Юлиә Йомағужа ауылында Эльвира Кәбир ҡыҙы менән Булат Тимерғәли улының татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған әсәһе һәм водитель һөнәренә тоғро булған атаһы ике ҡыҙына ла матур тәрбиә, тормошта үҙ урындарын табыр өсөн лайыҡлы белем бирергә тырыша, һөнәр алырға ярҙам итә. Юлиә мәктәптә яҡшы уҡый, айырыуса биология, химия фәндәрен ярата. Буш ваҡыттарында Йомағужа сәнғәт мәктәбенең бейеү коллективында шөғөлләнә.
2009 йылда Йомағужа 1-се урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ атаһының кәңәшен тотоп, һаулыҡ һаҡлау тармағын һайлай - Стәрлетамаҡ медицина колледжының “Шәфҡәт туташы эше” бүлегенә уҡырға инә. Үҙ һөнәреңде, эшеңде биш бармағыңдай белеү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк, айырыуса кеше һаулығы, уларҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплы белгестәргә. Юлиә уҡығанда ла үҙенә тынғылыҡ бирмәй, һайлаған һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен төптән аңлау өсөн бар тырышлығын һала.
Һөнәрле, димломлы йәш белгес үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау ҡала дауаханаһының эрен бүлексәһендә башлай. Бында туғыҙ йыл эшләү дәүерендә шәфҡәт туташы һөнәренең барлыҡ нескәлектәренә төшөнә, тәжрибә туплай. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, анализдар алыу, табип күрһәтмәләрен үтәп, пациенттарға система ҡуйыу, уколдар һалыу, тән температураһын, ҡан баҫымын даими күҙәтеү аҫтында тотоу һәм башҡалар - үҙҙәренә күҙ терәп килгән пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыр, һаулығын нығытыр өсөн барыһын да эшләй улар. Артабан ул бер йыл Ермолаево үҙәк район дауаханаһында эшләй һәм тыуған районына ҡайта.
- 2013 йылда кейәүгә сыҡтым. Ирем Азат Альберт улы Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан. Күмертауҙа эшләгәндә һәм ҡала фатирында йәшәгәндә үҙебеҙҙең шәхси йорт, ихата, баҡса тураһында хыяллана инек. Икебеҙ ҙә ауылда – иркенлектә тыуып үҫкән кешегә ҡала фатирында – дүрт стенала уңайһыҙ кеүек ине. Уйланыҡ, уйланыҡ та минең тыуған ауылыма күсеп ҡайтырға булдыҡ, - ти Юлиә нишләп тыуған яҡтарығыҙға ҡайтырға булдығыҙ, тигән һорауға.
2021 йылда Юлиә Булат ҡыҙы үҙ һөнәре буйынса Семен-Петровский фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Йомағужанан бер нисә саҡрым ғына алыҫлыҡта ятҡан Семен-Петровский пунктына йөрөп эшләү бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Ҡыйыү замандашыбыҙ автомобилдә үҙе йөрөй.
Ошо уҡ йылда “Ауыл фельедшеры” программаһында ҡатнашып ҡарарға була.
- Райондың баш табибы Наил Абдуллин һәм өлкән фельдшер Рәсилә Байғусҡарова менән һөйләшкәндән һуң, кәрәкле документтарҙы тупланым. Аҙаҡ мине БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына килешеү төҙөргә саҡырҙылар, программала ҡатнашыу шарттарын аңлаттылар, - ти ул.
Семен-Петровский халҡы һәм уның фельдшеры Юлиә өсөн 2023 йылдың марты иң иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы көндәрҙең береһе булып тарихҡа инеп ҡала. Сөнки тап ошо көндә ауыл халҡына ҙур бүләк булып өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен аса. Ул Рәсәй Президенты Указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Ошо программа сиктәрендә районыбыҙҙың нисәмә ауылы заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды ла инде. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында халыҡҡа беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар: ҡабул итеү, ҡарау, процедуралар эшләү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлау өсөн бүлмәләр. Сабыйҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереү өсөн дә мөйөштәр булдырылған. Коридор яҡты һәм иркен. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус йыһазландырылған, ишектәр коляска үтерлек киң.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә? Яратҡаң эшең, яратҡаң кешең – һине ярты һүҙҙән аңлаған ишең булыуҙа, һөйгәнең менән матур донъялар ҡороп, балалар үҫтереүҙә. Юлиә Булат ҡыҙының бар яҡлап та донъяһы түңәрәк.
Азат Альберт улы менән ғаилә ҡороп, инде-иңгә терәшеп йәшәүҙәренә лә ун йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Азат - һөнәре буйынса быраулаусы, ситкә йөрөп эшләй. Йәш ғаиләлә сәскәләй өс ҡыҙ үҫә. Розалинаға 10 йәш, ул Йомағужа 1-се урта мәктәбенең иң тырыш уҡыусыларының береһе, тынғыһыҙ һәм һәләтле ҡыҙ Йомағужа сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә лә шөғөлләнә. Ралинаға - 6 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Йәш пар яңыраҡ күп балалы ғаилә статусын алған, өсөнсөгә Элина исемле ҡыҙҙары донъяға килгән.
Ауылдарҙың тотҡаһы булырҙай бына шундай белемле, тырыш йәштәр булғанда, һис шикһеҙ, төбәктең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн күңел тыныс.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Фото - ғаилә архивынан.
Беҙҙең дүрт миллионлы республика өсөн был тема бик мөһим, сөнки төбәктең өстән бер өлөшө ауылдарҙа йәшәй. Мин өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарының ниндәй генә экзотик ерҙәрҙә урынлашыуын күрҙем, ә улар беҙҙә – 1960. Мәҫәлән, бер ФАП - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әсирҙәрҙе тотҡан баракта, икенсеһе XIX быуат бинаһында урынлашҡан ине. Был биналарға оҙаҡ йылдар бер ниндәй ҙә иғтибар бирелмәгән, ә ауылда йәшәүселәр тап ФАП-ҡа ҡарап тоташ медицина тураһында фекер йөрөтә. Шуға беҙ иҫке ФАП-тарҙы алмаштырырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. – тине Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын нығытыу мөһимлеге тураһында.