Хеҙмәт юлын 1983 йылда Альберт Бакиров рәйеслек иткән “Сеятель” колхозында башлай. Ошо ваҡыт эсендә үҙ һөнәренең бөтә нескәлектәренә лә төплө төшөнә, юғары класлы белгес кимәленә күтәрелә, ябай металл киҫәгенән теләһә ниндәй техника өсөн деталь эшләй ала.
- Яңы нәмәләр эшләү, агрегаттарға икенсе һулыш биреү бик оҡшай, - тип һөйләй Геннадий Васильевич. –Эшләгән деталдәр ышаныслы булһын өсөн уны камиллаштырыу тураһында һәр ваҡыт уйланам.
Ауыл хужалығы техникаларын гайкаһыҙ, сөйһөҙ, болтһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Баҫыуҙарҙа, фермаларҙа өҙлөкһөҙ эш алып барған техника йыш ҡына боҙолоп та ҡуя. Һәм ошо ваҡытта, әлбиттә, Геннадий Васильевич ярҙамға килә, оҫта итеп кәрәкле запас часты эшләп тә ҡуя.
***
Ул Йомағужа ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Василий Николевич урындағы һөт заводында кочегар, әсәһе Татьяна Ефимовна лаборант булып эшләгәндәр. Геннадийҙың бер туғаны Галина Йомағужа участка дауаханаһында медсестра булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, Татьяна Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыта.
Геннадий һигеҙенсе кластан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 22-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Тырыш егет аттестатлы ла, һөнәрле лә була, ҡала предприятиеларында эшләп, белемен тәжрибә менән байыта. Хужалыҡҡа әҙерлекле белгес булып ҡайта һәм оҙаҡ йылдарға ошо туған коллективында тороп ҡала.
Тормош иптәше Ольга Алексеевна (Семен-Петровский мәктәбендә уҡытыусы, директор вазифаларын уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан) менән бергә йәшәүҙәренә теүәл 45 йыл. Казанцевтар өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, дүрт ейәне, биш ейәнсәрҙәре бар.
Улдары Александр менән Алексей тыуған яҡтарынан ситкә китмәгән, Мәләүез индустриаль колледжын тамамлап, күңелдәренә ятҡан эш тапҡандар: йорт һалалар, районда, республикала халыҡ хужалығы объекттары төҙөйҙәр. Олег Салауат ҡалаһында йәшәй, төҙөлөш колледжын тамамлағас, “Газпромнефтехим Салават” йәмғиәтендә эшләп ала, әлеге көндә вахта ысулы менән себерҙә.
***
Геннадий Васильевич намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап рәхмәт һәм маҡтау ҡағыҙҙары, БР ауыл хужалығы министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән, коммунистик хеҙмәт ударнигы, бер нисә тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе була, “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеме лә бирелә.
Ябай, эшһөйәр, тыйнаҡ хеҙмәткәргә йәмғиәтебеҙҙәге бер ниндәй үҙгәрештәр ҙә йоғонто яһамай: бынан 40 йыл элек ниндәй булған, шулай ҡалған, гел яҡшы кәйефтә, дуҫтарса мөнәсәбәттә, аҙ һүҙле һәм һәр ваҡыт эш өҫтөндә.
Анатолий КАЗАКОВ.