Быйылғы көҙ үткән йылға ҡарағанда иртәрәк килде. Тирә яҡтағы ағастар ҙа иртәрәк һары төҫкә инде. Өшөткөс һалҡын көндәр ҙә, бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҙа йышыраҡ булды. Әйтерһең дә күктең төбө тишелгән. Эҫе йәй айҙарында кибеп бөткән ерҙе туйҙырырға теләгәндәй яуа ла, яуа. Гүйә, тәбиғәт уйға батып, үтеп киткән йәй көндәрен һағынып илай, йә иһә шым ғына тынып ҡала. Ошо тәнде лә, йәнде лә өшөткән көндәргә ҡарап Иректең дә күңеле һуңғы көндәрҙә һағыш менән сорнала. Күңеленә көҙ килде, ахыры. Шуғалыр ҙа уның бөгөн дә кәйефе бик шәптән түгел ине. Ҡалала иртә менән тороп өйрәнгән Ирек, ғәҙәттәгесә иртә уянғас, өйҙәге ата - әсәһен уятмаҫ өсөн, саф һауа һуларға тышҡа сыҡты. Солан ишеген асып сығыу менән иртәнге көҙгө дымҡыл һауа ирҙең битенә ҡағылды. Шунлыҡтан ул тағы ла нығыраҡ уянып киткәндәй булды. Тупһала торған килеш һомғол кәүҙәһен яҙып кирелгәндән һуң томан араһынан саҡ – саҡ күренгән тирә - яҡҡа күҙ һалды. Эх, ауыл тәбиғәте, үҙе бер әкиәт! Бөтә ауылды ҡуйы томан ҡаплаған, саф һауа, машина тауыштары ла ишетелмәй. Унда-бында ғына иртәнге һауынды хәтерләтеп һыйырҙарҙың мөңрәгәне, ҡайҙалыр алыҫта йыбанып ҡына эт өргән тауыштар ғына ишетелеп ҡуя. Ошо әкиәт донъяһына һоҡланып торғанда, күктә аяныслы тауыш менән ҡысҡырған торна тауышы ишетелде. Ирек быға һиҫкәнеп китте. Башын күтәреп томан араһынан торнаны эҙләне. Күпме генә тырышһа ла һауала ҡошто күрә алмағас, торған еренән ҡуҙғалманы, көттө. Бына, баш осонда ғына тағы ла торна тауышы яңғыраны. Был йөрәк өҙгөс тауыштан торнаның аҙашып яңғыҙ ҡалғанын аңланы Ирек. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
- Эх торна! Мин дә бит һинең кеүек яңғыҙ – тип әйтеп ҡуйҙы ул.
Эйе, ысынында ла, Ирек яңғыҙ ине. Юҡ! Бөтөнләй яңғыҙ тип уйлай күрмәгеҙ. Уның ата - әсәһе, дуҫтары, коллегалары хатта тамашасылары ла бар, тик ҡыуаныстарын уртаҡлашыусы, берҙән- бере генә юҡ. Әллә яҙмыш шулай ҡушҡан, әллә күп һайланды, утыҙ йәштән үҙһа ла өйләнмәне. Уның йөрәгендә бары тик Таңһылыуға ғына урын булды.
Бер күреүҙән ғашиҡ булған йәшлек мөхәббәтен иҫләгән Ирек уйға сумды. Инде нисәмә көн яуған ямғырҙан буҫыҡҡан ерҙе тапай – тапай йәшлегенә әйләнеп ҡайтты. Эх! Йәш саҡ, дәртле саҡ тиҙәр түгелме. Иректең дә дәрте ташып торған сағы ине. Куп булһа, әрме сафын тултырып ҡайтыуына бер йыл үткән булғандыр. Иректең ул саҡтарҙа йыр менән шөғөлләнғән ваҡыты. Ул бала саҡтан йырсы булыу хыялы менән яна ине, шуғалыр ҙа инде хеҙмәт иткәнендә лә гитараһын ҡулынан төшөрмәне, ә ҡайтҡас яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотондо. Шулай бер кистә, ауыл сәхнәһендә сығыш яһағандан һуң, үҙенең беренсе “жигули”машинаһында Таһир дуҫы менән ҡайтып бара инеләр, ике ҡыҙҙы күреп туҡтанылар. Ул һылыуҡайҙарҙың берәүһе дуҫының күптән инде күҙ атып йөрөгән ҡыҙыҡайы, ә икенсеһе синыфташы булып сыҡты. Киске көҙ һалҡынса ине, шуғалыр ҙа ҡыҙҙар ҡыуанышып машинаға инеп ултырҙылар. Таһирҙың ҡыҙы Гөлгенә телдәр булып сыҡты, тик бына Таңһылыу тигәне генә аҙ һүҙле ине. Әхирәтенең туҡтауһыҙ бытылдауына йылмайып ҡына ҡарап ултыра бирҙе. Әллә ҡыҙҙың серле йылмайыуы, әллә баҫалҡы холҡло булыуы Иреккә Таңһылыу күңеленә яҡын тойолдо. Дөрөҫөн әйткәндә, бер күреүҙән әсир итте. Үҙе бик ҡыҙға һүҙ ҡушмаһа ла көҙгө аша ҡыҙҙан күҙен алманы. Күҙҙәрҙе ала алмаҫлыҡ та шул. Ирек быға хәтлем бындай матурлыҡты, һөйкөмлөлөкте күргәне юҡ ине. Иң беренсе Таңһылыуҙың ҙур ҡара күҙҙәре йәлеп итте егетте. Эйе, ысынында ла, ҡыҙҙы Хоҙай ҙур ҡара күҙҙәр менән бүләкләгән һәм шул күҙҙәрҙе тағы ла матурайтыр өсөн оҙон керпектәр биргән. Сикәләре сабыйҙыҡылай тәбиғи алһыуланып тора. Ә ирендәре бешкән сейә кеүектәр, яңлыш ҡына ҡағылһаң да һытылырҙар һымаҡ тойола ине. Иҫ киткес матур йөҙөнә яғымлылыҡ өҫтәүсе ике яҡтан үрелгән оҙон ҡара толом сәстәр. Гүйә, ике ҡара йылан ҡыҙҙың күкрәктәренә тиклем һуҙылып төшөп ятҡан. Иректең бөтә донъяһын онотоп ҡыҙҙы күҙәтеп ултырғанын Таңһылыу үҙе лә һиҙҙе. Берҙе генә көҙгө аша егеткә һирпелеп ҡарағандан һуң, көҙгөгә күренмәҫ өсөн шылып ултырҙы. Ирек тә ныҡыш булып сыҡты, ҡыҙҙы күреү өсөн, көҙгөһөн уңайлап бороп ҡуйҙы. Таңһылыу быны һиҙҙе, күҙәтеүсе егеткә көҙгө аша серле йылмайҙы ла уңайһыҙланып күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Машина ҡыҙҙың өй алдына барып туҡтағас, Таһир хыял иткән ҡыҙын оҙатырға тип машинанан төштө. Уларҙың арттарынан Таңһылыу ҙа сығырға ғына иткәйне Ирек:
- Ә һин һылыу ҡайҙа йәшәйһең? – тип ҡыҙға боролоп ҡараны. Таңһылыу был көтөлмәгән һорауҙан ҡаушап китте. Хатта бит остары ҡыҙарҙы.
- Күрше урамда, – тип баҙнатһыҙ ғына яуапланы.
- Улай булғас, ҡайҙа китеп бараһың, ултыр. Өйөңә алып барырмын.
- Әлләсе.
Таңһылыу шикле ҡарашын егеткә төбәне. Ҡыҙҙың шикләнгәнен күргән Таһир:
- Ҡурҡма! Ул һәйбәт егет ул, алып барып ҡуйыр, – тине.
Егеттең һуңғы һүҙҙәренән һуң машина урынынан ҡуҙғалды. Юл ыңғайы икеһе лә өндәшмәне, сөнки нимә тип һүҙ башларға белмәй баш ваттылар. Шулай ҙа Ирек ҡулындағы рулен әйләндергән һайын көҙгө аша Таңһылыуҙы күҙәтә ине. Егет был икәү ҡалған минуттарҙың оҙаҡҡа һуҙылыуын теләһә лә, тиҙ генә Таңһылыуҙың өйө эргәһенә килеп туҡтанылар. Егет машинанан сығып ҡыҙға ишек асырға иткәйне лә, өлгөрмәне. Таңһылыу ҡайһы аралалыр сығып өйө яғына ыңғайлаған ине инде. Был хәлде күргән Ирек шәп – шәп атлап ҡыҙҙың артынан эйәрҙе.
- Көт әле, Таңһылыу! Ҡыҙ атлап барған еренән шып туҡтаны. Ирек шәп атлап барыу сәбәпле ҡыҙға барып төкөй яҙҙы ла, уңайһыҙланып:
- Ҡапҡаңа хәтлем оҙатып ҡуяйым тигәйнем – тип йылмайҙы. Таңһылыу ҙа егеттең ҡаушауын һиҙҙе күрәһең, егеткә ҡарап йылмайҙы. Ирек ысынында ла ҡаушай ине. Шундай мөләйем, яғымлы ҡыҙҙы өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡа ине һәм, ниһайәт, ҡыйыулығын йыйып:
- Һин бойоҡ күренәһең, әллә миңә генә шулай тойоламы?
- Юҡ һиңә тойолмай, ысынында ла шулай. Ҡыҙ моңайып егеткә һирпелеп ҡарап алды.
- Сер булмаһа һөйлә? Бәлки ярҙам итә алырмын.
- Юҡ, сер түгел. Мин иртәгә Америкаға юлға сығам. Шуға әҙерәк эс бошоп тора.
- Америкаға? Ҡалай алыҫҡа юл тотҡанһың.
- Шулай шул. Ҡыҙ уфтанып ҡуйҙы.
- Беләһеңме Таңһылыу? Ирек тынып ҡалды.
- Нимәне? Ҡыҙ былай ҙа ҙур күҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ асып егеткә ҡараны.
- Һылыу икәнеңде. Был һүҙҙәрҙән һуң, ҡыҙҙың ихлас йылмайыуынан Иректең күңеленә йылы йүгерҙе. Ул ҡыҙҙың тағы ла нығыраҡ кәйефен күтәрергә тырышып. – Һин беләһеңме? Һин бит һылыуҙарҙан да һылыу, матурҙарҙан да матур икәнеңде беләһеңме? Ирек хисләнеп китеп: - Һин бит айҙан төшкән Зөһрә ҡыҙ кеүекһең! Таңһылыу егеттең ҡолас йәйеп йүгереп йөрөп хәбәр һөйләгәненә рәхәтләнеп көлдө лә:
- Рәхмәт – рәхмәт! Тик бик ныҡ хуплап ташланың. Һин дә бит матур йырлап ҡыҙҙарҙың йөрәген яулайһың. Ирек ҡапыл ғына Таңһылыуҙың алдына килеп баҫты ла:
- Ә һин тағы бер нәмә тураһында беләһеңме? Ул бер ҡасан да, бер кемгә лә ҡарамаған, мөхәббәт тулы ҡараш менән ҡыҙҙың күҙҙәренә баҡты.
- Нимәне?
- Миңә оҡшағаныңды. Таңһылыу бер ни өндәшмәй йылмайып, оялып ҡарашын аҫҡа төшөрҙө лә:
- Ярай, Ирек алып килгәнеңә рәхмәт! Һау булып тор, – тип ҡапҡанан инеп китте. Ҡапыл ҡыҙҙы күҙ алдынан юғалтҡан Ирек ни эшләргә белмәй аптырап тороп ҡалғандан һуң, иҫенә килеп.
- Исемеңә йыр яҙып, радиола йырлатам! – тип артынса ҡысҡырҙы.
- Яраааай! Был аҙаҡҡы тауыш, егеткә алыҫтан ғына һуҙылып ишетелде.
* * *
Көҙгө һыуыҡтан арҡаһы семетеп алғанға ғына Ирек хәтирәләренән әйләнеп ҡайтты. Тағы ла шул уҡ тормош дауам итә икәненә инанғас, ауыр көрһөнөп: “Көҙ. Эх һин серле лә, һағышлы ла көҙ. Ниңә һин инде нисәмә йылдар буйы мине һағышка сорнайһың? Элеккеләрҙе иҫләтәһең? Тап ошо айҙарҙа кире үткәндәргә алып ҡайтаһың?” – тип үҙ алдына һөйләнеп өйөнә инеп китте. Татлы хәтирәләргә бирелеп алғандан һуң илһамланып китеп гитараһында көй һалырға тырышҡайны ла, килеп сыҡманы. Сөнки хыял иткән ҡыҙы Таңһылыуы серле йылмайып йәш ирҙе тағы ла хәтирәләргә әйҙәне.
Был осрашыу беренсеһе һәм һуңғыһы булды кеүек, тик егет өмөтөн өҙмәне күңел тыныслығын ул бөтөнләй юғалтты. Төштәрендә ҡыҙҙың серле йылмайыуын күреп һаташты, өндәрендә гел генә уның шәүләһен күреп йөҙәне. Уңайы килеп сыҡҡанда Таһир дуҫынан да Таңһылыуҙы һораштырҙы, тик һөҙөмтәһе генә булманы. Уның серле ҡыҙыҡайы, Таңһылыуы һыуға батҡан таш кеүек юҡҡа сыҡты. Был билдәһеҙлектән йонсоған егет буған хис тойғоһо менән эшкә сумды. Ләкин Таңһылыуын онотманы. Көттө. Ҡасан да булһа осрашыуҙарына ышана ине ул. Шул үлмәҫ ышанысы менән ул хыялында булһа ла һөйгәне менән йәшәне һәм ал – ял белмәй шығырҙарын яҙҙы. Айлы төндәрҙә айға ҡарап көйҙәрен һалды һәм бөтәһен дә бары тик Таңһылыуына арнаны.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, Ирек бер көн үҙе лә һиҙмәҫтән Башкортостандың йондоҙо булып уянды. Ул хәҙер ябай ғына ауыл малайы түгел, ә популәр йырсы Ирек Алтынбаев. Ул хәҙер гостролдәре менән йөрөнө, төрлө ҡалаларҙа, ауылдарҙа сығыш яһаны. “Юлдаш” радиоһында йыш ҡына йырҙары яңғыраны, зәңгәр экрандарҙа ла күренә башланы. Иреккә был бейеклеккә менергә Таңһылыуҙың серле йылмайыуы ярҙам итте. Ҡара ҙур күҙҙәре алыҫтан булһа ла ҡарап көс – ғәйрәт өҫтәгән кеүек тойола ине уға. Тик был онота алмаҫлыҡ осрашыуға ла ете йыл үтте инде, ә бер күргәндән ҡабынған мөхәббәт һаман да йөрәктә йәшәй, онотолмай ҙа, һүнмәй ҙә. Ирек аңлай, уға ла өйләнергә, үҙ ғаиләһен ҡороға кәрәк, инде йәше лә утыҙҙы уҙҙы, тик кемгә? Ул бындай уйҙарҙан да, һорауҙарҙан да урап үтеүҙе хуп күрә. Һаман да шул Таңһылыуын уйланы, шуға оҡшаған ҡыҙҙы эҙләне, тик серле ҡыҙҙың үҙен күреү өмөтөн өҙмәне.
Көй сығарырға ултырып та, тағы ла хәтер йомғағын сисә икәнен аңлаған Ирек, һаҡ ҡына гитараһын урынына элде. Нисек көй һалыу теләге барлыҡҡа килгән ине, шулай уҡ был теләк юҡҡа сыҡҡан ине инде. Ул нимә менән шөғөлләнергә белмәй радионы ҡабыҙҙы һәм шунда уҡ үҙенең йондоҙлоғына йондоҙнәмә ишетте: ““Ылаҡтар”, һеҙҙе күптән хыял иткән осрашыу көтә. Мөғжизәнең барлығына ышанығыҙ, ул донъяла бар бит ул!” Ирек был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң һул яҡҡа иренен ҡыйшайтып йылмайҙы ла, ваҡыт уҙғарғансы Таһирҙы барып күрәйем, мөғжизә тигәндәй йә Таңһылыу тураһында берәй хат - хәбәр барҙыр, тип өйөнән сығып китте.
Күрше ауылға юл оҙон күренһә лә, тигеҙ юлдан яңы машинала елдереп барыуы ауыр булманы. Етмәһә, бөтә машина эсен яңғыратып үҙенең яңыраҡ сыҡҡан йырҙары уйнай. Ижади кеше өсөн ул тағы ла бер ҡыуаныс, илһам һәм дәрт өҫтәй. Күңел күтәренкелегенә хатта тыштағы бер туҡтауһыҙ ямғыр ҙа ҡамасауламаны.
Төшкө ашҡа ҡарай бисмиллаға ямғыр тымып ҡояш балҡығандай итте һәм шул ваҡыттарға таныш өй алдына Ирек тә килеп туҡтаны. Өйөнә инеп тормаҫ өсөн машинанан сигнал биреүгә беренсе булып Таһирҙың бер – бер артлы малайҙары йүгерешеп килеп сыҡтылар. Балаларҙы күргән Ирек дуҫының өс-дүрт йәшкә кесе булыуына ҡарамаҫтан, ике малай үҫтереүенә һоҡланып та, зәме лә килеп ултырғанында Таһир үҙе лә күренде.
- О-о-о! Кемде күрәм мин! Ирек братан!
- Сәләм, сәләм, дуҫ. Ирек машинанан сыҡас, һағынышҡан дуҫтар ихлас арҡа ҡағышып күрештеләр. – Ваҡыт булғанда һине килеп күрергә булдым.
- Дөрөҫ, дөрөҫ. Шәп иткәнһең. Һине хәҙер зәңгәр экрандарҙа ғына күрәм. Ул машинаға эйәге менән ымланы:
- Әллә яңы машина алдың?
- Эйе.
- «Тайота» - шәп тимер ат.
- Юл ыңғайы һынап ҡарарға иткәйнем.
- Шунан һынаныңмы. Нисек?
- Аллаға шөкөр, яңлышмағанмын, һин әйтмешләй, шәп ат. Дуҫтар һөйләшкән арала, машина эсенә инеп рулде борғоларға маташҡан малайҙарҙы күҙәткән Ирек: - Һин дә молодец, малайҙарҙы ҙурайтҡанһың.
- Үҫәләр. Ана машинаңды конфисковать итергә йөрөйҙәр. Ирҙәр рулгә талашып сыр килгән балалаларға ҡарап көлдөләр. Таһир дуҫының яурынан ҡағып - Ә һин ҡасан өйләнәһең?
- Белмәйем. Таңһылыуҙан хәбәр ишетелмәйме?
- Юҡ. Шул әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡҡан Таңһылыу тип баш ваттың инде. Белһәм ошолай йөрөрөңдө, осрашҡанығыҙҙа бергә бәйләп ҡуйыр инем. Ул рәхәтләнеп көлдө лә етди тауышҡа күсеп: - Өйләнергә кәрәк һиңә, балалар үҫтерергә. Ана минекеләр ҙә өсәү булып киттеләр.
- Нисек өсәү? Ирек аптырап дуҫына ҡараны.
- Эйе, өсәү. Таһир шат йылмайып. - Яңыраҡ мин тағы ла атай булдым. Ҡыҙым бар. Гөлсәсәк тип ҡуштыҡ.
- Матур исем. Ҡотлайым.
- Рәхмәт! Әйҙә өйгә инәйек.
- Юҡ, рәхмәт, дуҫ. Көн аяҙ торғанда Өфөгә ҡайтыр кәрәк. Ирҙәр хушлашып ҡул ҡыҫыштылар.
Ирек юл буйы уйланды. Ул хатта йырҙарын да тыңламаны. Күҙенең алдында сыр – сыу килеп уйнаған балалалар ғына булды. Ул ғына ла түгел, тағы берәү бар ти бит әле. Эйе, Таһир күптән ҡыҙ бала теләй ине. Теләге тормошҡа ашҡан. Исемен дә матурҙан һайлағандар. Ә Ирек балаһы булһа кем тип ҡушыр ине икән? Малайы булһа Юлдаш йә Искәндәр тип ҡушыр ине, ә ҡыҙы булһа? Моғайын да Көнһылыу йә Айһылыу булыр ине. Ирек уйланып барып тиҙлеген әҙәйткән икән, артындағы машина сигнал биргәнгә һиҫкәнеп китте. Тимер атын юлға һалып алғас. Йәне көйөп уң ҡулы менән руленә һуғып алды. Булмаған, тыумаған балаларға исем уйлап ултырған була. Бала түгел кәләше юҡ. Кәләш булмағас ниндәй бала булһын инде. Уға әлегәсә ҡатынлы булыу бәхете лә теймәгән, ә атай булыуы татлы хыял ғына булып ҡала. Ҡыҙыҡ. Был бәхетте ул ҡасан да булһа тойормо икән? Эх! Ирек уфтанып ҡуйҙы. Түҙемһеҙләнеп бармаҡтарын тыпырлатты. Ул дуҫының бәхетле йөҙөн иҫләне. Ябай бер мәктәп ҡарауылсыһының, өф итеп торған ҡатыны, бер түгел өс балаһы бар, аҡсаға ла байып ятмайҙар, тик Таһирҙан бәхетле кеше юҡ. Ә Ирек? Ә Ирек бәхетһеҙ. Эйе, бәхетһеҙ! Сөнки Таһирҙа булған нәмә, унда юҡ! Ә ултырып йөрөргә машинаһы, йәшәренә ҡалала фатиры, эше, хатта исеме лә бар, аҡсаһы ла етерлек. Ҡыҫҡаһы, башҡа ябай кеше хыял иткәндәрҙең бөтәһе лә бар, тик ҡатыны менән балаһы юҡ. Утыҙҙы үтеп тә ул ғаилә бәхетен татығаны юҡ. Нисек икән ул, һине яратҡан кәләшең менән балаң ишек төбөнән үк ҡаршы алып торһалар. Бына шул булалыр инде бәхет. Һине өйҙә көтөп тороуҙары, кемгәлер кәрәклегеңде, терәк икәнеңде тойоу шул булалыр инде ир өсөн бәхет. Бер уйлаһаң, бәхет өсөн бик күп тә кәрәк түгел, бары тик өйләнеп тулы ғаилә ҡороу. Тик Ирек шуларҙы ла башҡара алмай, сөнки ул күктәге аҙашҡан торналай яңғыҙ. Таңһылыуһыҙ ул яңғыҙ. Эх, Таңһылыу, Таңһылыу! Йөрәк түренә инеп ултырҙың да, эҙһеҙ юғалдың. Күңелемдең тыныслығын ғүмерлеккә үҙең менән алып киттең. Белһәм икән шул күреүем беренсеһе һәм һуңғыһы икәнен, белһәм икән бөтәһе лә ошолай булырын. Ебәрмәҫ инем бар ниндәй ҙә Америкаға. Күпме ҡыҙҙар менән йөрөнө ул, иҫәбе-һаны юҡ, тик Таңһылыуға оҡшағанын тапманы. Шул ваҡыттарҙа берәүһенә өйләнһә була бит инде. Юҡ уға Таңһылыуға оҡшағаны кәрәк ине. Ә хәҙер йәше ҡыҙҙар күҙләүҙән үтте тиерлек. Ҡайһы саҡтарҙа шулай ата ҡаҙ кеүек яңғыҙ йөрөүенә Таңһылыуҙы ғәйепләне, осрашҡан кисте ҡәһәрләне. Шул ваҡытта туҡтамай үтеп китеп танышмаған булһа, былай уҡ ҡыйын да булмаҫ ине. Ҡайһы саҡ үҙенең Ирек Алтынбаев булып китеүен иҫләгән саҡтарында ул сикһеҙ шат ине. Сөнки Таңһылыуға арнап, һағынып яҙған йырҙары менән ул үҙенә исем яуланы. Шуға ла ҡайһы саҡ ул үҙ тормошона һәм мәңге онотолмаҫлыҡ осрашыуға рәхмәтле ине. Ирек күпме теләһә лә үҙ яҙмышын үҙе үҙгәртә алманы һәм күнде. Күрәһең маңлайына яҙған яҙмышы шулдыр.....
* * *
Эх, тыуған яҡ, тыуған яҡ! Шундай ныҡ һағындым мин һине, Башкортостан! Бер ерҙә лә хатта бер генә илдә лә һиндәгеләй саф тәбиғәт юҡтыр. Күпме илдәрҙе гиҙҙем тик һинең тәбиғәтең менән сағыштырырлыҡ тәбиғәт әлегә күрмәнем. Һауаһы ниндәй саф. Шундай еңеллек менән һулана, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ еңеллек. Таңһылыу күкрәк тултырып Өфөнең ҡышҡы саф һауаһын һуланы. Ул инде бер нисә сәғәт буйы Өфө урамдарын гиҙә ине. Ҡаланың матурлығын, үҙгәрештәрен, кешеләрен күҙәтеп ләззәтләнде ул. Парктағы аҡ ҡарҙарға төрөнгән ағастарға ҡарап үҙен әкиәт донъяһында йөрөгәндәй хис итте. Һәр бер ағас олондарында ятҡан ҡар, һөт өҫтөндәге күперекте хәтерләтте. Ә ер өҫтөндә түшәлеп ятҡан йомшаҡ ҡар, хас та йомшаҡ мамыҡ шәл ине. Гүйә, Ер - әсәгә аҡ мамыҡтан шәл ябындырғандар ҙа, күҙ яуын алып торһон өсөн, ынйы мәрйен һипкәндәр. Ә ҡояш нурҙары, Ер - әсәне иркәләгәндәй, ынйы мәрйендәрҙә йүгереп-йүгереп уйнай кеүек. Эх, әкиәт донъяһы! Тип уйланы, парк эсенән үтеп барған Таңһылыу.