Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2024, 09:46

Ниһайәт, республикаға йылы килә

Метеосайттар мәғлүмәттәренә ярашлы, йәйге ташҡынға сәбәпсе булған бер нисә циклондан һуң Башҡортостанға ҡоро һәм йылы һауа торошо әйләнеп ҡайта.

Алдағы ете көндә республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр ғына яуыуы ихтимал. Көндәрҙең аяҙ тороуы фаразлана.

Киләһе аҙнала көндөҙгө сәғәттәрҙә республиканың үҙәк райондарында һауа 25 градусҡаса йылына, төндә 12-18 градус йылы була.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас