Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” етәксеһе Айрат Болғаиров, Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Рәил Иҫәнбирҙин һәм башҡалар ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың ҡотлау хатын Гөлгөнә Таһир ҡыҙы уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелә: “Хөрмәтле Игебай ауылы халҡы, яҡташтар! Бөгөн, ысынлап та, районыбыҙҙа, Игебай ауылында ҙур шатлыҡлы ваҡиға. Нисәмә йылдар тырышып эшләп, халыҡ көсө менән күтәрелгән мәсет нур һибеп тора. Әйтергә кәрәк, уның төҙөлөшөнә ауыл халҡы - ир-егеттәр ҙә, ағай-апайҙар ҙа, өлкәндәр ҙә күп көс һалды. Мәсеткә нигеҙ һалыусыларға, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Ҡылған эштәрегеҙ, ниәттәрегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙгә икеләтә ҡайтарһын. Ауылда мәсет булғанда, беҙҙең киләсәгебеҙ бар”.
Ул шулай уҡ үҙ исеменән дә ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, илебеҙҙә именлек урынлашып, һуғыш -афәттәр тамамланып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләне.
Рәсүл Ғилметдин улы иһә ҡунаҡтарҙы сәләмләү сығышында төҙөү эштәренең ни тиклем дә әүҙем, берҙәм барғанлығын билдәләне.
- Мәсет төҙөү эштәре Тимербулат Иҫәнбирҙин, Садиҡ Йәғәфәровтар етәкселегендә алып барылды. Оло һәм изге эшкә ниәт ҡылып, аҡса йыйыу иғлан ителгәс, халыҡ дәррәү ҡушылды. Тимербулат хәҙрәт һәр башҡарылған эш тураһында мәғлүмәти төркөмдә яҙып, хәбәр итеп барҙы. Өмәләргә ауыл халҡының дәртләнеп ҡушылыуы иһә айырым маҡтауға лайыҡ. Изге эш барыһын да берләштерҙе, тип әйтергә мөмкин. Зәңгәр яғыулыҡ тоташтырылған, уты бар, бөтә документтар ҙа тәртиптә. Элек, йәғни туҡһанынсы йылдар башында, халыҡ ҡайһы ерҙә теләй шунда мәсет төҙөп ултырта ала ине. Хәҙер барыһын да документаль яҡтан теркәү, еренә еткереү талаптары бар.
Мәсеттән тартынмағыҙ, уның ишектәре барыһы ла өсөн асыҡ. Балаларҙы ла йәлеп итегеҙ, “тауышланалар, боҙалар, бысраталар” тип тыймағыҙ, уларҙы үҙегеҙ менән эйәртегеҙ. Әле намаҙға баҫмағандар ҙа йөрөһөн. Күмәк арала намаҙға өйрәнеүе лә еңелерәк була. Яулығың юҡ, таҡыя кеймәгәнһең тип берәү ҙә әрләп ҡыуып сығармай, иман йорто - халыҡты дингә ылыҡтыра торған изге урын.
Ауыл өҫтөндә һәр ваҡыт аҙан тауыштары ишетелеп торһон, йома намаҙҙарына, дини байрамдарға әүҙем йөрөгөҙ, һеҙҙең изге юлда берләшер урынығыҙ булһын мәсет, - тине хәҙрәт.
Ауылдаштарын иҫтәлекле ваҡиға менән Тимербулат хәҙрәт Иҫәнбирҙин да тәбрикләне. Байрамды ойоштороуға үҙ өлөштәрен индергән ауыл халҡы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Изге эште атҡарыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы, яҡташтарын намаҙға баҫырға, мәсеткә даими йөрөргә өндәне.
Ибрайҙарҙың шатлығын “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” етәксеһе Айрат Болғаиров та уртаҡлашты.
- Мәсет – ауыл ҡото, ауыл күрке, изгелеккә әйҙәп, иман таратып, нур сәсеп торған йорт ул. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ауылда мәсет булмаһа, ҡот булмай.
Ямғырлы көн булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн матур һәм иҫтәлекле ваҡиға шаһиттары беҙ. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың төрлө ауылдарында мәсеттәр төҙөлә. Был бик шатлыҡлы һәм әһәмиәтле күренеш. Дин юлында йәштәрҙе, балаларҙы күреү иһә икеләтә шатлыҡ. Ураҙа ғәйете, Ҡорбан байрамы һәм башҡа дини саралар бөтә ерҙә лә гөрләп үтә. Иман йорто ысын мәғәнәһендә халыҡты тура юлға әйҙәүсе изге урын. Был мәсеттә лә һәр ваҡыт аҙан тауыштары яңғырап торһон, - тине Айрат Рауил улы.
Дини байрамдар ойошторғанда аш-һыу әҙерләүселәр ҙә рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды. Фәриҙә Иҫәнбирҙина, Рәшиҙә Көмөшбаева, Зәйтүнә Йәғәфәровалар етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар табын әҙерләүҙә һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша.
- Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән мәсетле булыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Иман йортон төҙөү ниәтен бөтәһе лә дәррәү хуплап, күтәреп алды. Берәү ҙә ҡаршы төшмәне, эш ыңғай башланды, ыңғай барҙы. Ҡырҙа торған ауылдаштарыбыҙ ҙа был изге эштән ситтә ҡалманы.
Ауылыбыҙға иман ҡайтһын, аят-доғалар яңғырап торһон, аҙан тауыштары тынмаһын, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торһон беҙҙе. Насар ғәҙәттәрҙән арынып, дингә баҫһын ине халҡыбыҙ, - ти Зәйтүнә Радик ҡыҙы.
Тамырҙары менән Ибрай ауылына бәйләнгән шәхси эшҡыуар Әхәт Шәмсетдинов та ауылдаштарына матди яҡтан ярҙам күрһәткән. Байтаҡ йылдар Өфөлә йәшәһә лә, күңеле, булмышы менән тыуған яҡтарына атлығып тора.
- Халыҡтың берҙәмлеге нәҡ ошондай эштәрҙә күренә лә инде. Яҡташтарыма һоҡланам, уларҙың татыулығына хайран ҡалам. Ситтән көтөп, кемдер беҙҙең өсөн эшләр тип ҡарамайҙар, һәр кемеһе ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙып, мәртәбәле эш уртаһында ҡайнаны. Киләсәктә лә башҡаларға өлгө итеп күһәтерлек төбәк булһын ине ауылыбыҙ, - тип рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Рәил Иҫәнбирҙин да еткерҙе. Ул да, үҙ сиратында, байрамды ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәндәрҙе билдәләп үтте.
– Мәсет төҙөүгә ауылдың олоһо ла, кесеһе лә үҙ өлөшөн индерҙе, һәр йорттан матди ярҙам йыйып, өмәләр үткәреп, матур итеп еренә еткереп төҙөп ултырттыҡ. Бик ҙур эште атҡарып сыҡтыҡ. Халыҡ намаҙға баҫһын, йомалар матур итеп үткәрелеп торһон тип теләйбеҙ.
Байрам үтер ҙә китер, әммә ул ауыл халҡын берләштереп, берҙәмлек, туғанлыҡ тойғоһон нығыта, - тине Рәил Мөтиғулла улы ауыл биләмәһе халҡын хуплап.
Ысынлап та, ауылдарҙа мәсеттәрҙең ҡалҡыуы, тыныс булмаған осорҙа кешеләрҙең йән һәм күңел тыныслығы юллап дин юлына килеүе - шатлыҡлы күренеш. Ибрай һәм Игебай ауылдарын берләштергән иман йортонан аҙан тауыштары халҡыбыҙҙы дингә әйҙәп, һәр ваҡыт яңғырап торһон.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.