Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2024, 16:36

Бында эшсе кадрҙар әҙерләнә

  Урта һөнәри белем биреү системаһы республикала әүҙем үҫешә, сөнки кадрҙар әҙерләү һорауҙары иҡтисад өсөн мөһим булып ҡала килә. Был мәсьәлә системалы һәм план буйынса хәл ителә: матди-техник база яңыртыла, преподователдәр һәм студенттар өсөн мотивациялау системаһы булдырыла, сифатлы практика тәьмин ителә.  Мәләүез күп тармаҡлы һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы районда ауыл хужалығы кадрҙарын әҙерләү урыны булып тора. Уның барлыҡҡа килеү тарихы 1947 йылдан башлана, ул ваҡытта Мораҡ механизация мәктәбе асыла. 1950 йылдарҙа ул ауыл һөнәри техник училищеһына әүерелә, ә 1990 йылдарҙа 90-сы һөнәрселек лицейы итеп үҙгәртелә. 2015 йылда белем усағы Мәләүез колледжы филиалына әйләнә.  Ошо ваҡыт арауығында уҡыу йорто ауыл хужалығы өсөн генә түгел, ә башҡа тармаҡтарға ла бик күп белгестәр әҙерләй. Бында уҡып сығыусылар баҫыҙарҙа, фермаларҙа эшләй, тырыш хеҙмәте өсөн хөкүмәт һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.   

Бында эшсе кадрҙар әҙерләнә
Бында эшсе кадрҙар әҙерләнә

Әлеге мәлдә филиал “Ауыл хужалығы сәнәғәте мастеры”, “Электромонтер”, “Иретеп йәбештереүсе”, “Мәғлүмәт системалары һәм ресурстары операторы”, “Йорт хужабикәһе” кеүек һөнәрҙәргә уҡыта. Студенттарға 10 преподователь һәм 3 мастер белем бирә.

 Колледж “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша. Был проект эш биреүсенең реаль талаптарына ярашлы белгестәрҙе маҡсатлы итеп әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Компания, предприятиелар персоналды ҡабул итеү күләме һәм уның структураһын асыҡлауҙа, белем биреү процесына идара итеүҙә һәм төбәк кимәлендә белем биреү программаларын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.

 Уҡытыуҙы уңышлы алып барыу өсөн филиалда уҡыу кабинеттары, оҫтаханалар, дөйөм ятаҡ, ашхана, спорт һәм тамашалар залы бар.

 Дәрестә алған теоретик белемде ҡыҙҙар һәм егеттәр район һәм республиканың ауыл хужалыҡтарында үткән сәнәғәт практикаларында нығыта.

***

 

 Уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешкән студеттар өсөн стипендиалар булдырылған. 2023-2024 уҡыу йылында РФ Хөкүмәте стипендиаһына “Ауыл хужалығы сәнәғәте мастеры” һөнәренә уҡып йөрөүсе Денис Близнецов менән Мөслим Ҡолтаев, киләсәктә ауыл сәнәғәтендә электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер буласаҡ Айнур Абдуллин лайыҡ була.

 БР Хөкүмәте стипендиаһын Анна Меженина (“Усадьба хужабикәһе”), Андрей Загороднев (“Машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау мастеры”,  Ривал Кәримов (“Ауыл сәнәғәтендә электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер”) ала.

 Студенттар республика, зональ, район кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, чемпионаттарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау мастеры” бүлегенең 3-сө курс студенты Данила Васильев һөнәри оҫталыҡ буйынса “Йәш профессионалдар” чемпионатының төбәк этабында һәм БР Юғары технологиялар чемпионатында “Умартасылыҡ” компетенцияһында икенсе урынға лайыҡ булған. Ә 1-се курс студенты Рәсим Абдуллин “Студент яҙы” студенттар ижады төбәк фестиваленең зональ этабында “Бейеү” номинацияһында 2-се дәрәжә лауреат исемен яулаған. Ул “Геройҙар дәүере” төбәк-ара әҙәби-ижади конкурста “Шиғыр” номинацияһында еңеүсе булған.

 “Ауыл сәнәғәтендә электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер” һөнәренә уҡып йөрөүсе Рамаҙан Аҡкилдин”Башҡорт халыҡ эпосы -  “Урал батыр” XIV халыҡ-ара конкурсында “Иң яҡшы эссе” номинацияһында 3-сө дәрәжә дипломы менән бүләкләнгән.

 Ағымдағы уҡыу йылында филиал базаһында тәүге тапҡыр күрһәтеү имтиханы формаһында дәүләт һөҙөмтә аттестацияһы уҙғарыла. “Ауыл хужалығы сәнәғәте мастеры” һөнәре буйынса күрһәтмә имтихан уҙғарыу майҙансығы аккредитациялана. Имтихан сығарылыш студентының белем биреү программаһында ҡаралғанса алған белем кимәлен асыҡлауға һәм һөнәри оҫталығын дөрөҫ ҡуллана белеүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ заданиела реаль һәм моделләшкән сәнәғәт процестарын үтәү кеүек практик биремдәр ҙә була. Эксперимент уңышлы үтә.

***

 Эшсе кадрҙарҙың етешмәүен күҙ уңында тотоп, әлеге мәлдә ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Ауыл хуужалығы мастеры”, “Ауыл хужалығы сәнәғәтендә электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү мастеры”, “Иретеп йәбештереүсе”, “Мәғлүмәт системалары һәм ресурстары операторы” һөнәрҙәренә уҡыусылар ҡабул ителә.

 Уҡыу ваҡыты - 1 йыл 10 ай.

 Филиал етәкселеге 9-сы класты тамамлаусыларҙы һөнәр алырға саҡыра. Уның өсөн уҡыу бинаһында бөтә шарттар булдырылған.

Анатолий КАЗАКОВ.

***

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙа уҡыу мәртәбәле була башланы, тип билдәләне. Унда белем алыуҙы республиканың 9-сы класын тамамлаусыларҙың 60 проценты һайлай.

 “Беҙҙең бурыс – ошо йәш кешеләр, улар сифатлы белем һәм кәрәкле һөнәр алһын өсөн бөтә шарттар булдырыу”, -  тип билдәләне Радий Хәбиров.

***

Виктор ВАСИЛЬЕВ, муниципаль хеҙмәт ветераны:

- Кадрҙар әҙерләүҙең дөйөм системаһында (училище, техникум, юғары уҡыу йорто) беренсе звено – эшсе һөнәрҙәргә айырым иғтибар бирелә. Шуның өсөн һөнәри-техник уҡыу йорттары селтәре булдырылған да инде. Беҙҙең лицей шуға матур миҫал. Уның башҡалар кеүек үк Мәләүез күп профилле колледжы составына инеүе яҡшы күренеш. Тимәк, егет-ҡыҙҙарға урта белем һәм һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең лицейҙың ундай тәжрибәһе бар, ҡасандыр ул Өфө авиация техникумы филиалы булараҡ та эшләне.

 Был уҡыу йорто районыбыҙ һәм башҡа күрше райондар өсөн кадрҙар әҙерләү урыны булып тора.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: