Ағинәй
(Хикәйә)
- Өләсәй, өләсәй! Ҡыҙҙар ирешәләр, мине “Сараҡай-ҡараҡай” тип үсекләйҙәр... - Гөлсара, сорлап илап, аласыҡта мәш килгән Дилә апайҙың итәгенә ҡапланды.
- Эй, балам, шуға илайҙар тиме инде? Һин уларға былай тиең: “Аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр; ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр”.
-Шунан улар үсекләмәҫтәрме?
- Үсекләмәҫтәр. Миңә лә һинең кеүек саҡта “Ҡараҡай” тиһәләр, шулай тип кенә яуап бирә инем. Ҡәрсәйемдең ошо тылсымлы һамағы ярҙам итә ине гел.
- И-һи-ий, өләсәй, һин ҡарамы ни? Юҡ, һин аҡ өләсәй, матур өләсәй!
- Эй, ҡыҙым, мине хәҙер генә “Ағинәй” тиҙәр, элек мин дә “Ҡараҡай” инем.
- Һөйлә әле, өләсәй, үҙеңдең бәләкәй сағыңды...
- Һөйләрмен, ҡыҙым, һөйләрмен... Тик хәҙер түгел... Ҡайҙа әле, сәсең туҙып киткән, матур итеп тарап үрәйем. Юғиһә, әсәйеңдәр килгәс, үҙеңде танымай торорҙар, - тип өләсәһе үҙенә генә оҡшап торған ейәнсәренең ҡалын толомдарын hүтте, оҙаҡ итеп сәсен тараны, ә уйҙары уны ошо Гөлсараһы кеүек саҡтарына, аҡ томандар артында ҡалған ғәмһеҙ бала сағына алып китте...
Урамдағы ҡойма буйында, күпереп үҫкән йәшел сирәм өҫтөндә ике ҡыҙ “Ҡырҡташ” уйнап ултыра. Апалы-һеңлеле Динә менән Дилә ул. Әсәләре ҡушҡан эштәрҙе эшләп йәки бергә татыу ғына уйнап йөрөгән ерҙән ҡыҙҙар “һә” тигәнсе үпкәләшеп, йә берәй уйынсыҡҡамы, әйбергәме тартышып әрләшә башлайҙар, гел малайҙар менән үҫкәнгәме, тиҙ генә талашып һуғыша ла китәләр. Бына әле лә Динә heңлеhe Диләнең ап-аҡ ҡына йоморо ташын тартып алырға теләне, теге ташҡа сат йәбешеп:
- Минеке! Бирмәйем! Ҡыҙылда үҙем таптым! - тип яу һала.
-У-у, һаранбикә... Ҡараҡай һин, ҡырағай һин! - Динә тартышты дауам итә.
- Ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр, - тип апаһына бирешмәй тәтелдәй Дилә ҡартәсәһенән отоп алған һүҙҙәрен.
- Дилкә-ҡара елкә! - Динә лә уҫал.
- Ә һин аҡ елкә - Ялҡаубикә! Аҡтыр-буҡтыр, кеше араһында юҡтыр!
- Ух, ҡарасман, хәҙер мин һине... - Динә һеңлеһен ҡыуа төшә. - Тотһам, ҡара ергә бутайым, тупраҡ араһынан үҙеңде айырып та ала алмаҫтар...
Динә менән Дилә бер туған булһалар ҙа, тышҡы ҡиәфәттәре менән дә, холоҡтары менән дә бер-береһенә тамсы ла оҡшамағандар ине. Динә - ап-аҡ йөҙлө, hapы сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ҡыҙ. “Өләсәһенә оҡшаған”, - тип яратырҙар ине уны. Диләне - ҡонғорт йөҙлө, ҡарағаттай ҡап-ҡара күҙле, ҡуйы ҡара сәсле ҡыҙҙы ҡартәсәһенә оҡшатып һөйәләр.
Икеһенең дә ирҙәре һуғышта һәләк булған, үҙҙәре берәр генә бала менән ҡалған, тылдағы бөтә михнәтте бергәләп күтәргән ауылдаш тол ҡатындар ине уларзың ҡартәсәһе менән өләсәһе. Ошо ике татыу ҡоҙағыйҙың теләктәрен үтәпме, уларҙың икеһен дә үпкәләтмәҫ өсөнмө, балаларының ғаиләһенә ике ир баланан һуң үҙҙәренә оҡшаған ике ҡыҙ бүләк иткән Хоҙай.
Өләсәләре лә, ата-әсәһе лә, ағалары ла айырмайынса яратты был ике тубырсыҡтай ҡыҙҙы. Урамдарында уларға тиҫтер ҡыҙ балалар булмағанғамы, күрше малайҙар ҙа уларҙы үҙ уйындарынан ҡыуманы, ситкә тибәрмәне. Киреһенсә, ҡурсып торҙолар, юҡҡа-барға рәнйетмәҫкә, үсекләмәҫкә тырыштылар. Бигерәк тә бер өй аша ҡаршы йортта йәшәгән Сабир иғтибарлы булды ҡыҙҙарға. Yҙe менән hыy инергә лә, еләк-емешкә барғанда ла эйәртә ине, велосипедта йөрөргә лә ул өйрәтте, үҫә төшкәс, матайында ла ҡыҙҙарҙы ултыртып йөрөтә ине. Динә менән Дилә Сабирҙы тәүҙә ағайҙары кеүегерәк күрҙеләр ҙә, йылдар үтеү менән үҙҙәре лә үҫә килә, уға мөнәсәбәттәре үҙгәрә төштө. Егет, киреһенсә, аҙ һүҙлерәк һәм ҡырыҫыраҡ, ә ҡыҙҙар иркәрәк, наҙлыраҡ һәм серлерәк булып китте. Урамда элеккесә өсәүләп уйнамай, мәктәптән дә бергәләп ҡайтмай башланылар. Кис етһә, Динә үҙе генә клубҡа сығырға әҙерләнә башлай, Диләгә:
- Һин бәләкәй әле, һиңә ярамай. Уҡытыусылар белеп ҡалһа, - тигәнерәк hылтay табып, һеңлеһен өйҙә ҡалдырып китеү яғын ҡарай.
Ә уларзың йәш аралары ике йыл ғына бит.
Диләгә шул тиклем ҡыйын. Үкереп илағыһы килә. Хистәрен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, үҙенең хәҙер “өс таған”дың артыҡ таяуына әйләнә башлағанын ун дүрт йәшлек ҡыҙ ауыр кисерә.
Тәүге һөйөү һинән рөхсәт һopaп киләме ни? Йөрәккә кемде яратырға бойороп йә өйрәтеп буламы икән? Апаһы һәм Сабир араһындағы мөхәббәттең ирекһеҙ шаһиты булһа ла, аҡылы менән, йәне-тәне менән уларға бәхет теләһә лә, Диләнең йөрәк кенәһе бирешергә теләмәне. Үҫмер йөрәге янды, үрһәләнде, ҡайғырҙы, ғазапланды, өмөтләнде, үкенде, иланы... Ләкин һөйөү үтмәне. Үтер өсөн килмәгәйне шул уға тәүге мөхәббәте... Сабир Динәгә килгәндә Дилә уға күренмәҫкә тырыша, ҡаса, йәшенеп ҡала. “Ҡараштарыбыҙ ocpaшһa, күҙҙәремдән хистәрем түгелер, тойғоларымды һиҙеп ҡуйырҙар”, - тип ҡурҡа.
Шуға ла туғыҙынсы класты тамамлағас, унынсыға ҡалырға теләмәне, Белорет ҡалаһына медучилищеға уҡырға инде. “Ситтә еңелерәк булыр, миңә яҙған берәй сит егет осрар, Сабирҙы онотормон”, - тип өмөтләнде. Тырышып уҡыны, ауылын, туғандарын өҙөлөп һағынһа ла һирәк ҡайтырға тырышты. Ә Динә апаһы, мәктәпте тамамлағас, ситкә китергә лә, уҡырға инергә лә теләмәне. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном булып эшләй башлаған Сабирҙың кәңәше буйынса, колхоз рәйесенең сәркәтибе булып, идараға эшкә урынлашты. Бәләкәйҙән тал сыбығы кеүек сибек, ҡypcaҡ һымаҡ ҡупшы, илгәҙәк һәм сибәр ҡыҙға сәркәтип булыу ифрат килешә. Ап-aҡ нескә бармаҡтары яҙыу машинкаһы өҫтөндә бейеп кенә тора, аҡҡош муйыны кеүек зифа ҡулдарында ла телефон трубкаһы бик килешле ята. Яғымлы йылмайыуы, иғтибарлы мөнәсәбәте хужаға ла, рәйескә йомош менән килеүселәргә лә, бергә эшләүсе хеҙмәттәштәренә лә оҡшай. Өйҙәге, ихаталағы көндәлек эштәргә бик үк барымы булмаһа ла, Динә үҙ эшен яратып башҡара, эшенән ҡәнәғәт ине. Ә Дилә бәләкәйҙән ҡара эшкә әрһеҙ булды, ауыр күнәктәр менән һыуын да ташыны, мал да ҡарашты, һыйырын да һауҙы,хатта, ағалары ситкә китеп бөткәс, атаһы менән бесәнгә лә йөрөнө, утын да әҙерләшә ине, ә кер-иҙән йыуыу, ашарға бешереү, мунса яғыуҙы ул эшкә лә һанаманы, уларҙы уйнап ҡына башҡарҙы. Әсәһе шаярып: “Шулай инде, ҡара кешенең, тире сыҡҡансы, hары кешенең йәне сыға”, - тигән булыр ине.
Училищела ла, дөйөм ятаҡта ла, практика үткән дауаханала ла тырышлығы, үткерлеге, уңғанлығы менән айырылып торҙо Дилә. Уҡытыусылары уға: “Һиңә артабан уҡырға кәрәк. Һәләтең бар. Университетҡа ин”,- тип кәңәш бирәләр. Ҡыҙ үҙе лә шулайыраҡ уйлап йөрөй ине. Ләкин...
Динә менән Сабирҙың туйын төш кеүек кенә хәтерләй ул хәҙер. Aпаһы менән еҙнәһе өсөн ихлас ҡыуанды, бөтә йөрәктән уларға бәхет теләне, башҡалар менән бергә уйнаны-көлдө, йырланы-бейене, ҡоҙаларҙы һыйланы. Эсенән генә Сабирҙы яратып йөрөүенән оялды. “Атайымдар, ағайымдар һиҙмәнеме икән?”- тип ҡурҡты. “Бер туған апайымдың бәхетенә өмөт һуҙған кеүек була бит, кит, ҡалай оят”, - тип үҙен-үҙе әрләне, йөрәгендә ҡайнаған хистәрен ситкә ҡыуҙы, ташҡан тойғоларын оло баҫрау менән баҫтырып, күңел төбөнә күмеп ҡуйырға теләне. “Ана, улар ниндәй бәхетлеләр! - тип ихлас һоҡланды. — Шулай инде, аҡтыр-пактыр, кеше араһында шаттыр...”
Әммә Динә менән Сабирға туйҙа теләгән аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер һәм яҡты теләктәргә тормошҡа ашырға яҙмаған икән шул. Fүмep генәһе үтә лә ҡыҫка булды йәш кәләштең. Ауырға ҡалғас та йыш ҡына сирләй башланы ул: тамағына йүнләп ашай алмай, гел генә ҡоҫҡоһо килә, йә башы әйләнә, йә биленән тотоп, түшәккә тәгәрәй. Йәштәргә колхоз фатир биргәс, үҙе теләгәнсә уны йыйыштыра ла алманы Динә. Сабир кәләшен “өф” итеп торҙо, бер эш тә эшләтмәне. Ялға ҡайтҡан Дилә балдыҙын саҡырып, икәүләп түбәне аҡланылар, обой йәбештерҙеләр, тәҙрә рамдарын, иҙәндәрҙе буяп сыҡтылар. Динә ҡарап, кәңәштәрен биреп, үҙенсә өйрәтеп йөрөй, өсәүһенә табын әҙерләгән була.
- Һиңә хәҙер күп йөрөргә лә, артыҡ көсәнергә лә ярамай. Аш бүлмәһендә оҙаҡ булыу ҙа, буяу еҫе лә һиңә зарарлы, - тип ата-әсәһе лә, ҡәйнәһе менән ире лә, Дилә һеңлеһе лә уны ҡурсалап, өлтөрәп тopһaлаp ҙа, Динә барыбер йөклөлөгөн бик ауыр үткәрҙе.
Йәйгә Дилә фельдшер дипломы алып ҡайтыуға Динәнең әсә булырға көнө еткән ине инде. Район үҙәгендәге бала табыу йортона ла aпаһын еҙнәһе менән үҙе оҙатып барҙы ул.
Зилә ПСӘНЧИНА.
Мораҡ ауылы.
(Дауамы бар).