ДИҢГЕҘ КӘБЕҪТӘҺЕ
Был диңгеҙ кәбеҫтәһе рак ауырыуҙарын дауалауҙа өҫтәмә ысул булараҡ кәңәш ителә. Операция, нур һәм химия менән комплекслы дауаланыуҙан һуң ауыр осраҡтарҙа ҡулланыла.
ИВАН-СӘЙ
3 аш ҡалағы киптерелгән сәйгә 0,5 литр ҡайнап торған һыу һалырға. Термоста бер сәғәт самаһы төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
ҠАРА ӘРЕМ (ЧЕРНОБЫЛЬНИК).
Сәскә атҡан ваҡытта йыйылған 2 аш ҡалағы үләнгә ярты литр ҡайнап торған һыу һалып, термоста бер сәғәт самаһы төнәтергә. Ашарға ярты сәғәт ҡалғас, көнөнә 3 тапҡыр ярты стакан эсергә. Был төнәтмә үңәс (пищевод), ашҡаҙан, эсәк, аналыҡ һәм тура эсәк рагы булғанда ҡулланыла.
ҠАРА ӘРЕМ ТАМЫРЫ
5 аш ҡалағы ваҡлап туралған әремгә ярты литр спирт һалып, 2 аҙна төнәтергә. Ваҡыт-ваҡыт төнәтмәне һелкеткеләп алырға. 2 аҙна уҙғас, төнәтмәне һөҙөп алырға. Бер аҙ һыуға 1 бал ҡалағы төнәтмә һалып һәм 40-60 тамсы 10 процентлы прополис экстракты тамыҙып, ашарға ярты сәғәт ҡала, көнөнә 3 тапҡыр эсергә.
ПӘЙҒӘМБӘР ТЫРНАҒЫ (КАЛЕНДУЛА ЛЕКАРСТВЕННАЯ)
Сәскәләренән яһалған әҙер спиртлы төнәтмәне яман шештән көнөнә 3 тапҡыр 30-40 тамсы ҡулланырға.
ДЕГӘНӘК (ЛОПУХ БОЛЬШОЙ)
1 аш ҡалағы ваҡланған тамыр һәм 1 аш ҡалағы балға 1 стакан спирт һалырға. Ҡараңғы урында 10 көн төнәтергә. Һөҙөп алырға. 1/4 стакан ҡайнаған һыуға 1 аш ҡалағы төнәтмә һалып, ашарға ярты сәғәт ҡала 3-4 тапҡыр эсергә.