Зилә ПСӘНЧИНА
Баҡыяс
- Киләләр! Киләләр!
Ҡыуаныслы тауыштарҙы ишетеп, табын әҙерләүселәргә һуңғы күрһәтмәләрен бирә-бирә, аласыҡта аш-һыу менән мәш килгән Фатима ла урамға ашыҡты. Туй ҡаршыларға сыҡҡан туғандары, күрше-күлән, ҡыҙҙар-егеттәр йорт янына килеп туҡтаған машиналарҙы уратып та алды. Шаян еңгәләр ҡунаҡтарҙы һәм кейәү менән кәләште йолаға ярашлы ҡаршы алырға күптән әҙер тора:
Ергә тәңкә ташланыҡ,
Беҙгә килгән ҡоҙаларға
Таҡмаҡ әйтә башланыҡ...
Ҡулына бал һәм май тотҡан, туй хөрмәтенә үҙе теккән таҫмалы күлдәген, уҡалы камзулын кейеп алған Фатима ҡаршыһына етәкләшеп килеп баҫҡан улы менән килененә һоҡланып туя алманы. Кәләш ап-аҡ туй күлдәге өҫтөнән шау тәңкәле янып торған ҡыҙыл селтәр-түшелдерек таҡҡайны, егет тә аҡ күлдәктә, милли биҙәктәр төшөрөлгән ҡыҙыл галстукта.
Һоҡланыулы ҡараштар, изге теләктәр ямғыры аҫтында Булат кәләшен күтәреп алды ла өйгә атланы һәм тупһала ятҡан аҡ мендәргә баҫтырҙы:
- Бисмиллаһ!
- Килен уң аяғы менән баҫты – уңған булыр!
- Уландары күп булыр, Аллаһы бирһә!
- Уңдан да бирһен бәхетте хоҙай, һулдан да бирһен!
- Тормошоғоҙ балдай татлы, бәхетегеҙ һөттәй аҡ, телегеҙ майҙай йомшаҡ булһын,- тине әсә балаларына алмаш-тилмәш бал-май ҡаптырып.
- Килендең “бикле” билен кем сисә?- тиеүгә, иң яҡын бикәстәренең береһе Гөлдәрҙең биленә бәйләнгән ебәк яулыҡты сисеп тә алды:
- Итәгең бала менән, кәртәң мал менән тулһын!
- Бына яңы урында был ҡайынһеңлең һиңә серҙәш һәм әхирәт булыр, Аллаһ бирһә!
- Ғүмерегеҙ оҙон булһын, донъяғыҙ гөрләп торһон!
- Һау булығыҙ,бай булығыҙ,бар булығыҙ,пар булығыҙ,дан булығыҙ!
Ул арала еңгәләр килен һандығын һатып алып, елтерәтеп өйгә лә индерҙе, асып ебәреп, эсе лыҡын тулы бирнәһен күрһәтеп гөр килгән арала Гөлдәрбикәс-ҡәйнештәренә тәғәйен бүләктәрен тарата башланы. Йәш кәләшкә һыу юлы күрһәтергә килгән ҡыҙҙар килендең шау сәскәләр төшөрөлгән биҙрәләренә тултырылған бойҙайҙы кәртәгә индереп, һарай мөйөшөнә ауҙарып та ебәрҙеләр, икенсе күнәктәген тауыҡтарға һиптеләр ҙә, сағыу таҫмалы көйәнтәне яурындарына һалып, түҙемһеҙлек менән Гөлдәр еңгәләрен көтөп торалар. Бына килен ике биҙрәгә лә һыуға юл башлаусы ҡайынһеңлеләренә тейешле күҙ яуын алып торған матур ебәк яулыҡтар бәйләне. Күңелле йыр-таҡмаҡ, уйын-көлкө менән йәштәр һыу юлына йыйынды.
Фатима, ҡапыл иҫенә килеп,камзул кеҫәһен ҡапшаны, ашыға-ашыға йәштәр янына барҙы:
Гөлдәр, бында ниндәйҙер хикмәт барҙыр тип, ихлас ҡына риза булып,тәңкәне ауыҙына йомдо. Барлыҡ ҡунаҡтар берҙән ҡубып, ҡутарылып, йәштәр артынан һыу юлына китте.
Көтөүең тәкәле булһын,
Ҡаҙың бәпкәле булһын,
Һүҙең үткеле булһын,
Һыйырың һөтлө булһын,
Алдың тулы бала булһын,
Артың тулы бал булһын.
Минең балам – һиңә ир,
Ирҙе балаңдай ҡара,
Һәр дайым иргә яра... -
Фатима барманы, улар артынан һамаҡлап, доғаһын уҡып тора бирҙе лә аласыҡҡа ашыҡты. Туйға бөтә нәмә әҙер, рәхмәт инде туған-тыумасаға, күрше-күләнгә. Яңғыҙым ни эшләрмен, тип ҡурҡып ҡалғайны бит тәүҙә. Бер ҙә туй уткәргәне юҡ уның. Хатта өс ирҙә булып, үҙенең туйы ла булманы шул. Аҡ күлдәктәр кейеп, таҫмалы көйәнтәгә сәскәле биҙрәләр элеп, ауыҙына көмөш тәңкә ҡабып, һыу юлына барғыһы килмәнеме ни уның? Ауыҙында тәңкә түгел, туп-тулы ҡан булды шул. Кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, үҙ бәхетен үҙе яһай,тиҙәр. Фатима үҙ яҙмышын яҙа алдымы, тормошон нисек ҡорҙо һуң? Һәр хәлдә, бик тырышты кеүек үҙенсә. Әллә бәхет яһар иҙелмәнең балсығы сифатһыҙыраҡ булып сыҡтымы? Ҡомо ҡойолоп бөттөмө? Әллә һыуы аҙыраҡ булдымы? Ваҡытһыҙыраҡ әҙерләнде буғай, туңып сифаты юғалды шикелле...
Ете ҡыҙлы ғаиләлә үҫте ул. Бирмәһә,бирмәй икән Хоҙай малайҙы. Атаһының бер генә булһа ла улы булһа ине, тип ҡыҙҙар ҙа аҙ теләмәнеләр.Уларға ҡәҙер, иркәләү эләкмәне. Йыуаш ҡына әсәһе лә, йыл аша бала табып, малай булыуҙан өмөтө өҙөлөп, рәнйепме, кәмһенепме –баҫылып ҡалды. Күп һөйләшмәҫ, йылмаймаҫ-көлмәҫ, ябыҡ ҡына сирләшкә ҡатынға әйләнде. Бала тыуған һайын малай көтөп һемәйгән атаһы эсеп алһа, аллаһҡа ялбарып, инәлеп-үпкәләп малай һорай, илап та ала, шунан хоҙайын да, ҡатынын да, ҡыҙҙарын да һүгенеп әрләй башлай ине. Туғандары йыш ҡына ата-әсәһен йыуатып: ”Ярар, бер юлы ете ҡыҙ тапҡандар туп-тура ожмахҡа барып инә, ти ул!”-тигән булырҙар ине. Йәндәре йәннәттә, урындары ожмахта булғырҙары, хәҙер икеһе лә ысын донъяла ята. Малайҙары булмағас, ҡыҙҙар ҡара йәштән ирҙәр эшенә лә, ҡатын-ҡыҙ эшенә лә айырмай егелеп үҫтеләр. Уларҙы өйҙә яратып-һөйөп иркәләгән, әпәүләп торған кеше лә булманы. Ете ҡыҙҙың тап уртаһында, дүртенсе бала булып тыуған Фатима ҡара күҙле, ҡара сәсле апайҙарынан айырмалы рәүештә, йәшел күҙле, һары сәсле ине. Ҡыҙ үҙе лә ғаиләһенә бик ылығып барманы. Бәләкәйҙән өләсәһе менән йәшәргә хыялланды. Ауылдың икенсе осонда кинйә улы менән йәшәгән Фәүзиә әбей ҙә үҙенә оҡшаған ейәнсәрен айырыуса ярата. Тик ҡайҙа ул бергә йәшәү, уның үҙ өйөндә генә лә биш бәләкәй бала, улы, килене - барыһы шул ике яҡлы бер бәләкәй өйҙә. Унан ата-әсәһе лә инде ҡул араһына ингән ҡыҙҙан куҙ яҙлыҡтырмай, эҙләп кенә торалар.Шулай ҙа саҡ буш ваҡыты табылһа, Фатима үрге осҡа осоп барып етә.Бер шулай Ураҙа байрамы алдынан өләсәһенә барып инде. Ғәйеткә тип май икмәк, бәлештәр бешергәндәр, барыһы ла шат, байрамса, балаларҙың өҫтөндә яңы кейемдәр. Өләсәһе Фатимаға ла яңы күлдәк теккән икән, күҙҙәре төҫөндәге йәшел генә тауарҙан. Гел генә тиерлек апайҙарҙан ҡалғанды кейеп өйрәнгән ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге юҡ ине. Ана бит уға нисек килешеп тора! “Әйҙәгеҙ, Латифа абыстайға барып, фытыр хәйере биреп киләйек,”- тине өләсәһе. Бәләкәй балаларҙың барғыһы килмәне, ә Фатима ҡыуанып эйәрҙе. Тома һуҡыр Латифа әбейҙе белә ул. Күҙе күрмәһә лә, яңғыҙы йәшәй. Кейәүгә лә сыҡмаған, балалары ла юҡ. Өйөн дә,үҙен дә күҙле кешеләрҙән былайыраҡ ҡарай.Аят-доғаларҙы нисек өйрәнгәндер, диндар әбей намаҙын да ҡалдырмай, ураҙаһын да тота. Күҙ алмалары сәйер булып ағарып торғас, балалар ҡурҡыңҡырай ҙа унан. Был юлы әбей шундай оҫта итеп, ситкә лә ағыҙмай, ҡоймаҡ ҡоя ине.
Ҡыҙ терт итеп ҡалды: әбей күрә микән әллә? Нисек уның да барлығын һиҙә? Латифа инәһе уның күрешергә һуҙған кескәй ҡулдарын оҙаҡ ҡына һыйпап тотоп торҙо, арҡаһынан һөйөп яратты ла:
Өләсәһе сөйҙән алып биргән түшелдеректең матурлығына хайран ҡалды Фатима: ул тәңкәләр, ул мәрйендәр, ҡортбаштар, ниндәйҙер аҫылташтар...
Латифа әбей ҡулы менән һәрмәп, бер тәңкәне тиҙ генә бороп,өҙөп алды ла ҡыҙһа һондо:”Мә, балам, күлдәгеңдең түшенә тағып ҡуй, гел һиңә бәхет юрап торһон тип өшкөрөп бирәм.”
Үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән ҡоймаҡлап сәй эстеләр, абыстайға фытыр хәйере биреп, доға уҡып, амин тоттолар. Хушлашҡанда Латифа әбей: ”Килен,был баланың бәхет-ырыҫы урау юлдан йөрөй, һаҡсы фәрештәләре ташламаһын инде,”- тине. Ҡайтҡас, көмөш тәңкәне өләсәһе яңы күлдәгенә тегеп ҡуйҙы ла:
Яратып кейҙе Фатима йәшел күлдәген, ләкин ул әллә бәләкәсәйҙе, әллә туҙҙы – юғалды. Ул арала уҡыуға төшкән, мәктәп һәм өй эштәренән бушамаған ҡыҙ ҙа баҡыясы тураһында онотто. Ата-әсәһе уҡыуға артыҡ тырыш булмаған ҡыҙҙарын ситкә ебәреп, белем һәм һөнәр алыуҙарын да теләмәнеләр. “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - ирҙән. Тәүфиҡлы һәм егәрле булһағыҙ, үтмәй ултырмаҫһығыҙ,”- тип кенә ҡуялар ине.
Ысынлап та, ҡыҙҙар мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән эшкә сыҡты: апалары фермаға һыйыр һауырға,быҙау ҡарарға барҙы, береһе почтала хат ташыусы булып эшләп киттеләр.Күп тә тормай кейәүгә лә сыға башланылар. Фатиманы ла шул яҙмыш көтә ине, 8 кластың сығарылыш имтихандары тамамланғас та, алмаш һауынсы кәрәк тип, өлкән апайы уны йәйләүгә алып китте. Йәй ҡырҙа күңелле генә эшләп йөрөнө Фатима, ә ҡара көҙ еткәс, һыуыҡ, бысраҡ фермала 16 йәшлек кенә ҡыҙға еңел түгел ине. Йәш күңел ҡайҙалыр ашҡына, ниндәйҙер яңылыҡ көҫәй. Иптәш ҡыҙҙары менән кис клубҡа сығыу уларҙың өй эсендә электән тыйылған. Күңел асыу тигән нәмә юҡ. Ярар, ҡулы тегә, сигә, бәйләй белә, ҡышҡы шыҡһыҙ оҙон кистәрҙә юғиһә ни эшләр ине.
Бер буранлап торған көндә Фатима һуңлап ҡына эштән ҡайтырға сыҡты. Башҡа һауынсыларҙы өйҙә ирҙәре, балалары, ғүмере бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре көтә, улар һыйырҙарын да ашығып һауа, һөтө бөтөр-бөтмәҫтән икенсеһенә күсәләр,эштәрен тиҙерәк тамамлап ҡайтырға ҡабаланалар. Фатима һыйырҙарын ярата,яғымлы һүҙҙәр әйтеп, арҡаларынан һөйөп ала, елендәрен матурлап йыуа, шунан ғына һауа башлай. Бөгөн дә иң аҙаҡҡа ҡалған шикелле. Ферма ауылдан йыраҡ булмаһа ла, тау итәгендәрәк урынлашҡан, атлайһы ер байтаҡ ҡына. Буран көсөйгән, күҙгә бер нәмә күренмәй. Ауыл уттарына тоҫмаллап бара ине, кемдер арттан уны ҡосаҡлап алып, ҙур ауыр толопҡа ураны. Ҡыҙ ҡурҡыуҙан, аптырауҙан йүнләп ҡысҡырып та өлгөрмәне, уны ат санаһына һалып, ҡуҙғалып та киттеләр. “Кем шаярта ул шулай? Ебәрегеҙ әле, тонсоғам бит”... Фатима тыпырсынып ысҡынырға, һөрәнләргә тырышты, ләкин көслө ҡулдар уны ныҡ ҡармап алғайны. Илап тамам хәле бөттө тигәндә, ат туҡтаны. Толопто сисеп, кескәй кәүҙәне күтәреп алдылар ҙа ниндәйҙер өйгә инделәр. Ике ир ине, ҡыҙ уларҙы белмәй. Араҡы һәм тәмәке еҫе аңҡып торған береһе ҡыҙҙың пальтоһын сисергә теләне, ҡыҙ уны этеп ебәрергә иткәйне, айыуҙай кәүҙәгә, ҡыпһыуыр шикелле ҡулдарға көсө етмәне. Икенсе ир быларҙы тыштан бикләп, юҡҡа сыҡты...
Намыҫы тапалып, йөрәге тетелеп, күңеле туҡмалып, тәне иҙелеп, хыялдары селпәрәмә килеп...һыҙланып ятҡан Фатима хоҙайҙан үҙенә үлем һораны. Был хурлыҡтан үлеп кенә ҡотолорға була... тик нисек? Уның юлын да белергә кәрәк бит...Һәр нәмәнең рәте була.Тормошҡа бер нисек тә әҙер түгелме ни ул? Йылға буйлап ағып барған, бер кемгә лә кәрәкмәгән тап киҫәге. Аяҡ аҫтында тапалып, иҙелеп ятҡан меҫкен ҡырмыҫҡа... Ҡорбанын ашап туйған бүре кеүек хырылдап йоҡлап киткән иҫерек иргә ытырғанып ҡараны Фатима. Таныш түгел. Пальтоһын кейеп,тышҡа сығырға булғайны,ишек бикле. Мөйөшкә йомарланып барып ултырҙы.
Иртәгәһен был Мишәр ауылы кешеһе, ярты үлек хәлендәге Фатиманы кисәге атҡа ултыртып, аталарына алып барып, өйләнергә теләүен белдерҙе, никах уҡытыуҙарын һораны. Өләсәһенән башҡа,был хәлгә ҡайғырған әҙәм дә булманы кеүек. Артыҡ ғауғаламай ғына , эш уҙған, бер хәл дә итеп булмай инде, тип киләһе йомала килгән ҡоҙағыйы менән ижәб үткәрҙеләр ҙә, ҡыҙҙарына бер юрған, ике мендәр биреп, оҙатып та ебәрҙеләр. Әллә төш, әллә өн эсендә ике йыл йәшәне Фатима. Колхоз атын урлап һуйғандары өсөн ике йыл төрмәлә ултырып ҡайтҡан Сөнәғәт әсәһенең ихатаһында бәләкәй өйҙә йәшәй, ҙурында ҡустыһы һәм уның ғаиләһе менән әсәһе тора. Улар Сөнәғәткә лә, Фатимаға ла һағайып ҡарай, бик аралашып бармай, йомош-фәләнгә лә һирәк инәләр. Оло улдарының бур, эскесе, һуғыш суҡмары булып китеүен ғәфү итә алмауҙарылыр. Төрмәнән һаулығы ҡаҡшап, холҡо бөтөнләй боҙолоп ҡайтыуы туғандары менән араны бөтөнләй һыуындырған. Ауыл ерендә ерегеп бер урында ла эшләй алмаған, эскәндә лә, айыҡта ла гел үҙенә ҡул күтәргән иренә булған күрә алмау, ерәнеү хистәре арта ғына барҙы Фатиманың. Әллә шуға, әллә хоҙай һаҡланы, ул балаға уҙманы. Бер кистә иҫерек иренең туңған кәүҙәһен санаһына тейәп, аты ҡайтып ингәс, ҡайғырманы ла, ҡыуанманы ла ул. Уны ерләгәндә лә таш һын һымаҡ йөрөнө.Ҡырҡын уҡытҡас та, ата-әсәһе йортона ҡайтып китте, кире фермаға эшкә сыҡты. Тыуған йортонда ул артыҡбаш булмаһа ла, уға бик шат та түгел инеләр, буғай, сөнки ике айҙан үҙен ауылдарындағы бер ҡарт буйҙаҡ иргә димләп килгән Йәмилә әбейҙең һүҙҙәрен бик ҡыуанып хуплапултырҙылар. “Барыр, нишләп бармаһын тей,”- тип ҡыҙҙары өсөн үҙҙәре вәғәҙә биреп ҡалдылар. Өләсәһе ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, атаһы: “Унға барһын, уңғансы барһын,”- тип кенә ҡуйҙы. Ни эшләһен Фатима, ҡарт егет Наил һәм уның ата-әсәһе менән йәшәп китте. Эшкә әрһеҙ киленде оҡшаттылар, ул фермаға ла, йортҡа ла өлгөрҙө,ауыҙ асып хәбәр һөйләмәне, баш баҫып эшләп тик йөрөнө. Ире лә йомоҡ ҡына бер шымтояҡ. Шулай булмаһа, ҡырҡ йәшенә тиклем өйләнмәй йөрөр инеме? Ҡуй инде, әйтһәң-һүҙ,төртһәң-күҙ, тигәндәй. Инһә – бар,сыҡһа – юҡ,бер күләгә кеүек. Фатима үҙе лә, ҡыҙҙарға ҡырҡ ерҙән тыйыу кәрәк тип, һәр саҡ тыйылып, әрләнеп, наҙ күрмәй үҫкән ҡыҙ иркәләй ҙә, иркәләнә лә белмәй ине. Теләге лә булманы. Яңғыҙ улдарының вариҫын күреп үлергә өмөтләнгән әбей менән бабай түҙемһеҙләнеп ейән көттөләр.”Улыма иш булырлыҡ, нәҫелде дауам итер малай кәрәк,”- тиһә ҡайныһы, ҡәйнәһе өҙә генә:”Шыр оя ҡыҙ үҫтергән Маһинур балаһы ул табыр тиһеңме? Ярар, кем булһа ла, бәпәйҙәре булһа, әйтәгүр, эҫенешеп тә китер инеләр, исмаһам,”- тиер ине уфтанып. Әбей менән бабайҙың түҙемлеге ике йылға саҡ етте, ейән көтөп көтөк булғас, әйттеләр:”Ярар, улыбыҙҙың насибы һин түгелдер, булмаһа, ҡайт өйөңә, килен. Күрше ауылдан Наилға бер балалы ҡыҙҙы димләйҙәр. Алла бирһә, беҙгә лә берәй оноҡ табып бирер...”- тинеләр.
Дауамы бар.