Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2024, 06:38

Гранттың бурысы - еңеүсе булырға өйрәтеү!

  Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды тәҡдим иткән гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы формаһы тулы булмаған дүрт йыл эсендә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителгән идеяларҙың төрлөлөгөн һәм сифатын тупланы. 2020 йылдан алып уның дөйөм күләме 1,2 миллиард һумдан ашты, шуның 852,5 миллион һумы - республика бюджетынан һәм 364,86 миллион һумы - федераль софинанслау иҫәбенән. Фонд 17 конкурс уҙғарған, 3 692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проектты хуплаған. Шуларҙың береһе - Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, төбәк Башлығы гранттары фонды булышлығында “Бишек” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы уңышлы бойомға ашырған “Ат уйнатып” проекты.

Гранттың бурысы - еңеүсе булырға өйрәтеү!Гранттың бурысы - еңеүсе булырға өйрәтеү!
Гранттың бурысы - еңеүсе булырға өйрәтеү!

  Проекттың исеме башҡорт халҡының ғорурлығы - аттарға ҡағыла, тормошта алға ынтылырға кәрәклегенә ишаралай. Ул йәш армеецтарға белемдәрен һәм көсөн тикшереүҙән тыш, легендар генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа хас ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ рухын тойорға мөмкинлек бирҙе.

 Шулай итеп, йәйге каникулдар ваҡытында Рәсәй Геройы Максим Владимирович Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Ат уйнатып” хәрби-патриотик уйынының өсөнсө этабы уҙҙы. Уға тиклем үткән тәүге ике этапта республиканың 16 район-ҡалаһынан 80 йәш шайморатовсы ҡатнашҡан. Уларҙа еңгән биш команда реалити-шоу форматында үткән финалда көс һәм етеҙлек, илдең тарихын белеү һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, илһөйәрлек, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса көс һынашҡан.

 Беҙҙең район исеменән Мораҡ башҡорт гимназияһының 7-се “б” класы командаһы сығыш яһаны. Уларҙың республиканың баш ҡалаһында үткәргән һәр көнө ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәренә, фәһемле осрашыуҙарға, файҙалы дәрестәргә бай булған. Уҡыусылар шулай уҡ топография, урында йүнәлеш алыу, тәү медицина ярҙамы күрһәтеү, пневматик мылтыҡтан атыу буйынса үҙҙәрен һынап ҡараған, видео төшөрөү, монтажлау буйынса белемдәр һәм күнекмәләр алған.

 Уйындың бөтә йүнәлештәрен - хәрби-спорт күпбәйгеһен, квестарҙы, конкурстарҙы, викториналарҙы шайморатовсылар үҙҙәре лә тарихҡа теркәп ҡалдырырға тырышҡан: көн һайын командаларҙың береһе медиадежур булып, сюжеттар уйлап сығарған, төшөргән һәм монтажлаған. Ә кистәрен көн йомғаҡтары буйынса интервью яҙҙырған.

 Һәр төрлө ярыштар ваҡытында малайҙар һәм ҡыҙҙар именлек беләҙектәрен үрергә өйрәнгән, уҡтан атҡан, күн эшкәртеү эше менән шөғөлләнгән, хәүефһеҙлек мәктәбен үткән һәм хатта ысын “Һабантуй”ҙа ҡатнашҡан.

Мауыҡтырғыс реалити-шоуҙа  Мораҡ башҡорт гимназияһы шайморатовсылары еңеү яулаған. Улар автоматты йыйыу-һүтеүҙә, атыуҙа һәм башҡа дисциплиналарҙа бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

 Шулай уҡ “Иң шәп интервью алыусы” номинацияһында Иҙел Исҡужин, “Иң етеҙ” номинацияһында Диана Ялмәмбәтова еңеүсе тип танылған. Азамат Солтанов, Батыр Һунарчин һәм Камила Суракова ла үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән һәм команданың терәге булған.

 Балаларҙы уйынға әҙерләү өҫтөндә ҙур эш башҡарған класс етәксеһе Илиза Зиннәт ҡыҙы Сатыева үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн БР мәғариф һәм фән министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

 Беҙ балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм бөтә Күгәрсен уҡыусыларына яңы уҡыу йылында маҡсаттарына, еңеүҙәргә өлгәшеүҙәрен, һәр саҡ алдынғы булыуҙарын теләйбеҙ!

Наилә КУШНЕРОВА.

Фото Мораҡ башҡорт гимназияһы архивынан алынды. “Ат уйнатып” проекты бөтә республика шайморатовсыларын берләштерҙе.

 Был каникулдар беҙҙең район командаһына еңеү һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте!

 

Иҙел ИСҠУЖИН, 8-се класс уҡыусыһы:

 - Был ярыштар хаҡында уҡыу йылы аҙағында белдек һәм, әлбиттә, ҡатнашырға ҡарар иттек. Беҙҙе яҡшы әҙерләнеләр, шуға күрә беренсе урын яуланыҡ. Беҙҙе Сатыева Элиза Зиннәт ҡыҙы, Белоклоков Владимир Васильевич, Сәйфетдинов Линар Радик улы һәм Савина Ярослава Анатольевна әҙерләне.

 Ярыштар биш көн дауамында барҙы. Беренсе көн командалар араһында ярыш тигеҙ барҙы, икенсе-өсөнсө көндән мәрәйҙәрҙе күберәк йыя башланыҡ һәм бишенсе көндә башҡа ҡатнашыусылар беҙҙең команда еңер тип фараз итә башланы.

 Беҙ тырыштыҡ һәм яҡшы сығыш яһаныҡ. Һәр көндөң аҙағында интервью бирҙек. Иң иҫтә ҡалғаны һабантуй булды, унда арҡан тартышыу, бокс буйынса ярыштарҙа икенсе урын алдыҡ, хәрби эстафета ла бик оҡшаны. Баҫыуҙа компас менән азимут буйлап йүгерҙек һәм беренсе булып финишҡа сыҡҡас, шул тиклем ҡыуандыҡ.

 Ҡыҫҡаса әйткәндә, көн тәртибе бик тығыҙ ине. Иртәнге аштан һуң дәрестәр үтте, улар араһында төрлө ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре, күнекмәләр, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, элекке диңгеҙ пехотасыһы Иван Галицкий, “Тамыр” телестудияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина кеүек билдәле шәхестәр менән һөйләшеүҙәр булды, ҡатын-ҡыҙ-кинолог һәм тағы бик күптәр ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне.

  Телевидениеға төшөү, бүләкләү тантанаһындағы ҡыҙыл келәм, бүләктәр, приздар һәм башҡалар беҙҙең өсөн онотолмаҫ тәжрибә һәм тәьҫораттар алып килде.

 Командабыҙ татыу, берҙәм булды, бергәләп еңеү яуланыҡ. Кемдер физик яҡтан көслөрәк, кемдер медицинаны яҡшы белә, кемдер яҡшыраҡ ата, автоматты тиҙ һүтеп йыя – быларҙың барыһы ла ныҡ ярҙам итте. Беҙ еңеүгә ынтылдыҡ һәм моратыбыҙға ирештек. Дөрөҫөн әйткәндә, унда барғанда, әгәр тәүге өсәү иҫәбенә инһәк, бик яҡшы булыр, тигәйнем, әммә беренсе урын алырбыҙ тип уйламағайным!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас