Сәйәхәт “Тылсымлы дөйәғош”фермер хужалығынан башланды. Сарала ҡатнашыусылар бында аҫралаусы төрлө хайуан һәм ҡоштарҙы ҡараны, улар менән танышты. “Табынская богоматерь” иконаһын ҡарағандан һуң, өлкән йәштәгеләр шифалы һыуҙан да ауыҙ итте. Шулай уҡ туристарға Красноусольск шифаханаһы буйлап экскурсия ойошторолдо, апай-ағайҙар республиканың билдәле шифаханаһын үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Артабанғы маршрут “Торатау” геопаркына булды. Күгәрсенлеләргә республикабыҙҙың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе – “Торатау” шиханын күреү бәхете лә тейҙе. “Һуңғы йылдарҙа “Торатау”ҙы бик матурлағандар, күркәмләгәндәр, заманға яраҡлыштырып төҙөкләндергәндәр. Бында 6 тирмә, лекторий, тарихи-мәҙәни үҙәк, сувенир лавкаларын ҡараныҡ. Был сәйәхәттән яңы тәьҫораттар, рухи ял алып ҡайттыҡ. Беҙгә сит ерҙәрҙе күреп ҡайтырға мөмкинлек биргәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәтебеҙ ҙур”, - ти проектта ҡатнашыусылар.
***
Гөлшат КИЛЕНБАЕВА, “Өмөт” ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы ойошмаһы реабилитациялау ойошмаһы рәйесе:
“2021 йылдан алып беҙҙең район территорияһында ошо программаға ярашлы 11 экскурсия ойошторолдо, унда 300 кеше ҡатнашты.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был оло быуын кешеләре өсөн бик мөһим.
2023 йылда “Башҡорт-Белорусь” оҙон ғүмерлеге” проекты эшләй башланы. Уның буйынса Беларусь Республикаһына турҙар ойошторола, улар 8 көнгә иҫәпләнгән, турға ҙур экскурсия программаһы инә. Әммә ул “Башҡорт оҙон ғүмерлеге”нән айырмалы тулыһынса буш түгел. Тулы хаҡы - 41 мең һум булһа, шуның 27 меңен хаҡлы ялдағы үҙе түләй.”