Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль , 19:49

ОСРАШЫУ

Рауза ҡыҙҙарҙан бушамай. Улары төпсөнәләр, һорау алалар.-Ҡайҙа таныштың, нисек таныштың, балаларың ҡаршы булманымы, үҙенең ғаиләһе ҡайҙа, исеме кем - һорауҙар яуа ғына.- Ә ҡайҙа һуң үҙе, нишләп өйҙә түгел, әллә беҙҙе кешегә һанамаймы? Әллә ояламы күренергә? Әллә көмөрөһө бармы? Күрһәт тиҙерәк!Ҡыҙҙар уйынлы - ысынлы давайлаша башланы.- Ана, инеп киләләр! Мансур улым менән баҡсаға барып киләбеҙ, тип киткәйнеләр, нишләптер оҙаҡлап киттеләр шул. Әй, онотоп торам, ҡыҙҙар, һеҙ абайлап һөйләшегеҙ, башҡортса апаруҡ һупалай. Хәҙер бигерәк оҫтарып алды - башҡортса һөйләшәбеҙ беҙ.Кәрзиндәр тотоп алдан атлаған йәш кешегә түгел, бер ҡосаҡ рауза сәскәләре күтәреп инеп килгән ап - аҡ сәсле, оҙон буйлы оло йәштәге иргә төбәлде ҡыҙыҡһыныулы ҡараштар.

Күптән инде әллә нисә тапҡыр өләсәй, ҡарт өләсәй булып бөтһәләр ҙә, бергә саҡтарында улар - ҡыҙҙар. Әйтерһең, ошо ҡалала 1973 йылдың 3 июль иртәһендә ҡулдарына "Башланғыс синыф уҡытыусыһы" тигән диплом алып, төрлө яҡтарға таралышыуҙарына ҡырҡ биш йыл ваҡыт үтмәгән.
Үҙҙәре генә түгел, ирҙәре лә кәүҙәләре ярайһы уҡ ҡалынайған, йөрөштәре лә ауырая төшкән сал сәсле хәләл ефеттәрен "Ҡыҙҙар" тип кенә ебәрә.
Тәүҙә училищеның ихатаһына йыйылдылар. Төрлө яҡтарҙан - алыҫтан, яҡындан, ҡаланың үҙенән килгәндәрҙе, мотлаҡ киләсәкмен, тигәндәрҙе теүәлләп, телефондан алдан хәбәрләшеп килешкәнсә, төшкө сәғәт ике тулғанды көттөләр.
Был юлы, ни ғәжәп, тиҙ йыйылды ҡыҙҙар.
Машинанан иренән алда төшөп, хәбәрен һөйләй - һөйләй килеп еткән Мәрйәмде көлөшөп ҡаршы алдылар.
- Минән алда Рамаҙаным ҡабалана әле, әйҙә лә әйҙә, икенән алда барып етәйек, ҡыҙҙарыңды көттөрмәйек - тип ашыҡтыра, мыштыр, - тип мине әрләй, етмәһә! Үҙе педты бөткән, тиерһең.
- Минеке лә шулай. Егеттәрҙе һағындыра башланы, ҡасан осрашыуыңа бараһың, тип көтөп йөрөй, - тип һүҙгә ҡушыды Гөлшат.
- Улар ни инде бер береһенә өйрәнеп бөттөләр, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй бит, тәүге саҡтарҙағы кеүек уңайһыҙланып тормайҙар.
Ҡатындар ирҙәре өсөн бергәләп шулай ҡыуанып алдылар. Әле улары, ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен генә ҡалдырып, ситтәрәк өйөлөшөп торалар. Кәйефтәре шәп, геү итеп көлөп ебәрәләр. Яңы килгәндәре ҡыҙҙар менән һаулыҡ һорашып кәләштәрен шунда ҡалдыра ла был төркөмгә килеп ҡушыла. Һәр береһен ихлас ҡаршы алып, ирҙәрсә ике ҡуллап күрешәләр, ҡосаҡлашып алалар, яурындарынан тапап һөйәләр. Ярайһы ғына ҡорһаҡ та үҫтереп алғандары бар араларында:
- Аҡыл башҡа һыймаймы хәҙер, ошонда йыйыламы, әй?
- Булһын, булһын, социаль статус күрһәткесе бит ул ҡорһаҡ! -тип мәрәкәләшәләр.
Ярай, көн үткәреп торһалар булды ҡасан ҡалғандар килеп еткәнсә.
Ҡыҙҙар ҙа ҡыҙҙар, тиһәләр ҙә, төркөмдәрендә алты егет тә уҡыны, тик берәүҙәре юҡ инде бөгөнгө исемлектә. Ураздары сит өлкәлә йәшәй, Юнирҙың осрашыуға килгәне юҡ бөтөнләй, Ғәлим менән Хафиз иһә осрашыуҙан бер ҙә ҡалғандары юҡ, ҡатындары ла үҙ кеше булып бөткән был ҡыҙҙар араһында. Ә бына ошо ҡалала йәшәп ятҡан Хәсәнде ҡатыны ебәрмәй икән осрашыуҙарға. Хәсәндән олораҡ та булһа кәрәк, ҡыҙғаналыр. Төртмә тел Алмабикә:
- Ярай, әйҙә, мәнфәғәт итһен, ит күрмәгәнгә үпкә лә аш, - тип көлдөрөп алды инде тәүҙә үк. Хәсән Алмабикәартынан күп йүгергәйне лә, ҡыҙ уны үҙһ итмәне.

Ҡыҙҙар ҙа теүәл түгел - өсәүһе юҡ донъяларҙа. Ваҡыт үтә, йәш тә ырай шул.
Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер, һау саҡта күрешеп йәшәйек, тинеләр ҙә был юлы башҡа осрашыуҙарҙа булмағанса, дәррәү йыйылдылар. Ҡырҡ биш йыл, тип әйтеүе генә еңел, уйлап ҡараһаң, үҙе бер кешенең ғүмере бит был.
Ә сәғәт өскә Рауза саҡырған үҙҙәренә. Ул ошо ҡаланыҡы. Ғүмере бер ерҙә үтте. Ире лә ошонда тыуып үҫкән егет ине. Тик ун йыл самаһы элек фажиғәле рәүештә һәләк булды Самат. Карьерҙа эшләне, ауыр машина водителе ине. Шәп кеше ине. Ерләгәндә килделәр, ара алыҫлығына ҡараманылар.
Бынан бер нисә йыл элек "Рауза иргә сыҡҡан," - тип ишетте ҡыҙҙар. Яңғыҙ ҡыйын ҡатын кешегә ҡала ерендә лә, ҡыҙҙар яҡшы аңлай быны, тик барған ире урыҫ кешеһе икәнде белгәс, әҙерәк күңелдәре ҡырылып алды. Бына бөгөн күрерҙәр инде ниндәйерәк бәндә иәкнен. Тик һүҙҙәре берегер микән...
Ярай, үҙе саҡырғас, үҙе беләлер әле, ышанысы барҙыр.
- Ҡыҙҙар, өс тулды, Рауза көтәлер, ҡуҙғалайыҡ булмаһа, - тине Гөлсирә, - ул үҙе һуңламай бит бер ҡасан да.
- Эйе, эйе, әйҙәгеҙ, ирҙәребеҙ ҙә асыҡты инде, Барый ни, йөрәкһеп, өйҙә тамағына ла ашамай сыҡты.
Хәмиҙә, Барыйын һылтаһа ла, үҙе лә асыҡҡандыр, ашыҡтыра башланы:
- Әйҙә, бара һалайыҡ.
- Эйе, эйе, биштән - алтынан тороп, эште бөтөп китәйек, тип, эләгеп - ҡолап йөрөгәндә тамаҡ ҡайғыһымы. Ауылда ни, иң тәүҙә һыйыр, шунан - ир, - тип өҫтәне Венера, Мәрйәмдең иң яҡын әхирәте, бүлмәләше, парталашы.
- Беҙҙекеләр асыҡмай торған ерҙә булғас, борсолмайбыҙ былай, - тигән булды Рәхилә, - эйе бит, ҡыҙҙар.
Рәхиләнең дә, уның эргәһендә ултырған тағы дүртәүҙең дә ирҙәренең вафатына байтаҡ йыл булып китте. Осрашыуҙарҙа ла улар гел бергә булыусандар. Һөйләшер һүҙҙәре лә башҡараҡтыр.
- Эй, староста, әйҙә, командуй!
Минзәләнең көр тауышын ирҙәр төркәмө көткән икән - тиҙ генә ҡыҙҙарға килеп ҡушылдылар.
Һуңғы һүҙҙе әйтергә кәрәк саҡта ғына Мәрйәмдең дүрт йыл буйы төркөмдөң старостаһы булғанын иҫкә төшөрә ҡыҙҙар. Мәрйәм ситкәрәк китеп баянан бирле телефондан һөйләшә ине.
- Рауза шылтырата, ҡыҙҙар. Адресын өйрәтә. Миңнур, һин ҡайҙа? Һин белә, ти, һин алып килһен, ти.
- Ә ире нишләп килмәгән ошонда? Уға эйәреп барыр инек, - тиеште ирҙәр.
- Ярай, табырбыҙ, Мәскәү түгел әле.
.
Таптылар. Иркен, таҙа тыҡрыҡта икән Раузаларҙың өйө ултырған ер.
- Тупик, - тине Рамаҙан ҡатынына.
- Булһын. Раузабыҙға тупик булмаһа, шул етә беҙгә.
Машиналар һыйып урынлашып бөттө. Ауыл күстәнәстәре Раузаға тапшырылды. Ҡосаҡлашып, илашып алғас, ҡыҙҙар ҙа тынысланды. Биҙәнә - төҙәнә башланылар, кейемдәрен алыштырҙылар.
Ишек алдына урын әҙерләгән урыҫ хужа. Өҫтәлдәр теҙгән, оҙон - оҙон эскәмйәләр теҙеп ултыртҡан. Рауза биргән ҡалын, йомшаҡ түшәктәр шылып төшмәһен өсөн бәйләп нығытып бөткән. Ямғыр яуып ебәрмәһен, эҫе ҡояш ҡыҙҙырмаһын, үтатма ел уйнамаһын, тигәндер - табын урыны ҡыйыҡланған, тирә - яғынан да матур итеп көпләгән хәстәрлекле хужа. Ҡулы эш беләлер, оҫталыр.
Өҫтәлгә ҡуйылған һый - хөрмәт өҫтөндә оҙон ап - аҡ япма. Ә ҙур түңәрәк өҫтәлгә алыҫ юлдан килеүселәр өсөн тамаҡ ялғап алырға бөтә нәмә әҙер, рәхим ит, ултыр ҙа ашай башла. Ни теләйһең, шул бар. Раузаның ике килене, улы ихлас һыйлайҙар оло ҡунаҡтарҙы, рәхмәт яуһын үҙҙәренә.
Рауза ҡыҙҙарҙан бушамай. Улары төпсөнәләр, һорау алалар.
-Ҡайҙа таныштың, нисек таныштың, балаларың ҡаршы булманымы, үҙенең ғаиләһе ҡайҙа, исеме кем - һорауҙар яуа ғына.
- Ә ҡайҙа һуң үҙе, нишләп өйҙә түгел, әллә беҙҙе кешегә һанамаймы? Әллә ояламы күренергә? Әллә көмөрөһө бармы? Күрһәт тиҙерәк!
Ҡыҙҙар уйынлы - ысынлы давайлаша башланы.
- Ана, инеп киләләр! Мансур улым менән баҡсаға барып киләбеҙ, тип киткәйнеләр, нишләптер оҙаҡлап киттеләр шул. Әй, онотоп торам, ҡыҙҙар, һеҙ абайлап һөйләшегеҙ, башҡортса апаруҡ һупалай. Хәҙер бигерәк оҫтарып алды - башҡортса һөйләшәбеҙ беҙ.
Кәрзиндәр тотоп алдан атлаған йәш кешегә түгел, бер ҡосаҡ рауза сәскәләре күтәреп инеп килгән ап - аҡ сәсле, оҙон буйлы оло йәштәге иргә төбәлде ҡыҙыҡһыныулы ҡараштар.
Күкрәктән сыҡҡан ҡалын, көр тауышы менән ҡысҡырып өндәште Раузаның ире:
- Хаумыгыҙ дорогие гости! Байрам менан всех! Простите мине, хунданым!
Минеке исем - Саша, Александр Антонович Орлов мин. Мин рад, мы Роза менан очень рады хеҙгә.
Александр һул ҡулы менән күкрәгенә ҡыҫып тотҡан раузаларҙы ҡыҙҙарға берәрләп бүләк итте лә ҡалғандарын Раузаға тоттороп, ирҙәр менән тиҙ - тиҙ генә күрешеп сыҡты.
Бер ниндәй ҙә уңайһыҙланыу, тартыныуһыҙ башланып китте осрашыу мәжлесе. Шайтанһыуынан күптән үк баш тартты улар. Былай ҙа күңелле, ихластар бөтәһе лә. Александр ҙа, әйтерһең, һәр саҡ былар менән бергә булған, бөтәһен дә белә. Әйткән һәр һүҙе урынлы, аҡыллы. Ҡунаҡтарҙың береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмай ҡунаҡ итә. Алсаҡ, мәрәкәсел булыуы ла ирҙәргә оҡшаны. Ҡыҙҙарға нимә - Рауза үҙҙәренеке, ә ирҙәр тәүҙәрәк һағайыңҡырап алғайны. Ауырыраҡ итеп булһа ла башҡортса һөйләшеүе менән бөтәһенең дә күңелен яуланы.
- Һайғауың һирәк инде, улай булғас, һинең менән аңғарып һөйләшергә кәрәк, - тип көлдө Шәһит.
- Минеке һайгаулар сапсем серегән, браток.
Александрҙың яуабына табын гөр итеп ҡалды.
- Бездә мало кем башҡортса белмәне. башкорт ауылы ине бит, хадер юк ул, урман да юк бит унда уже. Шунан бында килдек, ошонда, Камышузякка.
Артабан Александр армиянан һуң бик оҙаҡ ситтә йөрөгәнен, нисек яңғыҙ ҡайтып килеүен, бер кемһеҙ ҡалыуын, нисек Раузаны осратыуын, нисек бергә йәшәй башлауҙарын һөйләп бирҙе.
- Мин сначала курктым, Роза бит хеҙден ана бит ниндяй хылыу, а мин - инвалид. Ул мине жалеет, а мин уны яратам! Вот шулай живем, Аллага шокор!

Ҡыҙҙар бушаған тәрилкәләрҙе алып, өҫтәл яңырта башлағас,, ирҙәр урам тышына сыҡтылар. Ҡайһылары тәмәке тоҡандырҙы.
Рамаҙандың ниңәлер бушай башлаған тәгәрмәсен тултырыштылар. Ярҙам итеп йүгереп йөрөгән Александрҙы Рауза саҡырып алды.
Ирҙәр, үҙҙәре генә ҡалһа, һәр саҡ йә машина, йә трактор, йә армия тураһында һөйләшә, сөнки бында уларҙың теше сыҡҡан. Хәҙер төшөп бөтөп тә бара инде. Был юлы әрме темаһын Рамаҙан башланы.
- Минең дә армияла башҡортса белгән хеҙмәттәшем булды. Ул да Саша ине, ул да Ҡамышүҙәктеке ине. Санька Камыш тинек тә ҡуйҙыҡ үҙен. Минән ярты йыл алда комиссовать ителеп ҡайтып китте. Рәхмәт, Буранбай, ҡана ҡалғанын үҙем. Миңә Рома, ти торғайны.
Рамаҙан һул беләгендә беленер - беленмәҫ кенә булып ҡалған яҙыуҙы күрһәтте:
- Ҡулға ла "Рома" тип яҙҙырҙым армияла. Ә Сашаның һул ҡулына "Саня + Рома" тип яҙылған ине. Беҙ өлгөрөп ҡалдыҡ, ҡалғандарҙы, белеп ҡалып, тыйҙылар. Ҡаратырыш ҡына егет ине. Шәп егет ине үҙе былай, ярҙамсыл, алсаҡ, сос. Ысын дуҫ була белде. Мине яратты ниңәлер. Яҡташ булған өсөндөр ҙә, бәлки.
- Армияла яҡташ туғаныңдан да яҡын булды инде.
Ғәлимдең был һүҙҙәрен бөтәһе лә йөпләне.
- Рамаҙан, ә ниңә эҙләмәнең хеҙмәттәшеңде, яп - яҡын йәшәгәнһегеҙ бит? Хафиз бөтәһе лә уйлағанды әйтте, буғай, ирҙәр һораулы ҡараштарын Рамаҙанға төбәне.
Уларҙың әңгәмәһен Александрҙың тауышы бүлде:
- Егеттәр, ҡыҙдар сакыра!
- Сашка ла Сашка тигәс, исеме шулай икән тиһәм, урыҫ кейәүемдең исеме Александр булған икән дә баһа, - тигән беҙҙә бер әбей, тип көлдөрөп алды Мәүлиҙә.
Уйын - көлкө, мәрәкәләшеү - шаярыуҙар менән күңелле барҙы осрашыу.
- Һый-хөрмәттән өҫтәлдәр эйелеп торһа ла, сығайыҡ әле иркенгә, ритайымлы йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ.
Баянын һәр саҡ үҙе менән ҡуша алып йөрөгән Шәһит дәртле бейеү көйө уйнап ебәрҙе. Йығылғансы бейештеләр. Бынан 45 йыл элек булған сығарылыш кисәһендәге кеүек. Хәтерҙә ҡалған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫләп, көлөшөп алырға ла, үкенеслеләренә һағышланып алырға ла өлгөрҙө ҡыҙҙар.
Бейеүҙе йыр алыштырҙы.
Йылы йәйге кистә берсә моңһоу, талғын, берсә дәртле көйҙәр тирбәлде тын һауала. Бөгөн нисектер бер кем дә ҡайтып китергә ашыҡмай ине.
- Быҙауға ла байрам кәрәк тә инде, әй!
- Килендәребеҙ, былар бөгөн ҡайтмаһа ғына ярар ине, - тип теләйҙәрҙер инде!

Ирҙәр тағы ҡапҡа тышына сыҡты.
- Рамаҙан, ә теге служагың...
- Ул үҙе теләмәгендер мине күрергә, тип уйланым мин.Тәүге үк хатым "Адресат выбыл" - тип урап ҡайтты. Аңларға тырыштыҡ инде Камышты... Күңелһеҙ хәлгә тарыны ул тегендә. Әллә шуға уңайһыҙланғандыр. Бергә алынһаҡ та алда ҡайтып китте ул. Комиссовать иттеләр.
- Ә нимә булды һуң, Рамаҙан?
- Беҙгә автомат бирелде бит, йәшерен оъекттар һаҡланыҡ. Мине поста ул көнө Саша алыштырҙы. Бик төшөнкө, борсоулы ине, ниндәйҙер хафа йөҙөнә сыҡҡан. Шул төндә үҙенә үҙе атҡан бит сабакы... Оҙатып ҡалған ҡыҙы мин кейәүгә сыҡтым, мин һине яратмайым, яратманым да, фәлән дә фәсмәтән, тип хат яҙған булған икән...
- Ах, алйот!
- Ҡыҙҙар бөтөр, тигән микән?
- Эй, ундай саҡта кемебеҙ булһа ла алйот инде...
- Госпиталдә оҙаҡ ятты. Һул ҡулы зәғифләнеп, кипкән һымаҡ булды ла ҡуйҙы.
- Ә командирыгыҙ һөйрәтелеп йөрмәнеме, егеттең үҙен хөкөмгә тарттырманылармы ни?
- Шәп кеше ине беҙҙең часть командиры. Һуғышта ҡатнашҡан, наградалары ғәләмәт ине. Һалдаттарҙы яратты, атай һымаҡ булды, ир була белегеҙ, тип тәрбиәләне беҙҙе. Сашканы ла ҡалай итһә итте - бәләнән алып ҡалды. Йоҡо аралаш яңылыш булған осраҡлы хәл тип аңлатҡан. Мәгәр Сашканы беште генә, ул һуғырҙан, был һуғырҙан, етеп - етеп ураны хатта. Госпиталдән ҡасан сығып ҡайтып киткәнен белмәй ҙә ҡалдым. Шулай булды хәлдәр.
- Берәй ерҙә осратһаң, таныр инең меикән, Рамаҙан ҡорҙаш? - Шәһиткә был тарих айырыуса ныҡ тәьҫир иткәйне.
- Әллә, әй... Илле йылға яҡын ваҡыт үтте бит.
Рамаҙан тағы машинаһы яғына китте.
Раузаһының ҡушҡан йомоштарын үтәп бөткәндер, Александр ҙа сыҡты ирҙәр янына.
- Чай була скоро, пока ултырып торайыҡ. Давай, егеттар, армейский йырдар йырдап алайык!
- Во! Шәп була! Атыу ни, мөхәббәт тә айырылышыу, һағыныу ҙа ҡауышыу! Тик ундай йырҙарға баян килешеңкерәмәй бит әле.
Александр Раузаның улына өндәште:
- Мансур! Гитарага йугереп кил, пожалуйста.
Сбегай за гитарой, тигәнде Мансур ярты һүҙҙән аңлап, йүгертеп алып килеп Саша ағаһына тотторҙо гитараны.
Ә Александр гитараны тап ошо мәлдә эргәһенән үтеп барған Рамаҙанға һондо. Рамаҙандың һораулы ҡарашын үҙенсә аңлап:
- Настроить ителгән, - тине.
Александр яңылышманы - Рамаҙан ете ҡыллы гитарала оҫта уйнай, әрмелә өйрәнде.

Эй әрме йырҙары... Кем генә, ниндәй генә һалдат йырламаған икән уларҙы...
Бағана баштарында балҡып янған уттар ҙа, байып, юғала барған ҡояштың ал шәфәге лә ниндәйҙер серлелек, сафлыҡ өҫтәй күңелдәргә.
Ҡамышүҙәк буйлап һалдат йыры осто... Олпат ир - егеттәрҙең бер иш кенә матур, көслө тауыш менән әрмеләге егетен көтмәй, биргән вәғәҙәһенә хыянат иткән ҡыҙ тураһындағы һағышлы йырын был ҡала ошоға тиклем берәй ваҡыт ишетте микән?..
- Он твою судьбу оберегает,
В гимнастерке тоже человек...
Ҡыҙҙар ҙа күптән тыңлай ине был йырҙы, һалдат йырын. Күҙ йәштәре аша тыңлайҙар ине.
- Кәләш, кил әле, үҙебеҙҙең теге йырҙы йырлап ишеттерәйек дуҫтарға.
Шуны ғына көткән тиерһең, Мәрйәм Рамаҙаны янына тып итеп килеп тә баҫты.
- Был йырҙы ла әрмелә йырланыҡ Саша өйрәткәйне. Кәләш башҡортсаға әйләндереп бирҙе. Хәҙер үҙебеҙсә йырлап тик йөрөйбөҙ. Ә уны Вертинский тигән йырсы әллә ҡасан уҡ йырлаған икән, романс булған был йыр. Ә беҙ әрмелә йырланыҡ. Киттек, кәләш.
- Беҙҙең тәүге һөйөү...
Йырҙың көйөн ишетеүе булды, Александр йәшен тиҙлегендә Рамаҙандың алдына килеп баҫты. Рамаҙан менән Мәрйәм уның был сәйер ҡыланышына ҡарамай, дауам иттеләр:
- Сикһеҙ һағыш булып,
Йомғаҡ тағатыла...
Александр Рамаҙандың алдына тубыҡлана төштө. Уң ҡулын Рамаҙандың гитара ҡылдарын сирткән ҡулына ҡуйҙы.
- Рома... Рома! Роман!!!
Рамаҙан, гитараны Мәрйәмгә тоттороп, урынынан торҙо. Ҡапыл сайҡалып ҡуйҙы...
- Саша... Камыш? Саня!!!
- Ромка!
- Сашка! Был һинме, Саня?..
- Рома... Мин был. Прости, браток...
- Санька... Эх һин...
Ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән был икәүҙең исемен ҡабатлай.
- Рома.. Саня... Рома... Саня...
Рамаҙан беренсе булып иҫенә килде.
- Бир ҡулыңды, Саня, тор! Егеттәр! Мин һөйләгән Саня Ҡамыш ошо инде... Ҡыҙҙар, таныш булығыҙ, минең әрмеләш егет был. Санька Камыш!
Александр (һул ҡулын ул күкрәге тәңгәлендә генә тота икән, шуға яңы иғтибар иттеләр) ирҙәргә ҡарап баш эйҙе:
- Мине гафу итегеҙ, егеттәр. Дурак булган мин. Ҡыҙдар, Роза.. Рахмәт! Минеке самый бәхетле көн вис минеке тормошта бәхет! Әйдәгеҙ, дустар, йырлайык бергә!
Йырҙы дәррәү күтәреп алдылар:
- Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына!.

Таңһылыу Ҡарасурина-Вәлиева

Автор:
Читайте нас: