Үткән шәмбе “Бөркөт” стадионында һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Физкультурниктар көнө айҡанлы тантаналы һәм спорт саралары үтте.
Районда физик культура һәм спорт айырым урын алып тора, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, заманса спорт залдары, бассейндар, хоккей майҙансыҡтары һ.б. бар.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының тәүге урынбаҫары Руслан Йәнгиров тәбрикләне, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Артур Мәзитов һәм Фирғәт Килдебаевҡа, Башҡорт гимназияһының физик культура уҡытыусыһы Илиза Сатыеваға, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы инструкторы Нина Макароваға; З.Биишева исемдәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Руслан Хреновҡа район хакимиәтенең маҡтау грамоталарын, Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Рефат Килсенбаевҡа, Яңы Хвалын урта мәктәбенән Илнур Ҡунысбаевҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ауыл биләмәләре территорияһында спорт һәм физик культура үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн Илнур Сәйфуллин (Урал ауыл биләмәһе башлығы), Айрат Шәрипов (Күгәрсен) һәм Рөстәм Бикбулатовтар (Волостновка) маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табибы Ринат ибраһимов, мәҙәниәт бүлегенән Гүзәлиә Ҡотлобаева, “Мораҡ” нефть ҡыуҙырыу станцияһы белгесе Гүзәл Камалетдиновалар хеҙмәт коллективтарында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағандары өсөн рәхмәт хаттары алды.
Шулай уҡ райондың, республиканың спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан, райондың спорт тормошонда әүҙем булған Вадим һәм Мадриль Теүәлбаевтар, Любовь Яцук, йәш спортсылар Илнар Казбанов, Тимерхан Аминев, Лилиә Ваһаповалар бүләкләнде.
Нурсилә менән Флүр Лоҡмановтар балалары Алмаз һәм Әмир менән спортсы ғаилә булараҡ билдәләнде.
Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Рифат Зәйетов менән Әлфира Табулдина (Әмәс ауылы) иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Йыйылыусыларҙы спорт ветераны Рәил Әҡсәнов, район хакимиәтенең спорт, йәштәр, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Алина Лысенко ҡотланы.
Байрамдың спорт өлөшө лә бик күңелле барҙы: бында балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн төрлө саралар үтте. Теләге булғандар ГТО нормаларын тапшыра алды. Бөтә биремдәрҙе теүәл үтәгән һәм ГТО-ның алтын, көмөш йәки баҡыр билдәһен алған хаҡлы ялдағылар 10 мең һум күләмендәге сертификатҡа өмөт итә ала.
Спорт залында барған ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы волейбол ярыштарында Мораҡ ауылының “Сәләмәтлек” командаһына етеүсе булманы, икенсе урында – Мораҡтан “Дуҫлыҡ”, өсөнсөлә – балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы. Мәҡсүт һәм Күгәрсен ауыл биләмәләре командалары ла һәйбәт формала ине, уларға алдағы ярыштарҙа уңыштар теләйек.
Футболда Мораҡ йыйылма командаһы еңеп сыҡты, икенсе урын – район үҙәгенән “Бөркөт”тәрҙә, өсөнсөлә – күгәрсендәр.
Армспорттта Салауат Рәхмәтуллин иң көслөһө тип танылды, Ғайса Хәмиҙулин, Илдар Вәлитовтар унан саҡ ҡына ҡалышты. Егеттәр араһында Ратмир Йәнбулатов, Данил Трофимов, Йәҙгәр Ибраһимов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Любовь Яцук, Фәнилә Рәхмәтуллина һәм Гөлшат Киленбаевалар призлы урындар алды.
Шахматсылар араһында күп турнирҙар еңеүсеһе Айнур Хәйеров еңеүсе булды, икенсе баҫҡыҫта - Фаяз Азаматов, өсөнсөлә - Булат Сафеев. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәләр Екатерина Хандошкола, Наилә Асҡаровала һәм Әлфира Табулдинала.
Гер күтәреүҙә Данила Трофимов рекорд ҡуйҙы, Олег Чуднов һәм Артем Сурду унан бер аҙ ҡалышты.
Нарда буйынса ярыштар ҙа бик ҡыҙыу барҙы, был төрҙә Андрей Леонтьев - еңеүсе, “көмөш” - Илдар Вәлитовта, “баҡыр” – Наил Рауиловта. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Виктория Лаврикова, Татьяна Ибраһимова һәм Гөлназ Вәлидова призлы урындар алды.
Бөтә спорт ярыштарының еңеүселәре һәм призерҙарына грамоталар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Анатолий КАЗАКОВ.
Автор фотолары.
***
“Беҙҙең республиканың спорт традициялары бик бай. Беҙ спорт инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Эре спорт объекттары төҙөйбөҙ. Тренер һәм спортсыларға ярҙам итеүгә ҙур сығымдар бүләбеҙ. Башҡортостан – спорт өлкәһенә ярҙам саралары ныҡ үҫешкән төбәктәрҙең береһе”.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2023 йылдың 6 октябрендәге Олимпия Советы делегаттары менән Бөтә Рәсәй форумы осрашыуындағы сығышынан.
***
Рәил ӘҠСӘНОВ, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре:
- Районда спорт һәм физик культураның үҫешеүе бик ҡыуаныслы хәл. Халыҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыға. Бөтә кәрәкле ҡорамалдары булған спорт залдарын, стадион һәм бассейндарға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа әүҙем йөрөй. Физкультурниктар көнөндә лә беҙ – олатай, өлсәйҙәр, ата-әсәйҙәр, балалар менән рәхәтләнеп ярыштыҡ. Ә был – беҙҙең сәләмәтлек, һаулыҡ!