Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2024, 11:48

Ябығыу өсөн һеҙгә еңел генә бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Иң мөһиме – ул арзан

Ябай ғына со­да ярҙамында ла ябығып була икән. 

Бының өсөн уның ме­нән ванна ҡабул итергә кәрәк. Һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн был ванналарҙы курс менән үтеү мөһим. Бер юлы ун процедура эшләгеҙ. Араһы – бер көн. Тимәк, бер көн – ванна, иртәгәһенә – ял, өсөнсө көн – йәнә ванна һәм ял... ҡабул итеү ваҡыты 20-25 минуттан артмаҫҡа тейеш. Файҙаһы ҙурыраҡ бул­һын өсөн, процедура алдынан саф һауаға сығып йөрөп килеү кәрәк.

Содалы ваннаны дөрөҫ ҡа­бул итеү өсөн градусник алы­ғыҙ. Һыуҙың температураһы 36-37 градус булырға тейеш. Артабан 200 грамм аш-һыу содаһын (ярты ҡаптан саҡ ҡына әҙерәк) күп булмаған эҫе һыуҙа иретегеҙ. Иретмәне ваннаға һалығыҙ. Был миҡдар 150-200 литр кү­ләмле ваннаға иҫәпләнгән.
Ваннага  билегеҙгә тиклем инеп ултырығыҙ. ‼️Тимәк, был процедураны ултырып эш­ләргә кәрәк. Май ҡатлам­да­ры­ның башлыса кәүҙәнең аҫҡы өлөшөндә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, ул уңай­лыраҡ та. Әгәр маҡсатығыҙ арҡа йәки ҡулдарығыҙҙы ябыҡтырыу икән, был зона­ларға содалы һыуҙы һибеп кенә сығығыҙ.
Тәнегеҙ 36-37 градус йы­лылыҡтағы һыуға өйрәнгәс, өҫтәп ҡайнар һыу һалығыҙ, һыу температураһын 38-39 гра­дусҡа еткерегеҙ. Һыу эҫерәк булған һайын, таҙа­рыныу процесы тиҙерәк бара. Һыуынған һайын эҫе һыу өҫтәй барығыҙ.

Автор:
Читайте нас