Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2024, 06:12

Йәш егет иптәштәренең күҙ алдында һыуға батҡан

Күңел асыу фажиғәле тамамланған...

Йәш егет иптәштәренең күҙ алдында һыуға батҡанЙәш егет иптәштәренең күҙ алдында һыуға батҡан
Йәш егет иптәштәренең күҙ алдында һыуға батҡан

17 июндә кис Туймазыла йәштәр төркөмө ял итеү өсөн йортто ҡуртымға алған. Йорт янындағы быуала һыу инеү тыйылған аншлагтар ҡуйылғанәммә 19 йәшлек егетте был туҡтатмай һәм ул дуҫтары алдында һыуға сума, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире йөҙөп сыға алмай.

Егеттең дуҫтары уны үҙаллы эҙләп маташа, әммә тырышлыҡтары һөҙөмтә бирмәй. Шунан улар ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата.

Ваҡиға урынында водолаздар эшләй. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • таныш булмаған урындарҙа һыуға төшмәгеҙ;
  • эскән килеш һыу инмәгеҙ;
  • ҡалҡыуыстарҙан артына йөҙмәгеҙ;

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ!

Автор:
Читайте нас