Был тармаҡта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр иҫәбендә Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Камил Сабашев та бар, физика фәне буйынса берҙәм дәүләт имтиханында 90 балл, математиканан 80 балл йыйған уҡыусы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Ағымдағы уҡыу йылында ул 1-се дәрәжә диплом яулаусы булараҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән “Үҫеш нөктә”һендә проект” республика конкурсына саҡырылды.
Камил проекттар уйлап табыу менән күптән шөғөлләнә. Уҡытыусыһы Дамир Әмир улы Мәзитов менән улар ҡул аҫтында ятҡан әйберҙәрҙән (буяу һауыты, балалар ходункиһының тәгәрмәстәре һәм иҫке саң һурҙырғыс двигателе) сәнәғәт пылесосы эшләгән. Аҙаҡ циклонлы ҡул саң һурҙырғысы уйлап тапҡан.
Тап ошо “Күп функциялы сәнәғәт саң һурҙырғысы һәм циклонлы ҡул саң һурҙырғысы” проекты менән Камил Өфө нефть дәүләт техник университеты конференцияһында ҡатнаша, был сарала ул икенсе урынға лайыҡ була. 7-се класта уҡыған сағында уҡ Камил фәнни-ғәмәли конференцияла тимер конструкторҙан яһаған робот моделе менән ҡатнашҡайны.
Ошо уҡ белем усағының 9-сы класс уҡыусыһы Олег Полянский “РобоПром-2024” VIII юғары технологиялар республика асыҡ фестиваленә барып ҡайтты. Унда бөтә республиканан йәш инженерҙар һәм конструкторҙар йыйылды.
“XXI быуат лабораторияһы” конкурсында Олег “Электроника һәм электротехника” йүнәлеше буйынса өсөнсө урын яулай. Ошонда уҡ М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Алһыу Мәзитова ла уңышҡа өлгәшә, ул “Конструкторлау” номинацияһында 3-сө урын ала.
Район уҡыусыларының донъяла ҙур әһәмиәткә эйә булған, технологиялар, иҡтисад үҫешенә этәргес биргән бик мөһим фән өлкәенән ситтә ҡалмауы ҡыуандыра.
Беҙҙең районда “Үҫеш нөктә”ләре асылыуын дауам итә, улар “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль пректы сиктәрендә булдырыла һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларға техник, һанлы, гуманитар һәм фән өлкәһен тағы ла төплөрәк өйрәнергә мөмкинлек бирә.
Былтырғы уҡыу йылында Хоҙайбирҙин урта мәктәбе уҡыусылары шундай үҙәкле булды, мәктәптә химия, биология, физика һәм робот техникаһы предметтарын төплө өйрәнеү өсөн бүлмәләр йыһазландырылды.
Әйткәндәй, беҙҙең райондың 13 мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре уңышлы эшләп килә.
Анастасия ВАСИЛЬЕВА.