Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың 2019 йылдың 1 октябрендәге указы менән граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды (граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды) булдырылды.
2020-2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәргән, 3692 ғаризаның 745-ен хуплаған. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил иткән.
2023 йылда Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостандағы алты ойошмаһы президент гранттары фондының сираттағы конкурсында еңеү яулай. Улар араһында - Нефтекама, Әбйәлил, Илеш, Салауат һәм Күгәрсен ойошмалары (“Ладья” проекты).
Уларҙы тормошҡа ашырыуға 3,5 миллион һум күләмендә финанслау йәлеп ителгән.
Күгәрсендәр республика инвалидтар йәмғиәте спартакиадаһы сиктәрендә үткән бөтә спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, уның иҫәбенә шахмат буйынса республика турнирҙары ла инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ойошманың 300 ағзаһы араһында был уйындың оҫталығын ни бары 6-7 кеше генә белә. Әлбиттә, бындай сараларҙа әҙерлек кимәле лә түбән була.
“Ладья” проекты сиктәрендә интеллектуаль эшмәкәрлеккә йәлеп итеү һәм турнирҙарҙа сығыш яһауҙың уңышын арттырыу маҡсатында 2023 йылда Үҙәк район моделле китапханаһы базаһында уйынға өйрәтеү һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ярыштарға әҙерләү курстарын ойоштороу һәм үткәреү планлаштырыла. Курстар алты ай дауамында аҙнаһына өс сәғәт - махсус белем биреү программаһы буйынса тейешле әҙерлеге булған тәжрибәле тренер етәкселегендә үтә.
Грант аҡсаһына 10 махсус өҫтәл, шул уҡ һандағы уйын һәм сәғәт комплекты, шахмат таҡтаһы һатып алынған.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында оҫталыҡ дәрестәре, блиц-турнирҙар, Урал аръяғының иң көслө спортсыларын саҡырып бер үк ваҡытта уйнау сеанстары, йәш категориялары буйынса ярыштар ойошторолған.
Дәрестәрҙән һуң ҡатнашыусыларға ижад (тегеү, туҡыу, бәйләү) менән шөғөлләнеү, китап уҡыу һәм фильмдар ҡарау мөмкинлеге бирелә. Бының өсөн китапханала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Президент гранттары фонды ярҙамында матди-техник база тулыһынса яңыртылған һәм мәҙәни - ял итеү эшмәкәрлеге өсөн бөтә шарттар булдырылған: заманса интерактив ҡорамалдар һатып алынған, сенсор техникаһы менән ижади эшләү өсөн зоналар булдырылған.
Анатолий КАЗАКОВ.