Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2024, 10:41

Ҡотлайбыҙ!

Ауыл биләмәһе эшен әүҙемләштереүҙә күрһәткән ярҙамы, милли мәғарифты, мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүҙәге, халыҡтың рухын күтәреүҙәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн бер төркөм яҡташтарыбыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Исемлек сайтта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы “Ал да нур сәс халҡыңа”  миҙалы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ғәзим Ильясовҡа тапшырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр: Гөлдәр Әбдрәхимова (Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе), Зәйтүнә Әбдрәшитова (Йомағужа моделле китапханаһы мөдире), Руслан Фазлаев (Теләүембәт ауыл мәҙәниәт йортоноң төп менеджеры), Зөлфиә Илмөхәмәтова (район мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы), Булат Ҡаразбаев (Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы), Замир Харрасов (Теләүембәт мәктәбе уҡытыусыһы), Вәсилә Әмирова (Хоҙайбирҙин ауылы), Гөлназ Йәҙгәрова (Хоҙайбирҙин ауылы), Люциә Яҡупова (Исем ауылы).

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас