Ағымдағы йыл илебеҙҙә Рәсәй Президенты Указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ҡарар ғаиләләрҙе яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтте популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Был йүнәлеш беҙҙең республикала ла өҫтөнлөклө булып ҡала килә.
“Ағымдағы йылды ил Президенты Ғаилә йылы тип иғлан итте. Тимәк, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләләрҙе, әсәлекте, аталыҡты һаҡлау – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыстар булып ҡала, - тип билдәләне Радий Хәбиров Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика күп балалы ғаиләләр тураһында һәр саҡ хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 6 йәшкә тиклемге балаларға бушлай дарыуҙар тейеш, ә балалар баҡсаһына уларҙы иң тәүге сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, мәктәптә бушлай туҡланыу һәм мәктәп формаһы ҡаралған. Унан тыш, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә ташламалар бар. Шулай уҡ ғаиләләрҙә өсөнсө бала донъяға килһә, уларға бушлай ер участкалары йәки уның урынына аҡсалата сертификат бирелә.
Ошо көндәрҙә Ыуары ауылында йәшәүсе Рәмзиә Кәбир ҡыҙы менән Төхвәт Бәхтиғәни улы Кәримовтар ғаиләһе ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе, улар күп балалы ғаилә булараҡ ер участкаһына урынына аҡсалата сертификат алды.
Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев уларға таныҡлыҡты тантаналы шарттарҙа тапшырып, дәүләт ярҙамының мәнфәғәтен күреп, иҫәнлек-һаулыҡта, ҡыуанып йәшәргә насип булыуын теләне.
Кәримовтар был ярҙамды ҡайҙа тотоноуҙарын хәл иткән дә инде, күркәм ғаилә йорттарын ҙурайтырға уйлай:
- Ауылдаштарҙы ҡыуандырып, ниһайәт, беҙҙең ауылға ла газ килеп етте. Өйгә газ үткәргәс, ҡаҙанлыҡ кеүек бүлмәне лә хәстәрләргә кәрәк. Шуға ошо дәүләт ярҙамын беҙ йортобоҙҙо ҙурайтыуға тотонорға уйлайбыҙ, төкәтмә төкөтөп, аш-һыу, ҡаҙанлыҡ бүлмәләрен айырым эшләп алырға ине, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Рәмзиә Кәбир ҡыҙы.
- Аллаға шөкөр. Беҙҙең ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә, уларҙың һәр береһенә ҙур өмөттәр бағлап, яратып-наҙлап ҡына үҫтерергә тырыштыҡ. Иң ҙур балаларыбыҙ – Нурсилә менән Айнур башлы-күҙле инде. Азалия ҡыҙыбыҙ Салауат педагогия колледжының өсөнсө курсын тамамланы. Айҙар менән Айгиз улдарыбыҙ - Яңы Хвалын урта мәктәбе уҡыусылары.
Күп балалы ғаиләләргә дәүләт тарафынан күрһәтелгән тейешле ярҙам саралары менән файҙаланып торабыҙ. Биш бала әсәһе булараҡ республика Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын, адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса һыйыр алдыҡ, пособиелар ҙа ваҡытында килә, балалар мәктәптә бушлай ашай, мәктәп формаһы, мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тултырылған портфель бирелә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә ташламалар бар. Әле бына күп балалы булған өсөн бушлай ер участкаһы урынына 250 мең һумлыҡ сертификат алдыҡ, - ти ул.
Беҙ ҙә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, Ыуары ауылының күркәм ғаиләһен тормоштарындағы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, ниәтләгән эштәрен башҡарып, артабан да ҡыуанып йәшәргә насип булыуын теләйбеҙ.
Розалия ИСҠУЖИНА.
***
Илдар КИЛСЕНБАЕВ, Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Беҙҙең Юлдыбай ауыл биләмәһендә күп балалы ғаиләләр һаны – 26, уның 12-һендә – өсәр, 9-ында – дүртәр, 5-ендә – бишәр, берәүһендә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Күп әсәйҙәр хаҡлы рәүештә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Уларҙың барыһы ла тырышып, лайыҡлы итеп донъя көтә, балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә намыҫлы кеше итеп тәрбиәләргә, уҡытырға тырыша. Ауылда, мәктәптә, мәҙәниәт усағында үткән төрлө сараларҙа ҡатнаша.
Хөкүмәтебеҙ тарафынан күп балалы ғаиләләргә ҡарата иғтибар кәмегәне юҡ, улар өсөн төрлө матди ярҙам саралары булдырылып тора. Был да – тормошта ҙур яҡлау һәм таяныс. Тап ошо ғаиләләргә, уларҙа тәрбиәләнгән балаларға ауылдарыбыҙҙың киләсәге бәйле.