Көслө спортсыларҙы көслө тренерҙар ғына тәрбиәләй ала. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тап шундай профессионалдар тир түгә.
Әлегә тиклем спорт мәктәбендә мини-футбол, баскетбол, волейбол, мини-лапта, йөҙөү, саңғыла йөрөү, еңел атлетика, бокс, милли көрәш, хоккей, шахмат бик популяр ине. Иң йәш спорт төрҙәре иһә - пауэрлифтинг һәм өҫтәл теннисы.
Дәрестәр 36 башланғыс һәм уҡытыу-күнекмә әҙерлек төркөмөндә алып барыла. Уҡыу-күнекмә дәрестәре квалификациялы уҡытыусы - тренерҙар етәкселегендә икенсе сменала үтә. Бөтә тренер-уҡытыусылар ҙа индивидуаль белем биреү программалары буйынса эшләй.
Беҙҙең өҫтөнлөк - балалар спортын үҫтереү. Беҙ балаларҙы махсус төрҙәргә генә түгел, ә 13 спорт төрө буйынса күп кеше ҡатнашҡан ярыштарға - район спартакиадаһына, төрлө спорт төрҙәре буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселегенә, “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатына;, “Президент ярыштары” Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары спорт ярыштарының муниципаль этабына, Бөтә Рәсәй физкультура спорт комплексының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” фестиваленә йәлеп итәбеҙ. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе йыл һайын Физкультурниктар көнөн, Рәсәй саңғы юлын, Милләттәр кросын, белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” спартакиадаһын, “Еңеү уҙышы”н, Яңы йыл ғаилә уйындарының муниципаль этабын һәм мәктәп уҡыусылары спартакиадаһын ойоштороусылар булып та тора.
Һәр бала мәктәптә 2014 йылдан алып эшләп килгән ГТО-ға тест үткәреү үҙәгендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының физик әҙерлек кимәленә ҡарата дәүләт талаптарына ярашлылыҡҡа тест үтә ала.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең һынау үҙәгенең күсмә комиссиялары дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында ГТО нормаларын ҡабул итеүҙе практикаға индерә. Был ГТО тапшырыусылар һанын арттырырға мөмкинлек бирә. “ВФСК ГТО” билдәләре һаны йылдан-йыл арта, был балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тренерҙарының яҡшы эш күрһәткесе булып тора.
2023 йылдың мартында Ҡусҡаров Вадим Әмир улы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнде. Заманса идара итеү теорияһын һәм практикаһын иркен белгән юғары квалификациялы етәксе тотороҡло, профессиональ, ижади педагогик коллективты һаҡлап ҡала алды. Ул учреждениеның матди-техник базаһын тейешле хәлдә тотоу, хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар булдырыу өсөн күп көс һала, спорт инвентарҙары һатып алыуға бюджеттан тыш, өҫтәмә финанслау сығанаҡтарын, шул иҫәптән бағыусылар ярҙамын йәлеп итә.
Дөйөм алғанда, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе - ул бер берҙәм һәм татыу коллектив, унда һәр кемдең уңышы - уртаҡ уңыш. Күмәк тырышлыҡ һөҙөмтәһендә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе районда йылдам үҫешкән өҫтәмә белем биреү учреждениеларының береһе булып тора.
Спорт мәктәбе коллективы артабан да лайыҡлы йәштәр тәрбиәләү өҫтөндә эшләйәсәк, үҫеп килеүсе быуынға физик һәм әхлаҡи яҡтан камиллашыу буйынса тәрбиә бирәсәк.
Әлфиә ҠАҘАРҒОЛОВА, уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
“Балаларыбыҙға беҙ бирә алған иң яҡшы нәмә - ул спорт”. Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы.
Алина ЛЫСЕНКО, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы:
- Балаларға өҫтәмә белем биреү - дөйөм белем биреүҙең бер өлөшө, ул уҡыусыларға яңы күнекмәләргә һәм оҫталыҡтарға эйә булырға, үҙеңдең мөмкинлектәреңде асырға һәм күрһәтергә, физик яҡтан сынығырға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән дә, районда балалар спортын үҫтереүҙә лә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҙур роль уйнай. Унда тәрбиәләнеүселәр район ярыштарында ғына түгел, республика күләмендә лә һынатмай, уңышлы сығыш яһай.