Ошо матур ауылды төйәк иткән беҙҙең даими авторыбыҙ Гүзәлиә Ҡотлогилдина ауылдаштары тормошо менән һәр ваҡыт таныштырып, ауыл яңылыҡтарын хәбәр итеп тора. Бөгөн ул беҙгә шәп баҡса үҫтергән бер нисә ауылдашы тураһында бәйән итте.
- «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы алдынан Дөмбәй күҙгә креп матурланды. Былай ҙа бал ҡортолай уңған ауылдаштарыбыҙ ҡояш менән бергә тороп, арыу-талыу белмәй бил бөгәләр. Йәмәғәт башланғыстары менән бер рәттән үҙ донъяларын да гөл итеп тоталар. Әлеге мәлдә, йәй ямғырлы булғанға микән, баҡсаларҙа йәшелсә, емеш-еләк ҡотороп уңған мәле, эш итергә өлгөр генә! Ҡырҙа ер еләген дә йыйып кинәндек.
Йәйҙең матурлығы баҡсаларҙа күренә лә инде. Ошо уңыштарҙы йыйғанда ғәмһеҙ ҙә, моңһоҙ ҙа бала сағым иҫкә төшә: әүәл баҡса үҫтереү бик булманы, картуф ҡына сәсәләр ине. Хәйер, атай-әсәйҙәр көнө-төнө колхоз эшендә йөрөгәс, өлгөрмәгәндәрҙер ҙә инде. Хәҙер иһә һәр кемдә лә матур баҡсалар бар, нимә генә сәсмәйҙәр, нимә генә үҫтермәйҙәр - һанап бөтөргөһөҙ!
Беҙҙең Үрге Мөрсәләй ауылында бик матур итеп мул баҡса үҫтереүселәр күп. Шуларҙың бер нисәүһен әйтеп китәйем. Ауыл өсөн сағыштырмаса йәш ғаилә - Фиҙәлиә һәм Илшат Булатовтарҙы ғына алайыҡ: ишек алдары - тотош гөл-баҡса! Нимәләр генә үҫмәй унда: сәскәләрен һанап бөтөргөһөҙ, теплицаларында ғына помидор, борос күптән өлгөргән, Фиҙәлиә ҡышҡылыҡҡа һәр төрлө салаттар, ҡабымлыҡтар эшләп тә, тоҙлап та әҙерләп ҡуйған. Улар үҙҙәре Үрге Сирбай мәктәбендә укытыусы булып эшләйҙәр, өс малай үҫтерәләр, малайҙары ла баҡса эштәрендә лә ярҙам итәләр.
Уларҙан өй аша ғына йәшәгән Рәхимә Сәмиғуллинаның баҡсаһы ла күркәм: емеш-еләкте, йәшелсәләрҙе, сәскәләрҙе лә яратып үҫтерә: балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡайтып ярҙам итеп торалар. «Эшләгән кешегә эш ҡарышмай» тигән әйтем Рәхимә Ишмөхәмәт ҡыҙына тап килеп кенә тора.
Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе Азамат һәм Тәнзилә Ҡотлогилдиндар тураһында ла әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Уларҙың баҡсаһы мин эшләгән йылдарҙағы Үрге Сирбай мәктәбенең баҡсаһын хәтерләтә. Беҙҙең мәктәптең биология-химия уҡытыусыһы Айытҡолов Ғайфулла ағай мәктәп баҡсаһын гөрләтеп үҫтерә ине: помидор, кәбеҫтә, һуған, кишер кеүек йәшелсәләрҙән мул уңыш йыйып ҡыш буйына мәктәп балаларына ашатырға етерлек уңыш йыйып, артып ҡалғанын ауыл халҡына һатып мәктәпкә килем дә килтерә ине. Йәшелсәләрҙе тоҙлап та, шул көйөнсә лә мөгәрәптә һаҡланыҡ, ҡарағат ҡайнатмаһын балаларға ҡыш буйына етерлек әҙерләй инек.
Әйткәндәй, Тәнзилә беҙҙең мәктәптә 30 йылдан ашыу ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бик тә уңған, етеҙ, һәр эште үҙ ваҡытында теүәлләп ҡуя торған кеше ул. Бына хәҙер хаҡлы ялда баҡса ла үҫтерәләр ишле мал да үрсетәләр, күп итеп йәшелсә үҫтереп, тоҙлап ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр. Кәбеҫтәне лә бик үҙенсәлекле, ашап туйғыһыҙ тәмле итеп тоҙлай торғайны Тәнзилә мәктәп ашханаһында ла.
«Егәрленең ҡулы ете» әйтеме егәрле ауылдаштарыбыҙға тап килеп тора. Бына ошондай уңғандар йәшәй беҙҙең ауылда, - ти Гүзәлиә апай дөмбәйҙәр менән ғорурланып.
Уңыштарына ҡыуанып, һаулыҡта, ил һәм йән тыныслығында йәшәргә яҙһын улара!
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.