Беҙҙең районда ла геройҙарыбыҙға ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла, даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәрелә. Был изге эштә хакимиәт вәкилдәре, район халҡы, ирекмәндәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ балалар әүҙем ҡатнаша.
Уҡыусылар яугирҙарға ярҙам итеүҙә ололарҙан ҡалышмай: маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, хаттар яҙа.
“Балаларҙың хаттарындағы эскерһеҙ һүҙҙәр күңелде йылыта. Ғәҙәттә, беҙ хеҙмәттәштәр менән уларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ. Бер көндө ҡулыма ҡыҙымдың хаты килеп эләкте. Мин кисергән тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатып булмай”, - ти сираттағы отпускыһына ҡайтҡан яҡташыбыҙ - “Шатун” позывнойлы яугир.
“Башҡортостан” полкы яугирының үтенесе буйынса Мораҡ 1-се урта мәктәбендә алты маскировкалау селтәре үрелгән. Ә унан алда “Агата” позывнойлы һалдаттың ҡатыны бер нисә селтәрҙе тормош иптәшенә ебәргән, тәүгеләрен иһә “Шоңҡар” алып киткән, әйткәндәй, әлеге ваҡытта ул отпускыла, ошо көндәрҙә уға тағы ла бер нисә дана селтәр тапшырылған.
- Ярҙам һорап яҙғандарға, шылтыратҡандарға ҙур теләк менән яуап бирәбеҙ, - ти белем усағының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитова. - Ошо арала окоптарҙы нығытыу өсөн тоҡтар йыйҙыҡ. Изге эштән балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, хөрмәтле ветерандар ҙа ситтә ҡалмай.
Беҙ, ватандаштар, ҡаһарман батырҙарыбыҙҙың рухын күтәрмәһәк, кем күтәрер?! Беҙҙең ярҙам, беҙҙең һөйөү яугирҙарҙы Еңеүгә дәртләндерә, уларҙың рухын нығыта. Тимәк, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Анастасия ВАСИЛЬЕВА.
Рәил МЫРҘАБУЛАТОВ, Рәсәй ДОСААФ-ының Күгәрсен районындағы бүлексәһе рәйесе:
- Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Яңыраҡ “Рекрут” проекты старт алды, уның инициаторы - төбәктәге ДОСААФ ойошмаһы. Башҡортостан Башлығы был башланғысты хупланы.
Бөтә илһөйәрҙәр ҙә йәше йәки һаулығы арҡаһында илде яҡларға бара алмай, ләкин һәр кем Рәсәйҙең именлеген һәм сәскә атыуын тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. РФ Хәрби көстәре сафына контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе йәлеп итеүсе активистар үҙ иҫәбенә Башҡортостан буйынса күп йөрөй, агитация-аңлатыу эштәре алып бара. Уларға ярҙам итеү эшмәкәрлек сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. “Рекрут” проекты буйынса хәҙер ошондай һәр кешегә 50 мең һум түләнә. Аҡса яугир хәрби часҡа килгәс тә күсә.