Йылдан-йыл тормош үҙгәрә. Ә белем биреү өлкәһе унан да алдараҡ бара. Бөгөн уҡытыусы өсөн тәжрибә, һынау, яңы стандарттар, федераль белем биреү программаһы – заман талабы. Был яңылыҡтар даръяһында туған тел мөхитенә урын тарайғандан-тарая барған кеүек. Үҙ иңенә төшкән бурысты атҡарыр өсөн, бөгөнгө мәғариф талаптарына яуап биргән туған тел уҡытыусыһы булыу еңел түгелдер.
Әммә беҙҙең районда яратҡан эшенә бар күңел йылыһын, тырышлығын һалған уҡытыусылар күп, уларҙың береһе - В.С.Бекетов исемендәге Воскресенск ауылы мәктәбендә өс тиҫтә йылдан артыҡ уҡыусыларға тәрбиә һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биреүсе Аллабирҙина Эльвира Юлай ҡыҙы.
Эльвира Юлай ҡыҙы 1989 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай һәм уҡытыусы һөнәренең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөп, Воскресенк мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Юғары мәҙәниәтле булыуы, үҙ фәнен, уҡытыу һәм тәрбиә методикаһын яҡшы белеүе, уҡыусылар менән йылы мөғәмәләлә эш итеүе менән Эльвира Аллабирҙинанаң педагогик эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Ул фән-ара бәйләнештәр принцибын тормошҡа ашырыуға ҙур әһәмиәт бирә. Эҙләнеүсән уҡытыусы балаларҙа башҡа фәндәрҙе үҙләштергәндә лә тел буйынса белемдәрҙе ғәмәли ҡулланыуҙы үҫтерә. Дәрестең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ҡарап, төрлө алымдар һәм саралар ҡуллана: индивидуаль дәрестәр, үҙ-ара контролдең төрлө формалары, таблица материалдары, уйындар, төрлө кимәлдәге төркөм биремдәре, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү, белемдәрҙе тикшергәндә тест үткәреү. Ошо барлыҡ ижади эштәрҙе башҡарыуға еңелерәк булыр ине тигән маҡсатта Эльвира Юлай ҡыҙы республика мәктәптәре араһында уҙғарылған “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсында ҡатнаша һәм Воскресенск мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты унда еңеп сыға. Конкурс туған тел уҡытыусыларының эшкә ижади ҡарашын үҫтереүгә, профессиональ йәһәттән камиллашыуына, кабинеттарҙың матди-техник базаһын нығытыуға, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыуға булышлыҡ итеүгә йүнәтелгән. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына мультимедиа комплексы һатып алыуға сертификат тапшырыла.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған Эльвира Юлай ҡыҙының уҡыусылары йыл һайын төрлө дәрәжәләге олимпиадалар, конкурстар, тикшеренеү эштәрендә ҡатнаша һәм еңеүселәр, призерҙар иҫәбендә була. Мәҫәлән, Гөлсәсәк Исҡужина ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһының призеры булды. Шулай уҡ уның уҡыусылары төрлө интернет-олимпиадаларҙа, интернет-конкурстарҙа теләп ҡатнашалар. Фидан Аҡкилдин “Зәйнәб Биишева уҡыуҙарында”, “Урал батыр” эпосы буйынса викторинала призлы урын яулаһа, Анастасия Бакаева “Йәш журналист” республика конкурсында,Софья Ткаченко фәнни-ғәмәли конференцияла, Полина Феофанова А.П.Филлиповтың ижадына арналған бәйгелә шиғыр ижад итеп призлы урынға лайыҡ булды.
Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында уҙғарылған “Хазина” республика видеороликтар конкурсында ла һынатмай воскресенкалар, “Башҡорт милли биҙәүестәре” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәреп призлы урынға лайыҡ булалар.
- Конкурстарҙа ҡатнашыу телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерергә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен формалаштырырға, һәләтле уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы асыҡларға ярҙам итә, — тип билдәләй уҡытыусы төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыуҙың ролен.
- Башҡорт мәктәптәрендә уҡытҡан уҡытыусыларҙы бәхетле кешеләр, тип уйлай инем. Халҡыбыҙ рухын, әсә телен һәм моңон тойған балалар менән эшләй улар. Ә рус мөхитендә үҫкән малай-ҡыҙҙарға ошо сифаттар етмәгән кеүек. Бигерәк тә башҡорт телен бүтән милләт балаларына дәүләт теле булараҡ өйрәткәндә.Шуға ла беҙгә - рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәтеүселәргә көсөргәнешле, ныҡышмалы, сабыр хеҙмәт итергә тура килә. Етмәһә һуңғы йылдарҙа балаға ниндәй туған тел өйрәнеүҙе ата-әсәләр һайлай. Телебеҙҙең ғүмере ата-әсәләр ҡулында ла, - ти телебеҙҙең артабанғы яҙмышы тураһында борсолоп тәжрибәле педагог.
- Хәҙерге ваҡытта йыш ҡына ҡағыҙ эшенең күп булыуы, даими эҙләнеүҙәр, яңы технологияларҙы үҙләштереү арҡаһында ваҡыт етмәүҙе һиҙәһең — былар барыһы ла рухи арығанлыҡ тыуҙыра. Планлаштырылғандың бөтәһенә лә өлгөрмәйһең, шуның арҡаһында эш сифатлы килеп сыҡмай, һәм, иң мөһиме — килеп тыуған хәлдәрҙән сығыу юлын күрмәйһең кеүек тойола. Шуға күрә үҙ эшеңә вайымһыҙлыҡ тыуҙырмай торған ниндәй ҙә булһа энергия сығанағы табыу бик мөһим. Шул ваҡытта һөнәри һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашыу шундай арығанлыҡтан үҙенә күрә бер төрлө “прививка” булырға мөмкин. Төрлө эксперименттар яһай, анализлай, яңы уйҙарҙы тормошҡа ашыра башлайһың — ә был бөтөнләй башҡа тормош дәрәжәһе. Уҡытыусыға тулы тормош менән йәшәү өсөн даими рәүештә алға барырға кәрәк: кемделер дәртләндерергә, файҙалы эшкә өйрәтергә, ҡыйын ваҡытта йыуатырға, ижади ниәттәргә рухландырырға һәм шул уңыштарҙан үҙеңдә лә ҡәнәғәтлек хисе тойорға. Шул саҡта уҡытыусы булыу бәхете киләсәк, - ти Эльвира Юлай ҡыҙы.
Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйек! Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ла өҫтәйек: республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә туған телебеҙ, дәүләт телебеҙ - башҡорт теле яңғырап торһон!
***
Район мәғариф бүлеге методисы Фәһимә Ситдиҡова:
- Республикабыҙҙа “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә урта белем биреү мәктәптәрендә матди-техник базаны яңыртыу, ауыл ерҙәрендә яңы мәктәптәрҙе сафҡа индереү, реконструкциялау, бөтә төбәктәрҙә цифрлы белем биреү моделен индереү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла.
Районыбыҙ мәктәптәрендә туған тел уҡытыусылары балаларға сифатлы белем бирһен өсөн бар мөмкинселектәр булдырылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып еңеү яулайҙар. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, йыл һайын район һәм ҡала мәктәптәре араһында «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» конкурсы үткәрелеп килә. Был конкуста һуңғы өс йыл эсендә Мораҡ ауылы 1-се урта белем биреү мәктәбе (кабинет мөдире Илмөхәмәтова З.Ф.), М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы (кабинет мөдире Псәнчина З.М.), Воскресенк урта белем биреү мәктәбе (кабинет мөдире Аллабирҙина Э.Ю.) еңеүселәр исемлегенә инеп, мультимедиа комплексы һатып алыуға сертификаттар алдылар.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дөйөм белем биреү ойошмаларының һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында конкурс үткәрелеп, үҙ һөнәренең оҫталарына 50 мең һум күләмдә аҡсалата премия тапшырылып килә. Был бәйгелә һуңғы өс йыл эсендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһынан Мысырғалина Хәнифә Әнүәр ҡыҙы (Йомағужа 2- се урта белем биреү мәктәбе), Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы (Тәүәкән урта мәктәбе), Сынғыҙов Илдар Заһир улы (З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе) лайыҡ булдылар.
башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың белем сифатын билдәләүсе сара булып тора. Һуңғы өс йыл эсендә республика кимәлендә биш призер әҙерләнек. Республикала Башҡорт теле көнө алдынан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар тапшырыла. Был үҙ сиратында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә уҡыусыларға өҫтәлмә балдар бирә.
16 август көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған мәғариф буйынса август кәңәшмәһенең «Башҡортостан республикаһында дәүләт тел сәйәсәте: төбәк тәжрибәһе һәм тормошҡа ашырыу перспективалары» дискуссия майҙансығында туған телдәрҙе уҡытыу буйынса муниципалитеттар араһында 6-сы урында тороуыбыҙ беҙҙең районда эштең тейешле кимәлдә ойошторолоуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы, тимәк, уҡыусыларыбыҙ башҡорт телен әсә теле һәм туған тел булараҡ теләп өйрәнә, мәктәптәребеҙҙә ижади ҡарашлы башҡорт теле уҡытыусылары эшләй.