Баймаҡ районы Монасип ауылынан «Малой» позывнойлы яугир былтыр декабрҙә контрактҡа ҡул ҡуйған. Пулеметсы булып хеҙмәт иткән, МХО-ға тиклем хәрби хеҙмәттә булған. Ҡулында ҡорал тота белә.
Ауылдаштары, райондаштары араһынан илле йәштән өлкән ир-егеттәрҙең дә унда киткәнен күреп, үҙе лә килешеү ҡуйырға теләк белдерә. “Өйҙә ҡалыуы оят ине. Күптәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Ә мин 38 йәшемдә лә яңғыҙ”, - тип аңлата ул үҙ теләген. Шулай итеп төҙөүсе хәрби булып китә.
Хеҙмәт иткән осорҙа «Малой» ике тапҡыр яралана.
— Тәүге тапҡыр шрапнель менән яраландым, контузия алдым. Икенсе тапҡыр ҡатыраҡ: уң аяғыма боеприпас ярсығы ҡаҙалды, хәҙер Елизарьев аппараты менән йөрөргә кәрәк. Аяҡҡа баҫҡас, тағы егеттәргә әйләнеп ҡайтырмын, — ти ул.
"Башҡорт аты" фестиваленә ағаһының ғаиләһе менән килгән.
— Бала саҡтан ат ене ҡағылған миңә, башҡорт тоҡомло дүрт атым бар. Улар иң яҡшыһы! Фестиваль бик ҡыҙыҡлы булды, төрлө программалар, ат сабыштарын һәм көрәште ҡарарға килдем, — тине ул.