтаһы булыуына тағы ла бер дәлил булып тора.
Киләсәген һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләүе лә юҡҡа түгел. Бала саҡтан ревматизм сиренә дусар булған ҡыҙ тора-бара йөрәк сирле булып китә. Утыҙ йәшкә лә етмәй йөрәгенә тәүге операция яһата. Үҙ ғүмерендә өс тапҡыр ҡатмарлы операция үткәрергә тура килгән апай үҙ өлгөһөндә ҡыҙҙарын, яҡындарын тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә.
- Бер ваҡытта ла зарланманым, сөнки тәбиғәтем, булмышым менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн яратылғанымды тоя инем. Кешеләргә ярҙам итеү, уларҙы һауыҡтырырға теләү әле булһа һүрелмәне. Халыҡ медицинаһы менән бер рәттән заманса, яңы, үҙенсәлекле ысулдарҙы ла өйрәнеп, һынап, үҙләштереп, халыҡҡа еткерергә тырышам, - ти ул.
- Бала саҡта әсәйем дауаханаларҙа күп ятты. Ул өйҙә булмаған саҡта беҙҙе атайыбыҙ ҡараны. Иртән тороуға тәмле итеп ашарға әҙерләй, сәстәребеҙҙе матур итеп үреп ҡуя. Эштән арып ҡайтһа ла, беҙҙең менән уйнарға ваҡыт таба, кистәрен әкиәт һөйләп, баштан һыйпап, йоҡлата. Атайымдың мейестә суйында быҡтырып бешергән ит менән картуф тәме әле лә тел осонда...
Атайым менән әсәйемдең бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәте, хөрмәте, бер-береһен ҡәҙерләүе, яратыуы һоҡланыуға лайыҡ, беҙ уларҙың өлгөһөндә үҫтек, - ти ҡыҙҙары Гөлназ бала саҡ хәтирәләренә бирелеп.
Ирҙәрсә аҙ һүҙле, тыныс тәбиғәтле ғаилә башлығы Миңлефәр ағай намыҫлы, яуаплы булыуы менән ауылдаштары, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған. Колхоздың алдынғы механизаторҙарының береһе була, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн яҡташы, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем алыуға өлгәшә.
Ҡырҡ йылдан ашыу бер-береһенә терәк һәм таяныс булып йәшәгән Вәливтарҙың тыуған көндәре лә бер көндә булыуы ла осраҡлы түгелдер. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бер-береһенә инселәнгән тиерһең.
Ҡыҙҙарына матур тәрбиә һәм юғары белем биреп, үҙ аллы тормош юлына сығарғандар. Гөлназ менән Әлфиә үҙҙәре ҡорған ояларында затлы ир ҡатыны булып, балалар үҫтереп, бәхетле тормош көтә. Гөлназ Вәлиева –Хәлитованы “Юлдаш” радиоһын, “Бәхетнамә” тапшырыуын яратып ҡараусылар яҡшы беләлер. Йомшаҡ, наҙлы тауышлы алып барыусының эфирға сыҡҡанын күптәр көтөп ала. Тормош иптәше күрше ауыл егете Олег менән өс балаға –Данис, Диләрә, Мәликәгә ғүмер биргәндәр. Улдары быйыл туғыҙынсы класты тамамлаһа, Диләрә етенселә уҡый, кескәй Мәликәгә биш йәш кенә тула, уның әле рәхәтләнеп балалар баҡсаһына йөрөгән мәле.
Әлфиә лә юғары уҡыу йортон тамамлап, рус егетенә тормошҡа сыҡҡан, тормош иптәше менән икеһе лә бер һөнәр эйәләре, алыҫ Себер яҡтарында эшләгәндә танышалар. Ата-әсә фатихаһын алып, никахлашып ғаилә ҡорған бәхетле йәштәр бөгөн Ильяс исемле ул үҫтерә.
- Кейәү ҡайны тупрағынан тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, Миңлефәр ағайығыҙҙың кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, тәрбиәле булыуы кейәүҙәргә лә өлгө. Ҡыҙҙарыбыҙ матур ғаиләлә тыуып үҫте, матур ғаиләгә эләкте. Ике кейәүебеҙ ҙә икешәр юғары белемле, ғаилә тип өҙөлөп торалар, форсат сыҡҡан һайын беҙгә ҡайтып, ярҙам итеп китәләр. Рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һөйөп, тиң ҡартайырға яҙһын тип теләйем, - ти ул яҡындары менән ғорурланып.
Ысынлап та, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тигәндәй, йәш ғаиләнең татыулығы, ныҡлығы ла ата-әсә ғаиләһендә күреп, һеңдереп үҫкән тәрбиәнән киләлер. Бөгөнгө көндә ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, матур, етеш донъя көткән был ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ. Һуңғы йылдарҙа улар баҡса еләген үҫтереү менән мәшғүл. Тотош бер баҡса итеп үрсеткән еләк йыл да мул уңыш бирә.
- Ер эшен, шул тиклем дә танһыҡ ер, дымлы тупраҡ еҫен яратмаған кеше юҡтыр ул. Иртә яҙҙан ҡар иреп бөткәнен саҡ көтөп алабыҙ. Ябай, ауылса тормош көтәбеҙ. Әллә ни ҙур итеп һөйләрлек нәмәһе лә юҡ һымаҡ, - тиһә лә хужабикә, ысын мәғәнәһендә ҡот, ырыҫ, бәрәкәт ҡунған был йортҡа. Ҡасан барһаң да, кем килһә лә, йомош менән инһәң дә, өҫтәл тулы һый-ниғмәт, ҡайнар сәй әҙер тиҙәр уның хаҡта.
- Әлфирә апай мин килгәндә лә фельдшер булып эшләй ине. Тырышып эшләне, ярҙамға мохтаждарҙың береһен дә иғтибарынан ситтә ҡалдырманы, йылы һүҙен йәлләмәне, шуға ла олоһо ла, кесеһе лә уны берҙәй хөрмәт итә. Ауыл фельдшеры беҙҙең өсөн ябай кеше түгел, “доктор Әлфирә” тип йөрөтәләр уны һаман да. Сәғәткә ҡарамай, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй намыҫлы һәм яуаплы ҡараны ул эшенә. Әле хаҡлы ялда булһа ла, ҡапыл ярҙам йә кәңәш кәрәкһә, уға мөрәжәғәт итәбеҙ, бер ҡасан да “юҡ” тимәй, хәлебеҙҙе һорашып, сәләмәтлегебеҙ өсөн борсолоп торған Әлфирә Ғәфүр ҡыҙына рәхмәтлебеҙ, - ти Зөлфиә Ишемғолова исемле ауылдашы.
Йәштәргә генә түгел, үҙ тиңдәштәренә лә өлгө булырлыҡ Вәлиевтарға киләсәктә лә ауылдаштары, яҡташтары, балалары хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйек. Улар һымаҡ ныҡлы, татыу башҡорт ғаиләләре булғанда ауылда ла тормош гөрләп торасаҡ әле.