Башҡортостан Журналистар союзы “Һаумы, яугир!” видеоконкурсы иғлан иткәйне. Унда беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ – “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Гөлшат Вәлиева менән “Кугарчинские вести” гәзитенең верстка буйынса инженеры Мария Васильева (Псәнчина) ҡатнашты.
Башҡортостан Журналистар союзы ойошторған конкурсҡа бөтәһе 30-ға яҡын эш ебәрелгән. Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙың видеояҙмалары үҙҙәренең аһәңлеге, йөкмәткеһе менән бик күптәрҙең күңел түренә үтеп инде һәм улар лайыҡлы рәүештә 3-сө урынға лайыҡ булды!
Еңеүселәргә аҡсалата бүләк һәм дипломдар тапшырылды.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә һеҙҙе тағы ла ҙурыраҡ ижади еңеүҙәр көтһөн, илһам шишмәләрегеҙ шиңмәһен!