“Балалар спорт менән бушлай шөғөлләнергә тейеш. Беҙ был бурысты тормошҡа ашырырға бурыслыбыҙ, ул айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәр һәм спорт өсөн түләргә мөмкинлеге булмаған ғаиләләр өсөн мөһим. Был – беҙҙең төп маҡсат.Уны тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”, - тине республика Башлығы 2024 йылдың 17 февралендә башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында.
Бөгөнгө көндә был проект Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә индерелгән. Уны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. Проект сиктәрендә 4 йыл эсендә 176 тренер 134 800 миллион һумлыҡ түләү алды.
2020 йылда 13 муниципаль райондан 34 тренер, 2021 йылда 10 райондан 20 тренер, 2022 йылда 20 муниципалитеттан - 49, 2023 йылда 12 берәмектән - 52, 2024 йылда 11 район һәм ҡаланан 21 тренер - уҡытыусы түләү ала.
Проект ярҙамында республиканың ауыл биләмәләренең кадрҙар мәсьәләһе лә системалы хәл ителә, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорты үҫешә. Күгәрсен районының мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов әйтеүенсә, беҙҙең районда ла проектта ҡатнашыуға әҙерлек планлаштырыла.
Н. РӨСТӘМОВА.
Фотола: райондың билдәле тренерҙарының береһе Виктор Максаков һәр ваҡыт спорт формаһында