Ауыл аҡһаҡалы Әхмәтйән Ҡотлогилдин (1932-2005 йй.) үҙе иҫән сағында белгәндәрен туплап ҡалдырған. Уның яҙмаларын өйрәнеп, бынан бер нисә йыл элек даими авторыбыҙ Гүзәлиә Ҡотлогилдина беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән иткәйне: «Әүәл башҡорттарҙың ере күп булған, башҡа милләт кешеләре, бигерәк тә, урыҫтар күпләп башҡорт еренә килеп ултыра башлағас, бәләкәй генә ауылдар булып, төркөмдәргә бүленеп, үҙ ерҙәренә таралышып ултырғандар. Беҙҙең ауыл Ай-һай Мөрсәләйҙән бүленеп сығып, Оло Эйектең һул яҡ яры буйына күсенгән. Әлеге ултырған урыны - ауылдың өсөнсөгә күскән ере. Бында ул 1770-1780 йылдарҙа төйәкләнгән. Ауылға Төнбай исемле уҙаман нигеҙ һалған тигән фараз бар. Төнбай тигән исемде урыҫтар боҙоп, Тунбай, Дунбай тип йөрөтөр булған. Ауылдың Дөмбәй тигән исеме лә нәҡ шунан киткән.
1915-1916 йылдарҙа Һарытау губернаһынан 15-ләп урыҫ ғаиләһе килеп, башҡорттарҙан рөхсәт һорап, ауылдың бер яғында йәшәй башлаған. Ул ауыл 2-се Һарат тип аталған. Шулай итеп, ауылдың бер яғында – башҡорттар, икенсе яғыда урыҫтар төйәкләнгән.
Ауылда әле лә Урыҫ урамы, Башҡорт урамы тигән төшөнсәләр һаҡланған.
Ауылға күсенеүселәр - Кинйәғол тигән кешенең улдары Буран (Бәрәк), Урмансы, Байһары. Бурандың (бәлки, Буранбайҙыр ҙа) 7 улы булған, Ҡотлогилдеһенең ике улы - Мөхәмәтғәли менән Мөхәмәтшәйфи. Мөхәмәтғәлиҙең улдары – Мөхәмәтвәли менән Мөхәмәтҡолой быуыны вариҫтары йәшәй әлеге көндә.
Һуңғараҡ ауылға тағы ла Әбсәләмовтар, Исҡужиндар күсеп килгән».
Ауыл тарихын төплө өйрәнгән Булат Гәрәев әйтеүенсә, Үрге Мөрсәләй ауылы күпкә боронғораҡ.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ауыл тарихы1600-1630 йылдарға барып тоташа. Бөгөнгө көндә ул Ырымбур архивы материалдарын йыя, киләсәктә ауыл халҡы менән берлектә бөтә тарихи мәғлүмәттәрҙе айырым китап итеп баҫтырырға ла ниәтләгәндәр.
Бәләкәй генә булһа ла, бына ошондай бай тарихлы ауыл үткән аҙнала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторҙо. Дөмбәйҙәр нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп эшләй. Был сараға ла ихлас күңелдән әҙерләнгәндәр. Хатта ауыл гимнын да ижад иткәндәр.
Ауыл осонда ҡунаҡтарҙы башҡорттарға хас булғанса һыуһын менән ҡаршылағас, ауыл буйлап үттеләр. Береһенән-береһе төҙөк, береһенән-береһе күркәм йорттарға ҡарап, ҡунаҡтар ҙа һоҡланмай ҡалманы. Был төбәктә ысын мәғәнәһендә үҙ ерен яратҡан, эшһөйәр, оҫта ҡуллы, уңғандар йәшәгәнлегенә инандылар.
Оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы вазифаһын 14 йыл уңышлы алып барған Азамат Ҡотлогилдин яҡташтары тураһында хаҡлы рәүештә ғорурланып һөйләне.
- Ауыл халҡы төрлө социаль әһәмиәтле йәмәғәт проекттарын да күтәреп алырға әҙер генә тора, бәйгеләрҙә даими ҡатнашабыҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла район данын лайыҡлы яҡланыҡ, махсус приздар менән бүләкләндек. Шундай үҙенсәлекле башланғыстарҙың береһендә спорт майҙансығы төҙөү тәҡдим итеп, 100 мең һумлыҡ грант яуланыҡ. Кәрәкле ҡорамалдар алып, бер аҙна эсендә спорт майҙансығын төҙөп тә ултырттыҡ. Ҡышҡы кистәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәренә йыйылһалар, ир-егеттәр бильярд һуғып алабыҙ, - ти ул.
Ысынлап та, ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ултырмайҙар, үҙ тырышлыҡтары, эҙләнеүҙәре менән төрлө бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынап, еңеү яулап, ауыл мәнфәғәтен ҡайғырталар. Был тәңгәлдә ошо ауылда тыуып үҫкән Фәймә Аҡъюлованы ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Уның һымаҡ алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы яҡташтарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Фәймә Миңлейәр ҡыҙы ярҙамында улар “Атайсал” проектында ла әүҙем ҡатнашты. Ауыл клубына бильярд өҫтәле лә нәҡ ошо проект сиктәрендә һатып алынған. Шулай уҡ “Күгәрсен-ТВ” район телевидениеһы менән берлектә “Аҡлы-ҡаралы донъя” тигән фильмды төшөрөүҙе лә ошо социаль әһәмиәтле проект ярҙамында атҡарып сыҡтылар. Бындай эштәр киләсәктә лә башҡарылыр тигән өмөт бар.
Үрге Мөрсәләй халҡын район хакимиәте башлығы исеменән район советы секретары Руслан Әхмәров сәләмләне.
- Ауылдың сәскә атыуы халыҡтың берҙәмлеге, татыулығы емешелер тип әйтә алам. Бәләкәй генә булһа ла, был ауылда үҙ ерен яратҡан кешеләр йәшәүе көн кеүек асыҡ. Һәр кемеһе матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Йәштәрҙең нигеҙ һалыуы иһә айырыуса ҡыуаныслы, сөнки күптәр бәләкәй ауылдан перспективаһыҙ тип ситкә, ҙур ергә китергә тырыша. Ә дөмбәйҙәр заманса йорттар һалған, һәр йортта - еңел машина, трактор, хужалыҡта кәрәкле техника. Һеҙҙең тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә Үрге Мөрсәләй ауылы районда иң күркәм төбәктәрҙең береһе булып һаналалыр, - тине ул.
Руслан Рәис улы шулай уҡ бер төркөм кешеләрҙе район хакимиәтенән рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Улар араһында махсус хәрби операция ваҡытында улын юғалтҡан әсә Люциә Мәмбәтова менән әлеге көндә улы хеҙмәт итеп йөрөгән өлкән әсә – Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фәниә Ғилметдинова ла бар ине. Фәниә инәйҙең улы Мөхтәр ағай ҙа үҙ теләге менән ил һағына баҫырға ҡарар иткән, ә Люциә апайҙың улы Руслан Мәмбәтов былтыр март айында яу ҡырында һәләк була, уға үҙе үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены тапшырылған. Ҡаһарман яҡташын Үрге Мөрсәләй халҡы онотмай, байрам көнөндә уның исемен мәңгеләштереп, ауыл клубында таҡтаташ астылар.
- Улымды онотмағанығыҙ өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һуғыштар тамамланып, яугирҙарыбыҙ барыһы ла тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһын ине, - тип күҙ йәштәре аша теләктәрен еткерҙе Люциә Йәнғәле ҡыҙы.
Эйе, дөмбәйҙәр ҡайһы осорҙа ла батырлыҡтары менән дан ҡаҙанған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, ауылдан 73 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 31 генә тыуған еренә кире әйләнеп ҡайта. Дәһшәтле һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштары хөрмәтенә халыҡ үҙ көсө менән обелискы асҡайны.
Үрге Мөрсәләй ауылы арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фәниә Ғилметдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлгөнә Әбсәләмова, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Радмир Аҙнабаев, алдынғы медицина хеҙмәткәре Кәримә Ҡотлогилдина, Башҡортостандың мәғриф отличниктары Гүзәлиә Ҡотлогилдина, Флүрә Арапова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрих Таипов, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Ирек Булатовтар ҙа оло юлға фатиханы тыуған ауылынан, тыуған төйәгенән алғандыр.
Байрамға ашҡынып ҡайтҡан йырсы Фәрих Таипов ауылдаштарын моңло йырҙары менән сәләмләне.
- Тыуған яғыма форсат сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышам. Ҡайтҡан һайын ауыл үҫә, төҙөкләнә, матурая. Эшсән халҡым менән ғорурланам. Бынамын тигән күркәм йорттар ҡалҡып сыҡҡан, ишле мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса үҫтерәләр, балалар тәрбиәләйҙәр. Ауыл йәшәһен, үҫһен өсөн тағы нимә кәрәк? – ти ул яҡташтары менән ғорурланып.
Байрам булғас, бүләктәр ҙә, ҡотлау тәбрикләүҙәр ҙә күп булды. “Өлгөлө йорт” номинацияһында Нәжиә һәм Хәйҙәр Латиповтар, Зилә һәм Николай Спасковтар, Айгөл һәм Рәжәп Рәхимовтар, Фәриҙә Гәрәева, Лилиә Сәлихова менән Мөхәмәтбәк Холбабаев йорттары билдәләнде. “Ауылдың иң өлкән кешеһе” номинацияһында - Вазифа инәй Исҡужина, ә иң кесе кешеһе итеп – өс айлыҡ Айтуған Шәрипов танылды.
“Иң өлкән ғаилә пары” номинацияһында Мария менән Геннадий Захаровтар бүләкләнде.
Әйткәндәй, Захаровтарҙың ата-бабалары был ауылға килеп төйәкләнеүенә 145 йыл. Улар яҡшы балта оҫтаһы булған. Ырымбур яҡтарынан килеп, аҫаба башҡорттарҙан ер һатып алып, йорттар төҙөгәндәр, ер ҙә эшкәрткәндәр, мал үрсеткәндәр. Бөгөнгө көндә бер генә урыҫ ғаиләһе ҡалһа ла, туғандары, балалары һәр ваҡыт ҡайтып торалар.
Байрамда тәбиғәт тә миһырбанлыҡ күрһәтте тиһәк тә була, ямғыр туҡтап, төштән һуң көн аяҙытып та ебәрҙе. Балалар уйын майҙансығында гөж килде, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары һый-ниғмәттән һығылып торған табын ҡороп, самауыр сәйҙәре менән ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Сараны бай йөкмәткеле итеп алып барған Ғәле Әбсәләмов менән Фәймә Аҡълованы ла билдәләп үтеү урынлы булыр. Дәртле йыр-моңдар, бейеүҙәр менән үрелеп барған тантана күтәренке рухта бер тынала үтте лә китте. Туғандарҙы, балаларҙы, ырыу-араны берләштергән байрам Үрге Мөрсәләй ауылы тарихы биттәрен тағы ла күркәм һәм әһәмиәтле сара менән байытты.
Хеҙмәттәшебеҙ, беҙҙең редакцияла оҙаҡ йылдар эшләгән верстка инженеры, РФ һәм БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нәсимә Сәмиғуллина өс ауылдашына “Мораҙым” гәзитенә подписка бүләк итте. Әйткәндәй, дөмбәйҙәр беҙҙең әүҙем яҙылыусыларыбыҙ ул.
Әлбиттә, бер гәзит биттәрендә генә барыһын да яҙып бөтөп тә булмай. Шулай ҙа, дөмбәйҙәрҙең көсө татыулыҡта, берҙәмлектә икәнлеген гәзит уҡыусыларыбыҙға ла еткерергә тырыштыҡ.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Корзина
Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА, «Башҡортостан» ТРК генераль директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары:
- Бәләкәй ауылдарҙа халыҡ татыу була. Быны Үрге Мөрсәләй миҫалында ғына ла күрергә мөмкин. Нәҡ ошондай төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡлана, тергеҙелә. Моғайын, дөмбәйҙәр генә боронғоса һуғым өмәләрен тотош ауыл менән бер-береһенә йөрөп үткәрәлер. Ҡаҙ өмәләрен әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булыуҙары менән башҡаларға өлгө итеп күрһәтерлек ауыл ул. Быны беҙ улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡанда асыҡ тойҙоҡ. Ауыл презентацияһын ойошторғанда үҙем барҙым, үҙ күҙҙәрем менән күреп, һоҡланып ҡайтҡайным уларға. Бәләкәй генә иҫке ауыл мәктәбен дә мәҙәниәт усағы итеп тергеҙеп алыуҙары ни тора!
Ижади ҡарашлы кешеләр йәшәүе менән данлыҡлы. Фәймә Аҡъюлованың “Айыҡ ауыл” конкурсына төшөргән “Аҡлы-ҡаралы донъя” фильмын тетрәнмәйсә ҡарау мөмкин түгел. Трагедия менән һуғарылған фильм булһа ла, аҙағында оптимизм тойҙом. Заманыбыҙҙың афәте булған социаль сир – эскелекте еңеү, унан халҡыбыҙҙы арындырыу юлдары бар ул, бар.
Әйткәндәй, был кино “Атайсал” проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ғөмүмән, был әһәмиәтле башланғыс нәҡ Үрге Мөрсәләй кеүек бәләкәй, әммә йәшәү дәрте булған төбәктәр өсөн бик тә ҡулай. Ситтә йәшәгән яҡташтарын да йәлеп итеп, ауыл тормошон йәнләндереүҙәре, һис арттытыуһыҙ, маҡтауға лайыҡ.
Ауылда йәм бар, йән бар. Балалар һаны ла арта бит унда! Ә был күренеш нәҡ ауылдың киләсәкле һәм ныҡлы булыуына ишаралай.