Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2024, 15:25

БАҠЫЯС

Бер күҙенә бинт ҡапланған ҡыҙ, перевязканан ҡайтышлай, ишектәрҙе бутап, күрше палатаға барып инде бер көн.  - Полундра, пираты! - тигән ҡалын тауыштан ҡурҡып, саҡ йығылып китмәне.Тәҙрә янындағы карауатта китап уҡып ятҡан егеттең янып торған үткер ҡарашы Фатиманың һыңар күҙенә төбәлгәйне. Янындағы башҡа ауырыуҙар ҙа хихылдашты. Шаян һүҙҙән бигерәк, утлы ҡараштан ҡаушап, оялыуҙан бер һүҙ ҙә әйтә алмай,  тиҙ генә боролоп сығып китте ул. Ләкин коридорҙа ла, ашханала ла башҡа осратманы ул егетте Фатима, ә баяғы ялҡын тулы  ҡараштарҙан ҡотола алманы барыбер.  

 Намыҫы тапалып, йөрәге тетелеп, күңеле туҡмалып, тәне иҙелеп, хыялдары селпәрәмә килеп...һыҙланып ятҡан Фатима хоҙайҙан үҙенә үлем һораны. Был хурлыҡтан үлеп кенә ҡотолорға була... тик нисек? Уның юлын да белергә кәрәк бит...Һәр нәмәнең рәте була.Тормошҡа бер нисек тә әҙер түгелме ни ул? Йылға буйлап ағып барған, бер кемгә лә кәрәкмәгән тап киҫәге. Аяҡ аҫтында тапалып, иҙелеп ятҡан меҫкен ҡырмыҫҡа... Ҡорбанын ашап туйған бүре кеүек хырылдап йоҡлап киткән иҫерек иргә ытырғанып ҡараны Фатима. Таныш түгел. Пальтоһын кейеп,тышҡа сығырға булғайны, ишек бикле. Мөйөшкә йомарланып барып ултырҙы.   

 Иртәгәһен был Мишәр ауылы кешеһе, ярты үлек хәлендәге Фатиманы кисәге атҡа ултыртып, аталарына алып барып, өйләнергә теләүен белдерҙе, никах уҡытыуҙарын һораны. Өләсәһенән башҡа, был хәлгә ҡайғырған әҙәм дә булманы кеүек. Артыҡ ғауғаламай ғына , эш уҙған, бер хәл дә итеп булмай инде, тип киләһе йомала килгән ҡоҙағыйы менән ижаб үткәрҙеләр ҙә, ҡыҙҙарына бер юрған, ике мендәр биреп, оҙатып та ебәрҙеләр. Әллә төш, әллә өн эсендә ике йыл йәшәне Фатима. Колхоз атын урлап һуйғандары өсөн ике йыл төрмәлә ултырып ҡайтҡан Сөнәғәт әсәһенең ихатаһында бәләкәй өйҙә йәшәй, ҙурында ҡустыһы һәм уның ғаиләһе  менән әсәһе тора. Улар Сөнәғәткә лә, Фатимаға ла һағайып ҡарай, бик аралашып бармай, йомош-фәләнгә лә һирәк инәләр. Оло улдарының бур, эскесе, һуғыш суҡмары булып китеүен ғәфү итә алмайҙарҙыр.  

 Төрмәнән һаулығы ҡаҡшап, холҡо бөтөнләй боҙолоп ҡайтыуы  туғандары менән араны бөтөнләй һыуындырған. Ауыл ерендә ерегеп бер урында ла эшләй алмаған, эскәндә лә, айыҡта ла гел үҙенә ҡул күтәргән иренә булған күрә алмау, ерәнеү хистәре арта ғына барҙы Фатиманың. Әллә шуға, әллә Хоҙай һаҡланы, ул балаға уҙманы. Бер кистә иҫерек иренең туңған кәүҙәһен санаһына тейәп, аты ҡайтып ингәс, ҡайғырманы ла, ҡыуанманы ла ул. Уны ерләгәндә лә таш һын һымаҡ йөрөнө.Ҡырҡын уҡытҡас та, ата-әсәһе йортона ҡайтып китте, кире фермаға эшкә сыҡты. Тыуған йортонда ул артыҡбаш булмаһа ла, уға бик шат та түгел инеләр, буғай, сөнки ике айҙан үҙен ауылдарындағы бер ҡарт буйҙаҡ иргә димләп килгән Йәмилә әбейҙең һүҙҙәрен бик ҡыуанып хуплап ултырҙылар. “Барыр, нишләп бармаһын тей,”- тип ҡыҙҙары өсөн үҙҙәре вәғәҙә биреп ҡалдылар. Өләсәһе ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, атаһы: “Унға барһын, уңғансы барһын,”- тип кенә ҡуйҙы. Ни эшләһен Фатима, ҡарт егет Наил һәм уның ата-әсәһе менән йәшәп китте. Эшкә әрһеҙ киленде оҡшаттылар, ул фермаға ла, йортҡа ла өлгөрҙө, ауыҙ асып хәбәр һөйләмәне, баш баҫып эшләп тик йөрөнө. Ире лә йомоҡ ҡына бер шымтояҡ. Шулай булмаһа, ҡырҡ йәшенә тиклем өйләнмәй йөрөр инеме? Ҡуй инде, әйтһәң-һүҙ,төртһәң - күҙ, тигәндәй. Инһә – бар, сыҡһа – юҡ, бер күләгә кеүек. Фатима үҙе лә, ҡыҙҙарға ҡырҡ ерҙән тыйыу кәрәк тип, һәр саҡ тыйылып, әрләнеп, наҙ күрмәй үҫкән ҡыҙ иркәләй ҙә, иркәләнә лә белмәй ине. Теләге лә булманы. Яңғыҙ улдарының вариҫын күреп үлергә өмөтләнгән әбей менән бабай түҙемһеҙләнеп ейән көттөләр.”Улыма иш булырлыҡ, нәҫелде дауам итер малай кәрәк,”- тиһә ҡайныһы, ҡәйнәһе өҙә генә:”Шыр оя ҡыҙ үҫтергән Маһинур балаһы ул табыр тиһеңме? Ярар, кем булһа ла, бәпәйҙәре булһа, әйтәгүр, эҫенешеп тә китер инеләр, исмаһам,”- тиер ине уфтанып. Әбей менән бабайҙың түҙемлеге ике йылға саҡ етте, ейән көтөп көтөк булғас, әйттеләр:”Ярар, улыбыҙҙың насибы һин түгелдер, булмаһа, ҡайт өйөңә, килен. Күрше ауылдан Наилға бер балалы ҡыҙҙы димләйҙәр. Алла бирһә, беҙгә лә берәй оноҡ табып бирер...”- тинеләр.      

  ...Уңмаған юлды ҡыума, тиҙәр. Башҡа кейәүгә лә сыҡмайым, ауылда ла тормайым, башымды алам да сығып китәм. Илдә сәпсек үлмәй, тиҙәр. Ана, төҙөлөштә гел эшселәр етмәй, тип торҙо күрше ҡыҙы. Юллыҡ һәм бер аҙ йәшәрлек аҡса ғына йыям да! Шундай уйҙар менән Фатима йәйҙе еткергәйне, бер көндө эштә холоҡһоҙлоғо, һөҙгәклеге арҡаһында “АҠыШ” тигән ҡушамат алған һыйыры башы менән һелтәнеп, мөгөҙө ҡыҙҙың күҙенә инеп китте. Ул ныҡ ауыртыуҙан иҫен юғалтты, матур йәшел күҙҙәре ҡан менән тулды. Район больницаһында ғына аңына килде ул. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, ҡалаға китәм тип йөрөгәндә генә бынау бәлә ятҡан бит аяҡ аҫтында. Һул күҙе күреү һәләтен юғатып, күҙ алмаһы ағарып тора, зәғифләнеп ҡалмаһа ярар ине ,тип көнө-төнө теләне ул. Хәл белергә килгән өләсәһе илаулап:”Әллә ниндәй генә бәхетһеҙ бала булдың шул. Латифа инәң әйтә ине гел, ырыҫы урау юлдан йөрөй тип...Әй, ысын, ҡыҙым,  теге баҡыяс  тәңкәңде әсәңдән эҙләтеп саҡ таптырҙым. Ҡыйыҡ аҫтында иҫке кейемдәрегеҙ тултырылған тоҡта булған, әлдә ташламағандар! Ниңә шуны әллә ҡасан бетеү итеп тағып ебәрмәгәнмендер инде үҙеңә? Бына хәҙер тағып ал. Ҡотоң да осҡандыр инде, анау бура тиклем һыйыр һөҙһөн әле. Ҡайтҡас, һиңә ҡот ҡойормон, ошо көмөш тәңкәңде лә бергә  тегеп ҡуйырбыҙ,”- тип һөйләнде. Фатима ҡыуанып китте: ысынлап та, әүлиә Латифа инәһе өшкөрөп биргәйне шул. Юғалтмаҫҡа ла ҡушҡайны.

Бер күҙенә бинт ҡапланған ҡыҙ, перевязканан ҡайтышлай, ишектәрҙе бутап, күрше палатаға барып инде бер көн.

 - Полундра, пираты! - тигән ҡалын тауыштан ҡурҡып, саҡ йығылып китмәне.Тәҙрә янындағы карауатта китап уҡып ятҡан егеттең янып торған үткер ҡарашы Фатиманың һыңар күҙенә төбәлгәйне. Янындағы башҡа ауырыуҙар ҙа хихылдашты. Шаян һүҙҙән бигерәк, утлы ҡараштан ҡаушап, оялыуҙан бер һүҙ ҙә әйтә алмай,  тиҙ генә боролоп сығып китте ул. Ләкин коридорҙа ла, ашханала ла башҡа осратманы ул егетте Фатима, ә баяғы ялҡын тулы  ҡараштарҙан ҡотола алманы барыбер.  

 Күмер төҫлө ҡап-ҡара күҙҙәр уны төшөндә лә эҙәрлекләне. Ә егет күренмәне. Ҡыҙҙың күңеле уны эҙләне. Бығаса таныш булмаған көслө һәм татлы бер тойғо уның бар булмышын биләп алғайны. Улай ҙа була икән! Ҡайтырға рөхсәт иткән көндө лә, күрше палатаның ишегенә моңһоу ғына ҡарап, егет менән эстән генә хушлашты ул. Аҫҡы ҡатта кейемен биргәндәрен көтөп торһа:

- Тағы аҙаштыңмы? - тигән таныш тауышҡа боролоп ҡараһа, тәкәббер ҡарап, мыҫҡыллы йылмайып теге егет ултыра... Инвалидтар коляскаһында. Ҡыҙ тағы ҡапыл ҡаушаны, башы әйләнде. Уның ҡып-ҡыҙыл булып, иҫәнгерәп тороуынан егет ҡыҙыҡ тапты, ахыры:

  - Миңә кейәүгә сығаһыңмы? Киләһе йома яусы ебәрәм, - тине. Фатима иҫен йыйып өлгөрмәне, дауахана янына “Волга” машинаһы килеп туҡтаны.Шофер ҡабалан ғына атлап килеп, егет менән күреште лә: “Шунан,шәбәйҙегеҙме, Рөстәм?”- тине, егетте машина ишеге янына алып килде, ул артҡы ултырғысҡа инеп ултырғас, йәтеш һәм өйрәнелгән хәрәкәттәр менән еңел генә итеп колясканы багажникка ҡуйҙы. Егет һаман иҫен йыя алмай аңшайып торған ҡыҙға йылмайып ҡул болғаны.

 Фатима ауылына ҡайтҡас та, төштәге кеүек йөрөнө, күҙ алдынан осҡор ҡарашлы егет китмәне. Кем ул? Ҡалай ҡыйыу, үҙе ниндәй сибәр! Ни өсөн инвалид? Мыҫҡыл итеп тәҡдим яһаны микән? Оноторға, уны уйламаҫҡа тырышһа ла - булманы. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ғашиҡ булғайны шул егерме йәшлек ҡыҙ. Берәүгә лә әйтмәй йоманы көттө. “Аһ, алйотмон да инде, ул мине белмәй ҙә! Хатта исемемде лә, ауылымды ла”,- тип үҙен әрләне. Ә йөрәк тигәнең аҡылды тыңламаны.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас