Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары...
Ысынлап, шулай тиҙ генә үтеп китте мәктәп йылдары. 1970 йылдың 1 сентябрендә Бикбулат һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә беҙҙең өсөн беренсе ҡыңғырау сыңлағайны. Беҙ 31 бала - 21 ҡыҙ һәм 10 малай тәүге тапҡыр парта артына ултырҙыҡ. Башланғыс класс уҡытыусыһы Нәҡиә Ғөбәй ҡыҙыСафина менән белем тауҙарына үрмәләнек. 1979 йылда мәктәпте тамамлап, төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Аҡҡан һыуҙай ғүмер тиҙ үтә икән.. Яратҡан мәктәбебеҙ менән хушлашыуыбыҙға 45 йыл да булып киткән. Класташтар менән һөйләшеп, 27июлдә осрашыу ойошторорға булдыҡ.
Ниһайәт, ашҡынып көткән көн етте. Заман талаптарына ярашлы төҙөлгән күркәм мәктәптә беҙҙе уның етәксеһе Баймырҙина Рәмилә Әхмәт ҡыҙы ҡаршы алды.
Осрашыуға башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡыусыһы Ләйлә Кинйәбай ҡыҙыКинйәбаеваны, математика предметын алып барыусы Фатима Рәфҡәт ҡыҙы Сафинаны саҡырҙыҡ. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ менән уҡыу йылы хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, әңгәмәләр ҡорҙоҡ. Сәбилә Дауыт ҡыҙы ысын донъяларға күскән уҡытыусыларыбыҙға, класташтарыбыҙға аят арнаны.
Һәр беребеҙ үҙенең ғүмер юлы, ғаиләһе, балалары һәм уларҙың уңыштары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Тыуған ауылыбыҙҙа ҡалған егеттәребеҙ Усман Кинйәбаев, Сәғитйән Ҡаҙарғолов, Рәил Баймырҙин, ҡыҙҙарыбыҙ Разия Ҡалҡаманова, Сәбилә Кинйәбаева, Зөлхиә Ишдәүләтовалар күркәм донъялар ҡороп, бәхетле олатай, өләсәй булып, күптәре хәҙер инде хаҡлы ялға сығып, матур йәшәп яталар. Класташыбыҙ Усман Хәсән улы Бикбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булған осраҡта ауылды төҙөкләндереү өсөн күп көс һала.
Класыбыҙҙағы 5 ҡыҙ уҡытыусы һөнәрен һайлап, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған: Фатима Баймырҙина, Миңзәлә Ғәббәсова, Сәбилә Кинйәбаева, Әлфиә Баймырҙина, Ғәшиә Кинйәбаева.
Татарстанда йәшәүсе Гөлфирә Солтанморатова йәшләй генә ике бала менән тол ҡалыуына ҡарамаҫтан, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, улына һәм ҡыҙына яҡшы тәрбиә биргән. Улы Алмаз Сафин - Татарстандың халыҡ ансамбле солисы, талантлы йырсы.
Гөлсинә Сырлыбаева – фельдшер, 6 бала әсәһе, 20 ейән- ейәнсәре булған өләсәй, ҡәрсәй. Ошо ваҡытта уның тормош иптәше махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә, уға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын.
Егеттәребеҙ Миңнур Сафин Стәрлетамаҡ ҡалаһын, ә Фәнил Сафин менән Илгиз Фәттәхов Мораҡ ауылын төйәк иткән. Ҡыҙҙарыбыҙ Фәниә Сафина Өфөлә, Әнисә Кинйәбаева Мәләүездә, Рәйлә Кинйәбаева район үҙәгендә йәшәй. Мин – Миңзәлә Ғәббәсова 32 йыл ғүмеремде Һикһәнбай башланғыс мәктәбендә уҡытыу эшенә арнаным. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙем: ҡыҙым - инглиз теле уҡытыусыһы, улым - химик.
Шуныһы ҡыуаныслы, һәр класташым был ҡатмарлы тормошта үҙ юлын тапҡан, ғаилә ҡорған, балаларына һөнәр алырға ярҙам иткән, юғары белемле итергә тырышҡан. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итәләр.
Уҡытыусыларыбыҙ менән бергәләп сәй табынында ултырып, уларға, мәктәбебеҙгә һәм бөтә ауылға иман нуры сәсеп торған мәсетебеҙгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ.
Осрашыуыбыҙҙың икенсе өлөшө тәбиғәт ҡосағында –йәмле Эйек буйында, класташтарыбыҙ Усман, Илгиз, Сәғитйән ҡорған матур тирмәлә дауам итте. Күмәкләшеп төрлө ҡыҙыҡ уйындар үткәреп, йырҙар йырлашып, күңелебеҙ булғансы бейеп, бер рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙык. Табан әҙерләүгә үҙҙәренең тос өлөшөн индергән, магазиндар буйлап йүгергән Рәйлә, Зөлхиә, Разия класташтарыбыҙға, шулай уҡ класташтарыбыҙҙың ҡатындары Рәзилә Сафинаға, Әлниса Фәттәховаға, Лариса Кинйәбаеваға ҙур рәхмәт.
Киләсәктә тағы ла осрашырға һүҙҙәр ҡуйышып хушлаштыҡ. Барыбыҙға ла иҫәнлектә күрешергә насип булһын. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-беребеҙҙе онотмайыҡ, класташтар!
Миңзәлә ЯХИНА.
Һикһәнбай ауылы.