Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2024, 09:00

Улар беҙҙең тормош сифатын яҡшырта

Августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Был көндө беҙ халыҡтың йәшәйеше өсөн барлыҡ уңайлы шарттарҙы булдырыуға ҙур өлөш индереүселәрҙең  барыһын да тәбрикләйбеҙ. Дәүләт ярҙамы менән муниципалитеттарҙа мөһим объекттар төҙөлә, биналар капиталь ремонтлана, ауылдар төҙөкләндерелә һәм заманса төҫ ала.

Улар беҙҙең тормош сифатын яҡшыртаУлар беҙҙең тормош сифатын яҡшырта
Улар беҙҙең тормош сифатын яҡшырта

 Ағымдағы йылда БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан районға республика бюджетынан “БР территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә проектты софинанслауға субсидия бирелгән, был программаға ярашлы Һатлыҡ ауылында ял үҙәге төҙөлә. Яңы бинала китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт усағы урынлашасаҡ. Ул урындағы халыҡ өсөн ысын мәҙәниәт һәм ял итеү урынына әйләнәсәк. Әлеге көндә был объектта эштәр 85 процентҡа үтәлгән.    

 БР Мәҙәниәт министрлығы “Мәҙәниәт инфраструктураһы үҫешенең яңы сифатлы кимәлен тәьмин итеү” (Мәҙәни мөхит”) төбәк проекты сиктәрендә үҙәк клуб системаһы базаһы (район мәҙәниәт һарайы) бинаһын нығытыу һәм уның матди-техник базаһын капиталь ремонтлауға аҡсалар бүлгән. Әлеге мәлгә шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡужиндың бригадаһы район мәҙәниәт һарайының ҡыйығын алмаштырған, өсөнсө ҡаттың кабинеттарына (түбә, стена, иҙәндәренә) ремонт эшләгән, тәҙрәләрен, һыу һәм йылытыу системаһын алмаштырған. Төҙөүселәр ошонда уҡ район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге йәмәғәт территорияһын “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы комплекслы төҙөкләндереү эштәрен башҡара, улар әле тамамланыу өҫтөндә.

 “БР заманса ҡала мөхите булдырыу һәм коммуналь инфраструктураһы системаһын модернизациялау” дәүләт программаһы сиктәрендә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ауылдарҙа тышҡы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыуға субсидия бүлгән. Уға ярашлы эштәр Мораҡ, Теләүембәт һәм Юлдыбай ауыл биләмәләрендә планлаштырылған. Әлеге көнгә подрядсы ойошма ла билдәләнгән, ул эштәрҙе “Рефстройпроект” ойошмаһы алып барасаҡ, уның менән муниципаль контракт төҙөлгән.

 “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” төбәк программаһы буйынса Ишбирҙе, Нуҡай, Побоище һәм Ялсы ауыл биләмәләрендә зыяраттарҙы кәртәләргә, Мәҡсүт ауыл биләмәһендә аллеяны төҙөкләндерергә (подрядсы - шәхси эшҡыуар Хәлитов), Ибрайҙа клубты ремонтларға, Түбәнге Бикҡужала йылы гараж төҙөргә ниәтләйҙәр.

 Районда “Аныҡ эштәр” проекты ла уңышлы эшләй. Йомағужала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелискыны төҙөкләндереү эштәре тамамлана (подрядсы – Р.Ғ.Айытҡужин). Мораҡ ауылында 1-се урта мәктәп территорияһында физик кульура менән шөғөлләнеү һәм ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн күп функциялы майҙансыҡ өсөн япма эшләү һәм монтажлау эштәре бара, уның менән “Профиль” йәмғиәте шөғөлләнә.

 2023-2025 йылдарҙа БР территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы буйынса Йомағужа ауылында өс күп фатирлы йортто ремонтлау күҙ уңында тотола.

Генераль подрядсы “Стройгрупп” йәмғиәте Йәштәр урамы, 13 һәм Йәштәр урамы, 9 адресы буйынса урынлашҡан йорттарҙы ремонтлау эштәренә тотонған да инде.      

Ағымдағы йылда урам-юл системаһын ремонтлауға 115 млн 915 мең һум бүленгән, шул иҫәптән республиканан - 114 млн 177 мең һум; 2025 йылда 9 ауылда 22,239 километр оҙонлоҡтағы 28 урамды ремонтлауға 25 млн 165 мең һум аҡса бүленәсәк, 20 урамды асфальтлау (13,763 километр), 8 урамға ҡырсынташ түшәү (8,476 километр) күҙаллана. Эштәрҙе подрядсы “Башальянсстрой” ойошмаһы башҡарасаҡ.

 2024 йылда Мораҡта Үҙәк, Инеш, Бабич, Мәктәп, Яр буйы, Матросов, Мортазин, Баҡса, Интернационал урамдары, Һатлыҡта 1,863 километр юл ремонтлана, Моҡас, Багдашкин, Төпсән, Үрге Мөрсәләй, Ҡасҡын, Кузьминовка һәм район үҙәгендәге юлдарға ҡырсынташ түшәлә.  

 Киләһе йылда Йәһүҙин, Копылов, Шәмғолов, Еремин, Ежов һәм Һ.Дәүләтшина тыҡрығы (4,357  километр), Исем ауылында Ленин урамы (1,415 километр) тәртипкә килтереләсәк.

 Әлеге мәлдә “ГарантСтрой” Мораҡта  Гусев, З.Вәлиди, урамдарына, Кузьминовкала Үҙәк урамға ҡырсынташ түшәй, Һатлыҡта Гәрәев урамына, район үҙәгенең Йәштәр биҫтәһендәге 6 урамына асфальт түшәлеп бөтөп бара. Үрге Мөрсәләй ауылында “Йылылыҡ селтәре” йәмғиәте Үҙәк урамды төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.

 

***

 Төҙөүселәр көнө мөһим һөнәри байрам булып ҡала килә, уларҙың эшмәкәрлеге  иҡтисади һәм инфрастурктура үҫеше үҙәгендә ята. Беҙ кешеләрҙең тормош сифатын күтәреп, яңынан-яңы торлаҡ комплекстары, дауаханалар һәм мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары һәм сауҙа нөктәләре төҙөүселәргә, беҙҙең өсөн уңайлылыҡ, матурлыҡ һәм яҡшы шарттар тыуҙырыусыларға рәхмәтлебеҙ.

Анатолий КАЗАКОВ.

 

 Валерий ПАВЛОВ, район хакимите башлығының йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә һорауҙары буйынса урынбаҫары: "Йыл һайын беҙ республика башлығы Р.Ф.Хәбировтың, БР Хөкүмәтенең, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының ярҙамын, хәстәрен тоябыҙ. Район үҙәгенең урамдарын асфальтлау, күп фатирлы йорттарға шәхси йылылыҡ системаһы үткәреү, блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу һәм уларҙы эшләтеп ебәреү, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса айырыуса күп эштәр башҡарылды.

 Район мәҙәниәт һарайы һәм уның тирә-яғы яңы төҫ ала. Һатлыҡ ауылында йәшәүселәр өсөн оло шатлыҡ, оло ваҡиға, тиҙҙән уларҙың ауылында ял үҙәге үҙ ишектәрен асасаҡ".

 

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас