Мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенең сифатын күтәреү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында бик күп проекттар һәм гранттар, күп йүнәлештәр булдырылған: “Урындағы мәҙәниәт йорто” (төҙөлөш, капиталь һәм ағымдағы ремонт, матди-техник база”), “Бәләкәй балалар театры”, “Театрҙар – балаларға”, “Моделле китапханалар”, “Автоклубтар”, “Сәнғәт мәктәбе һәм сәнғәт училищелары өсөн ҡорамалдар” (капиталь ремонт, музыка инструменттары, ҡорамалдар, матди-техник база), “Муниципаль музейҙар” (капиталь ремонт, матди-техник база).
Билдәләнгән өлкәнең дөйөм консолидацияланған бюджеты 2023 йылда 14,410 млрд һум тәшкил итһә, 2024 йылда (прогноз) – 14,486 млрд һум.
Төбәк башлығы инициативаһы менән яңы мәҙәни һәм тарихи локациялар барлыҡҡа килә, улар республика халҡының тарихын һәм йолаларын өйрәнергә ярҙам итә. Радий Хәбиров мәҙәниәтте үҫтереү һорауҙары тураһындағы кәңәшмәләрҙең береһендә был өлкәнең мөһимлеген билдәләп: “Хәҙерге заманда тап мәҙәниәт һәм рухи ҡиммәттәр беҙҙең йәмғиәттең төп нигеҙен тәшкил итә”, тине.
Был эшмәкәрлеккә урындағы кимәлдә лә ҙур иғтибар бирелә. Күгәрсен районында 102 мәҙәни учреждение эшләп килә, уның 64-е – клуб, 33-ө – китапхана, 3 музей, 2 сәнғәт мәктәбе.
“Мәҙәниәт уҡыусыларға” федераль ведомство-ара проекты сиктәрендә 2023 йылдан 2024 йылға тиклем өҫтәмә белем биреү ойошмаларының 6 тәрбиәләнеүсеһе район хакимиәте башлығы стипендиаты булды.
Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһын арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған яғында тапшырыу йыл һайын үтеп тора, лауреаттар исемлегендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар.
Йолаға әйләнгән байрамдар яңыртылған формала уҙғарыла. Мораҡ ауылының үҙәк майҙанында һәр урам исеменән 12 тирмә ҡуйып “Ауыл көнө”н гөрләтеп үткәрҙек.
Республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан уның тыуған ауылы Тәүәкәндә мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерттары даими үткәрелеп тора.
Райондың үҙешмәкәр коллективы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү Салюты” Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә уҙғарылған республика фестиваленең II зональ этабында ҡатнашты.
Район мәҙәниәт һарайының “Наҙлыйылға” халыҡ театры “Алты ҡыҙға бер кейәү” спектакле менән Петербург музыка театрында сығыш яһаны һәм “Театр һөйөүселәргә тоғро булғаны өсөн” номинацияһында диплом менән бүләкләнде.
Ағымдығы йылдың йәйендә Юлдыбай ауыл биләмәһенең “Ялпы урман” яланында “Моңдар ҡайтһын ауылға” республика фестивале сиктәрендә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән райондың үҙешмәкәр коллективтары һәм солистары ҡатнашлығында бик шәп концерт үтте.
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында республика сыуаштарын туплаусы “Канаш” йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашлығында “Сыуаш донъяһы” күргәҙмәһе асылды.
“Башҡорт йыры” республика телевизион конкурсында Ләйсән Мәүлетҡолова 2-се дәрәжә лауреат исемен яуланы. Район мәҙәниәт һарайының хореографик ансамбле тәрбиәләнеүсеһе Карина Колпакова “Танцпространство” халыҡ-ара хореографик фестиваль-конкурсы сиктәрендә дүрт 1-се дәрәжә лауреат һәм 2–се дәрәжә лауреат дипломдарына лайыҡ булды.
Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған, Рәсәйҙәге Ғаилә йылына һәм Силәбе өлкәһе ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арналған “Дуҫлыҡ” XXVII өлкә фестивалендә ҡатнашты.
28 июндә беҙҙең райондың брендына әйләнгән “Мораҙымдың моңло хазинаһы” халыҡ ижады асыҡ фестивале үтте, был матур сара Күгәрсен, Федоровка, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондарынан, Өфө, Мәләүез ҡалаларынан 62 башҡарыусыны бер сәхнәгә тупланы.
Беҙҙең райондың мәҙәниәт хеҙмәткәре өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы Өфө, Мәскәү ҡалаларындағы майҙансыҡтарҙа күрһәтеү матур йолаға әйләнде.
Н.РӨСТӘМОВА.
Фото район мәҙәниәт һарайы архивынан.
Илүзә НИҒӘМӘТУЛЛИНА, мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
- Республика етәкселеге Башҡортостан мәҙәниәте үҫешенә ярҙам итеүҙе эҙмә-эҙлекле алып бара. “Мәҙәниәт” милли проектының нисек эшләүен беҙҙең район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә күрә ала. “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә район мәҙәниәт һарайы ҡыйығына капиталь ремонт эшләнде.
Тәүге ярты йыллыҡта мәҙәни-ял учреждениеларының, китапханаларҙың, балалар сәнғәт мәктәптәренең 18 хеҙмәткәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә квалификацяһын үҫтереү буйынса белемдәрен камиллаштырҙы. Ике кеше “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыу өсөн заявка ебәрҙе.
Ведомство ҡарамағындағы 7 учреждение һәм 15 ауыл филиалдары уҡыусылар һәм йәштәр араһында “Пушкин карта”һын популярлаштырыу эшен алып бара.
Билдәле булыуынса, мәҙәниәт усағы ауыл ерендә халыҡты бер урынға туплаусы, берләштереүсе булып тора. Төпкөл ауылдарҙа ул музей, театр, ял үҙәге, халыҡ ижадын һәм кәсептәрен үҫтереү майҙансығы ролен үтәй.
Тармаҡ ойошмалары “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проекты сиктәрендә заманса матди-техник база менән йыһазландырылған. “Мәҙәниәт инфраструктураһы үҫешенең яңы сифатлы кимәлен тәьмин итеү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка инструменттары, уҡыу материалдары алды.